Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
3 Апрель 2022, 23:20

Һаумы, һаумы, әкиәт!

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә “Һаумы, һаумы, әкиәт!”төбәк-ара йәш әкиәт һөйләүселәр конкурсының муниципаль этабы тамамланды.

Һаумы, һаумы, әкиәт!
Һаумы, һаумы, әкиәт!

Әкиәтте һәр кем ярата, айырыуса балалар уны кес кенә йәштән  өләсәйҙәренән, әсәйҙәренән тыңлап үҫә. Халыҡ ижадының бер төрө булған әкиәттәр кескәйҙәрҙе яҡшыны ямандан, аҡты ҡаранан, изгелекте яуызлыҡтан айырырға өйрәтә. Конкурстың муниципаль этабында 2 йәштән алып 7 йәшкәсә ҡыҙҙар-малайҙар әкиәт һөйләп ярышты.

Балалар баҡсалары тәрбиәселәренең балалар менән ентекле эшләүҙәре, уларға ҡыҙыҡлы әкиәттәр һөйләргә өйрәтеүҙәре маҡтауға лайыҡ. Бер яҡтан кескәйҙәрҙең телмәре үҫешһә, икенсе яҡтан улар үҙҙәрен сәхнәлә тоторға өйрәнә. Сараны ойошторусылар уның маҡсатын туған телде һаҡлау, үҫеп килгән йәш быуынға халыҡ ижадын, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәтеү тип иҫбатлай. Конкурста бөтәһе 28 бала әкиәт һөйләне. Гран-прины Мәҙинә Иҫәнгилдина яуланы.

Автор:Гульдар Кадаева