АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Июнь 2021, 10:00

Бәхетле булһын һәр бала!

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелгән, ғәмһеҙ бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Һәр кемдең киләсәге уның нисек үтеүенә бәйле. Күңелендә яҡшы һәм яҡты хәтирәләр һаҡлаусы был тормошта бәхетле була, үҙ юлын дөрөҫ һайлай һәм ғүмер баҫҡысына тик ышаныслы аҙымдар менән генә күтәрелә. Тимәк, ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең төп бурысы – балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү.

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелгән, ғәмһеҙ бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Һәр кемдең киләсәге уның нисек үтеүенә бәйле. Күңелендә яҡшы һәм яҡты хәтирәләр һаҡлаусы был тормошта бәхетле була, үҙ юлын дөрөҫ һайлай һәм ғүмер баҫҡысына тик ышаныслы аҙымдар менән генә күтәрелә. Тимәк, ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең төп бурысы – балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләү.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң нәҡ 1 июндә билдәләнеүе юҡҡа түгелдер. Беренсенән, йылы, яҡты, ҡояшлы, йәмле йәй етә. Икенсенән, балаларҙың көтөп алған күңелле һәм оҙайлы каникулдар башлана. Матур дата уңайынан беҙ Сибай ҡалаһының "Баҙлауыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Элина Ҡолоева, Дарина Атанова, Ислам Яхин, Эльмир Абдрахмановтар менән таныштыҡ. Кескәйҙәр беҙҙе сослоғо, шуҡлығы, аҡыллылығы менән һоҡландырҙы. Һис тартыныуһыҙ хәбәрҙәрен һөйләп, тәтелдеге сыҡтылар, ихлас фотоға ла төштөләр. Уҡытыусы-логопед Нәзилә Ғайсар ҡыҙы Байморатова билдәләүенсә, балалар баҡсаһындағы һәр тәрбиәсе, кескәйҙәрҙең күңеленә асҡыс табыуҙы, уларҙың талантын үҫтереүҙе һәм яҡшы тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Шуға күрә һәр бала алсаҡ, яғымлы һәм маҡсатҡа ынтылыусан.
- Беҙҙең балалар баҡсаһына барлығы 260 бала йөрөй. Уларҙың барыһы ла күп яҡлап талантлы, дәртле, ата-әсәләре беҙҙең таяныстарыбыҙ. Тәрбиәләнеүселәр ҡала, республика конкурстары һәм фестивалдәре еңеүселәре булып тора. Бынан тыш балалар баҡсаһында ойошторолған халыҡ бейеүҙәре, спорт, нон-стоп бейеү түңәрәктәренә йөрөй, йырларға ла, сәхнәлә сығыш яһарға ла өйрәнә. Бәләкәстәребеҙгә бәхетле, шатлыҡлы бала саҡ теләйем, ата-әсәләр иҫән-һау булһын, балаларҙың еңеүҙәре, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып йәшәргә яҙһын, -ти балалар баҡсаһы мөдире Альбина Риф ҡыҙы Әсмәндийәрова.
Балаларҙың көләс йөҙҙәре, шатлыҡлы тауыштары бер ваҡытта ла тынып ҡалмаһын. Һәр ғаилә балаларына ихтирамлы, иғтибарлы булып, ҙур тормош юлында дөрөҫ атларға өйрәтһә, йәмғиәтебеҙҙә изге эштәр ҡылыныр, бер-береһенә миһырбанлы кешеләр күберәк булыр ине. Тормоштоң һәр башланғысы дөрөҫ аҙымдан һәм аҡыллы тәрбиәнән килә бит!