АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Апрель 2022, 20:15

Үҙ әсәбеҙ ожмах ишеген яба

Бөгөн – апай-ағай, ҡусты-һеңлеләр көнө. Мин ғаиләлә өлкән ҡыҙ, һеңлем, ҡустым бар. Әммә беҙ өс бөртөк кенә үҫһәк тә бер-беребеҙ менән ҡатышмайбыҙ. Һеңлем миңә килмәй, ҡустымдың ғаиләһе менән аралаша Ҡустым да юлы төшһә инә, төшмәһә йөрөй бирә. Нишләп улай тиерһегеҙ? Сөнки өсөбөҙҙөң араны әсәйем бутай. Эйе, эйе, әсәйебеҙ беҙҙең ҡатышып йәшәүҙе теләмәй.

Үҙ әсәбеҙ  ожмах ишеген яба
Үҙ әсәбеҙ ожмах ишеген яба

Атайсалға хат

Һеңлемде миңә, миңә һеңлемде насарлап һөйләй, ҡустыма бөтөнләй икенсе хәбәр еткерә. Ул болғап тик ултырғас, беҙ нисек ҡатышып йәшәйек?! Шулай, берәй байрам булһа, һеңлем балаларға күстәнәсте йәки бүләген пакетҡа һалып ҡапҡаның тотҡаһына элеп китә. Мин дә уның балаларына әйберҙе кеше аша ебәрәм. Шулай бер-беребеҙҙе күрмәмеш тә, белмәмеш булып йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең бер туғандары менән ҡатышыуын күрәм дә көнләшеп ҡуям. Ә бына иремдең туғандары улай түгел. Ирешеп, әйтешеп тә алалар, икенсе юлы ҡараһаң, һин дә мин аралашалар.

Өлкәнәйгән һайын аңлайым: туғанлыҡ ебен өҙгән кеше ожмахҡа инмәй. Үҙ әсәбеҙ беҙгә ожмах ишеген япҡас, нимә эшләргә? Минең дә апай булып, туғандарымды йыйып ултырғым килә. Туғандар араһында дуҫлыҡ булдырыр өсөн миңә нимә эшләргә? Кәңәштәр көтәм.

Ә. Апайығыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева