Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
2 Апрель 2022, 11:00

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ БУЛДЫҠ

«Һаумы, hаумы, әкиәт!» быйыл да үҙенең ҡосағына әкиәт һөйөүсе кескәй дуҫтарын йыйҙы.

ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ БУЛДЫҠ
ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ БУЛДЫҠ

Инде нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән, барыбыҙ һағынып көтөп алған яратҡан бәйгебеҙ- «Һаумы, hаумы, әкиәт!» быйыл да үҙенең ҡосағына әкиәт һөйөүсе кескәй дуҫтарын йыйҙы.

--Конкурс иғлан ителеүен хәбәр иткәс тә балаларҙың күҙҙәре янып китте. Беҙҙең "Әкиәт" балалар баҡсаһынан "Һаумы, һаумы, әкиәт!"- Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә йәш башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһенең муниципаль этабында 2-4 йәшлектәр араһында Иҫәнгилдина Мәҙинә Гран-при яулаһа ( тәрбиәсеһе Вилданова Ә.Ғ.), 5-7 йәшлек балалар араһында Үзбәкова Әмирә 3-сө урын (тәрбиәсеһе Дәүләтбирҙина Г.М.), Ҡоломбәтова Азалия 2-се урын яуланы ( тәрбиәсеһе Ишмырҙина Л.М. ). Йәнһүрәт эшләү буйынса "Ҡурай " төркөмө тәрбиәсеһе Ләйсән Зәйнетдин ҡыҙы Фәйзуллина 3-сө урын алды. Конкурс бик матур үтте, ойоштороусыларға, жюриға оло рәхмәт,--ти тәрбиәсе Әлфиә Ғаяз ҡыҙы.


Кескәйҙәрҙе һәм тәрбиәселәрҙе ҡотлайбыҙ!Ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева