Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Апрель 2022, 07:25

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!

Рамаҙан айында Хәйбулла районының Уфимка ауылының «Ләйсән» магазинында «Саҙаҡа кәштәһе» булдырылды. Был сауаплы эште ауыл ағинәйҙәре башлап ебәргән. Мөмкинлеге булған кеше был кәштәгә ризыҡ йә әйбер һалып, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала. «Саҙаҡа кәштәһе» ай буйы эшләйәсәк. Изге эште хуплап, үҙҙәренең магазины кәштәһенән урын бүлгән эшҡыуарҙар Зөфәр һәм Флүрә Солтановтарҙың аҙымы хуплауға лайыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: тәүге көндә үк «Саҙаҡа кәштәһе» кәрәкле аҙыҡ-түлектәр менән тулған.

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!

Ағинәйҙәр изге Рамаҙан айында ауылдаштарын ошо саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра. --Яҡшы айҙа ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтыр! – ти улар.

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк -- алығыҙ!
Автор:Гульдар Кадаева