Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
6 Апрель 2022, 09:25

Изге ай бара

Мосолмандар өсөн изге ай Рамаҙан башланды. Рамаҙан айында ураҙа тотоу – мосолман өсөн фарыз ғәмәл. Күптәр ураҙа тотоу ҡояш ҡалҡҡандан алып, байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылыу тип уйлап, яңылыша. Ураҙа тотоуҙың маҡсаты күпкә бөйөгөрәк. Төп маҡсат булып тәҡүәлеккә ирешеү тора.

Изге ай бара
Изге ай бара

Рамаҙан айы – ураҙа тотоу, күберәк тәүбә ҡылыу, төнгө намаҙҙар уҡыу саҙаҡа таратыу, Ҡөрьән уҡыу айы. Был айҙа үҙен мосолман тип тапҡан һәр кеше мотлаҡ рәүештә ураҙа тоторға тейеш. Ауырлы йә имеҙеүсе ҡатындарға, сәфәрҙә булғандарға, сирлеләргә ураҙанан баш тартыу рөхсәт ителә. Бер ниндәй сәбәпһеҙ ураҙаны ҡалдырыу – оло гонаһ. Шулай уҡ ураҙаны Рамаҙан айы буйына тоторға кәрәк. Йәғни, 29 йәки 30 көн буйына. Ә айҙың башында, уртаһында, аҙағында бер нисә көнләп түгел. Рамаҙан айындағы ураҙа еренә еткереп тотолғанда ғына камил һанала һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителә.

Беҙҙең ҡалала 5 иман йорто бар. Шулар араһынан «Тәҡүә» мәсете үҙәк булып иҫәпләнә һәм уның ишеге һәр кем өсөн асыҡ. Мәсеттәрҙә көндә кис тәрәүих намаҙҙары уҡыла.


Ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты – ихтияр көсөн арттырыу. Ихтияр көсө ныҡ булғанда әҙәм балаһы күп нәмәгә ирешә ала. Рамаҙан айында кеше күберәк изге эштәр эшләргә ынтылып, насар эштәрҙән ары торорға тырышырға тейеш. Рух ныҡлығы, ихтияр көсө күп ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә, күңел төшөнкөлөгөнән аралай.

Рамаҙан айында әҙәм балаһы шулай уҡ ихласлыҡҡа өйрәнә. Сөнки ураҙа тотоуҙың төп шарты – ихлас ниәт. Беҙ ураҙаны ихлас күңелдән тик Аллаһ Тәғәлә өсөн генә тоторға, ошо ниәттебеҙҙе көн һайын яңыртып торорға тейешбеҙ. Бөтә ғәмәлдәрҙең дә ихлас күңелдән эшләнелеүе – уларҙың ҡабул булыуы өсөн төп шарт

Автор:Гульдар Кадаева