Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
22 Ноябрь 2021, 10:30

Эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ!

Беҙ, ”Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре, үҙебеҙҙең ысын мәғәнәһендә әкиәт донъяһы булған баҡсабыҙҙа “Бирешмә!”тип аталған интеллектуаль өҫтәл уйынына йыйылдыҡ.

Эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ!
Эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ!

Ноябрь. Көҙҙөң һуңғы айы. Бар тирә-яҡ аҡ ҡарға күмелде, йән-яғыбыҙға сафлыҡ һибелде. Аҡ ҡар менән күңелдәрҙә яҡты матур хистәр, киләсәгебеҙгә ышаныс уянғандай. Тиҙҙән Ер-Әсәбеҙ мөғжизәле әкиәт донъяһына сумыр.

Ошондай матур өмөттәр менән беҙ, ”Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәселәре, үҙебеҙҙең ысын мәғәнәһендә әкиәт донъяһы булған баҡсабыҙҙа “Бирешмә!”тип аталған интеллектуаль өҫтәл уйынына йыйылдыҡ. Иң беренсе башҡорт халыҡ уйыны йәрәбә һалып ике командаға бүлендек. Бына барыбыҙ яратып тыңлаған “Арғымаҡ“ этно-төркөмөнөң рухлы башҡорт егеттәре башҡарыуындағы “Бирешмә” йыры беҙҙе уйынға алып инеп китеп, сәм өҫтәп ебәрҙе. “Һомайғоштар” һәм “Телһөйәрҙәр” командалары тыуған ҡалабыҙ Сибайҙан Өфөгә ҡарай “юл тотто”. Беҙҙең маҡсатыбыҙ--Башҡортостан картаһы буйлап әҙәбиәт, тел, сәнғәт өлкәһендәге белемдәребеҙҙе файҙаланып иң беренсе булып баш ҡалабыҙға барып етеү ине.

Күтәренке кәйеф һәм матур позитив уйҙар менән “юлға сыҡтыҡ”. Алда беҙҙе көтөлмәгән һынауҙар көтә!

Төрлө-төрлө конкурс, һынауҙар аша республикабыҙҙың һәр бер районына туҡталып, унда тыуған һәм ижад иткән халҡыбыҙҙың барлыҡ билдәле шәхестәрен иҫкә алып, ижадтарына ҡыҫҡаса байҡау яһай-яһай Өфөгә яҡынайҙыҡ. Юлда беҙгә йырлап-бейеп тә алырға, шулай уҡ бер-беребеҙҙе дәртләндереүсе һүҙҙәр ҙә табырға, үҙебеҙҙең һәләттәребеҙҙе һынлы сәнғәт өлкәһендә лә күрһәтеп алырға кәрәк булды. Һәр беребеҙ үҙебеҙҙең командаларыбыҙҙы ни тиклем күберәк мәрәйҙәр йыйып алға сығарырға тырышты. Бөтә Башҡортостанды айҡап-байҡап сығып, туҡталыштар һайын ял итә-итә бына гүзәл баш ҡалабыҙға яҡынлаштыҡ. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына! Һомайғоштар маҡсатҡа яҡынлашҡандан-яҡынлаша ғына! Һәм бына улар Өфөгә килеп тә етте! Уларҙан артыҡ артта ҡалмайынса ғына телһөйәрҙәр ҙә маҡсатҡа иреште, бирешмәнеләр! Ике команда ла Өфөлә осрашты.

Бына шулай мөғжизәле бала саҡ бишегендә бергәләп бәүелергә лә, кескәйҙәр күңеленә дөрөҫ юл табып уларҙы белем донъяһына әйҙәргә лә, янып эшләргә һәм көндәлек эштән бер аҙға ғына арынып, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйсә ял итергә лә белә беҙҙең тәрбиәселәребеҙ.

Гүзәлиә Дүләтбирҙина,

“Әкиәт”балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Резеда Валиева