АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
31 Май 2021, 16:55

ИЗГЕЛЕК БЕРЛӘШТЕРӘ

Нигеҙ бутҡаһы. Ошондай матур йола барлығын ишеткәнегеҙ бармы? Улайһа, баштан һөйләйем әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изге Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһының бер таңында беҙҙән аҫтараҡ бер өй аша ғына йәшәгән күршеләребеҙ Фариза һәм Фәнил Шәмсетдиновтарҙың ҙур, матур йорттары күҙ менән ҡаш араһында янып, көлгә әйләнде. Ауылыбыҙҙың янғын һүндереү машинаһы тиҙ генә килеп етте, бер аҙҙан Темәстеке лә ҡушылды, ләкин өйҙө ҡотҡарып булманы. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай тигәндәре дөрөҫ шул. Ошо ауыр мәлдә күренә лә инде кемдең кемлеге...

Нигеҙ бутҡаһы. Ошондай матур йола барлығын ишеткәнегеҙ бармы? Улайһа, баштан һөйләйем әле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изге Рамаҙан айының һуңғы аҙнаһының бер таңында беҙҙән аҫтараҡ бер өй аша ғына йәшәгән күршеләребеҙ Фариза һәм Фәнил Шәмсетдиновтарҙың ҙур, матур йорттары күҙ менән ҡаш араһында янып, көлгә әйләнде. Ауылыбыҙҙың янғын һүндереү машинаһы тиҙ генә килеп етте, бер аҙҙан Темәстеке лә ҡушылды, ләкин өйҙө ҡотҡарып булманы. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай тигәндәре дөрөҫ шул. Ошо ауыр мәлдә күренә лә инде кемдең кемлеге, ул яҡтан ауылдаштарыбыҙ һынатмай: берәйһе вафат булып ҡалһа ла, дәррәү йыйылып, мәрхүмде һуңғы юлға матур итеп оҙата. Был осраҡта ла һәр кем ҡулынан килгән тиклем дөрләп янған ут менән көрәште, ярай әле ел булманы, күмәк көс менән янғын һүндерелде. Шул уҡ көндө техникалары булған ир-аттар янып, көл-күмергә әйләнгән бүрәнәләрҙе, барлыҡ йыһаздарҙы таҙартып түккәс, әйтерһең дә, бер нисә сәғәт элек кенә шундай ҡурҡыныс хәл булмаған да кеүек тойолдо...
Янғындан зыян күреүселәр-гә бала-сағалары, күрше-күләне, туғандары, күрше ауылдар халҡы, мәсет, хатта бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләргә тиклем әйберләтә лә, аҡсалата ла ярҙам итергә ашыҡты, карта аша ла фитыр саҙаҡаһы итеп күсереүселәр күп булды. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, иртәгәһенә үк Бөрйәндән шыңғырлап торған эре бүрәнәле бура ла килеп ултырҙы. Бура күтәреү өмәһе изге көнгә—Ураҙа ғәйетенә тура килде. Мәсеттә аҙан тауышы яңғыраған, бала-сағалар әйенселәү йолаһын башҡарған саҡта беҙ, күршеләре, был яҡҡа хас булған матур йола: нигеҙ бутҡаһын ашарға һәм ихлас күңелдән теләктәрҙе теләргә барҙыҡ. Был яҡҡа хас йола тип бушҡа әйтмәйем, сөнки бер райондан булһам да, беҙҙең ялан яғында ундай йола юҡ. Иптәшем менән беҙгә лә Бөрйән урмандарында бешкән эре, йыуан ҡарағайҙарҙан ике тапҡыр өй һалырға тура килде. Өй күтәреү өмәһенә тыуған ауылымдан әсәйем, ағайҙарым да килгәйне. Бына шунда апһыным Зәйнәп еңгәй мәрхүмә, Зәкиә ҡайынбикәм менән суйын сүлмәктә дөгөнән бутҡа бешереп һалына башлаған нигеҙгә алып барҙыҡ. Күрше-күлән үҙе белеп, саҡырыуҙы ла көтмәй, ҡайһыныһы икмәк, май, ҡайһыныһы ҡайнатма, бал, кәнфит-печенье кеүек тәм-том тотоп килде, өмәселәр менән бергәләшеп тәмле бутҡа менән һыйланғайныҡ. “Нигеҙегеҙ ҡотло, эсе тулы ҡорт булһын!”—тип Зәйнәп еңгәйҙең ҡыҙыҡ ҡына итеп теләгәненә аптырап ҡарап ҡуйғаным бөгөнгөләй хәтеремдә. Баҡтиһәң, ҡорт тигәне бала-саға икән! Эй, әсәйем оҡшатып ҡайтҡан ине ошо үҙенсәлекле ят йоланы! Ҡайтҡас, һоҡланып, ғәжәпләнеп һөйләгәндер инде, күрәһең, бер барғанымда Әҡлимә еңгәйем, ҡалай матур йола бар икән ул яҡта, тигәйне. Үҙҙәре лә яңы өй күтәргәс, ошо йоланы тотоп, күрше-күләндәрен нигеҙ бутҡаһына өндәшкәндәр ине. Белмәйем, башҡа яҡтарҙа ундай йола бармы икән, ләкин һуңғы йылдарҙа бында ла, үкенескә ҡаршы, онотолоп, юғалып барған кеүек ине. Ҡасандыр, элекке иркен иген баҫыуҙары булған ерҙә беҙҙең һәм Рөстәм менән Вәсиләнең, Айһылыу һәм Азамат Ғәбитовтарҙың өйҙәренән һуң яйлап тиҫтәнән ашыу яңы йорттар ҡалҡып сыҡты, ул матур йола үтәлдеме-юҡмы, әйтә алмайым.
Ғүмер буйы бөртөкләп йыйған мөлкәт-монаяттары бер нисә сәғәт эсендә янып, бер нәмәһеҙ тороп ҡалған, эстәре тулы ут йотоп йөрөгән Фариза менән Фәнил күршеләребеҙ бик шәп булып сыҡты: әйтеүҙе лә көтөп тормай, үҙҙәре белеп килгән өмәлә ҡатнашыусыларҙы, күршеләрен дә нигеҙ бутҡаһына йыйҙы. “15 кеше булды йорт күтәреү өмәһендә”,—тине аҙаҡ ҡыуанып хужабикә. Шәмсетдиновтар ауылда абруйлы ғаилә. Фариза оҙаҡ йылдар мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Оҫтаның тәмле аш-һыуын ауыҙ итмәгән кеше һирәктер, ҙур ҡунаҡ-төшөм, туйҙарға күптәр төрлө ят салаттарҙы, тауыҡ, балыҡтарҙы тултырырға, өҫтәл биҙәргә уға заказ бирә, был эштәрҙе ул оло кинәнес менән бөтә күңелен һалып, урын–еренә еткереп башҡара. Йорт хужаһы Фәнил дә тырыш кеше: тәүге йыл-дарҙа совхозда механизатор, һуңынан мәктәптә ҡарауылсы, кочегар булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ғаилә береһенән-береһе сибәр, уңған 3 ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, өсөһөн дә кейәүгә биреп, хәҙерге көндә 8 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә. Һәр икеһенә өй һалышып, йәштәргә ихлас ярҙам итеп торалар.
Кеше ауырлыҡта һынала: тәүге көндәрҙән үк кейәүҙәре ҡайтмаҫтан, үҙ иҫәптәренә бер аҙналыҡ ял алып, ҡәйнә-ҡайныларының торлағын эш итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Аҙна ла тулманы, зыян күргән нигеҙҙә бына тигән матур йорт ҡалҡып та сыҡты ( һүрәттә-авт.) Шәмсетдиновтар ошондай ауыр мәлдә матди яҡтан да, мораль яҡтан да эскерһеҙ ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ ауылдаштарына, күрше ауылдар халҡына, күрше-күләненә, коллегаларына, 9 тиҫтәне тултырып килгән, аҡсалата ҙур ярҙам күрһәткән атай-ҡайныһы Нурмөхәмәт ағайға, ҡустылары Иҙелгә, яҡын туғандарына, таныш-белештәренә, хатта бөтөнләй белмәгән-күрмәгән кешеләрҙең ярҙамына ҙур рәхмәтле! Изге Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә биргән әжерҙәренең сауаптарына ирештерһә ине тип теләйҙәр. Әлбиттә, яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Бәлә-ҡазалар һәр икебеҙҙе урап үтһен, ауылдарыбыҙҙа тормош ҡайнаһын, яңы йорттар ҡалҡып сыҡһын, матур йолабыҙ—нигеҙ бутҡаһын бик күптәр тәмләһен, ихлас теләктәр бойомға ашһын!
Илүзә Әфләтүнова.
Баймаҡ районы
Билал ауылы.