АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
3 Май 2021, 20:15

КЕМДӘР ФИТЫР САҘАҠАҺЫ БИРЕРГӘ ТЕЙЕШ?

*Һәр мосолман үҙе өсөн һәм үҙ ҡарамағындағы кешеләр өсөн мотлаҡ фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Мәҫәлән, ир кеше үҙе өсөн һәм үҙенең ғаилә ағзалары өсөн түләй. Хатта кемдер берәй сәбәп менән ураҙа тотмаһа ла (мәҫәлән, ҡарт йә ауырыу булһа), уға ла барыбер фитыр саҙаҡаһы биреү тейешле. Әгәр кемдер бүтән кеше өсөн саҙаҡа бирергә уйлаһа, ул был турала ул кешегә мотлаҡ белгертергә һәм уның рөхсәте менән бирергә тейеш. Сөнки был – ғибәҙәт, ә ғибәҙәт өсөн ниәт мөһим (йәғни, ул кешенең саҙаҡа бирергә ниәте булмаған булһа, уның өсөн бирелгән саҙаҡаның файҙаһы булмаясаҡ).Дауамы сайтта.

Һәр мосолман үҙе өсөн һәм үҙ ҡарамағындағы кешеләр өсөн мотлаҡ фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Мәҫәлән, ир кеше үҙе өсөн һәм үҙенең ғаилә ағзалары өсөн түләй. Хатта кемдер берәй сәбәп менән ураҙа тотмаһа ла (мәҫәлән, ҡарт йә ауырыу булһа), уға ла барыбер фитыр саҙаҡаһы биреү тейешле. Әгәр кемдер бүтән кеше өсөн саҙаҡа бирергә уйлаһа, ул был турала ул кешегә мотлаҡ белгертергә һәм уның рөхсәте менән бирергә тейеш. Сөнки был – ғибәҙәт, ә ғибәҙәт өсөн ниәт мөһим (йәғни, ул кешенең саҙаҡа бирергә ниәте булмаған булһа, уның өсөн бирелгән саҙаҡаның файҙаһы булмаясаҡ).
???? Әгәр ҙә кемдеңдер фитыр саҙаҡаһы бирергә мөмкинселеге юҡ икән, тимәк, уға был фарыз булмай, һәм ул был саҙаҡа өсөн ҡайҙандыр бурысҡа аҡса йә ризыҡ алырға тейеш түгел. ✨ «Аллаһ йәнгә мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне йөкләмәй» ✨, - тиелгән Ҡөрьәндә («Һыйыр» сүрәһе, 2:286).
⏰ ҠАСАН БИРЕРГӘ?
Фитыр саҙаҡаһын мотлаҡ Ураҙа байрамына ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк. Байрам намаҙына барғанда тейешле кешенең өйөнә ҡалдырып китһәң, был иң яҡшы, иң матур ваҡыт. Байрам намаҙынан һуң бирелгән саҙаҡа фитыр саҙаҡаһы булып иҫәпләнмәй, ә ябай саҙаҡа ғына була. Ғалимдарҙың фекеренсә, кем үҙ мәлендә фитыр саҙаҡаһын бирмәгән, ул – гонаһ ҡылыусы. Уға Аллаһ алдында тәүбә итергә һәм һуңлап булһа ла мохтаждарға тейешле күләмдәге ризыҡты алып барып биреп ҡуйырға тейеш. Кем онотҡан, уның өҫтөнән дә барыбер был бурыс төшмәй, ул да һуңлап булһа ла саҙаҡаһын тейешле кешеләргә илтеп тапшырһын.
???? НИСЕК БИРЕРГӘ?
Фитыр саҙаҡаһын берәй туғаныңа, яҡындарыңа «бүләк» , «күстәнәс» тип әйтеп бирһәң дә була. Сөнки «хәйер», «саҙаҡа» тиһәң, ҡайһы бер кеше ҡыйынһына, тартына башлаусан. Әгәр, мәҫәлән, ике-өс килограмм печенье, кәнфит алып инһәң, был бер кешенең фитыр саҙаҡаһы күләме була. Шулай уҡ, фитыр саҙаҡаһын йәшереп тә бирергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡапҡаға, ишеккә, эт-бесәй тейә алмаҫлыҡ урынға элеп китергә була. Бының үҙ хикмәттәре бар. Беренсенән, йәшереп биргән саҙаҡаның әжер-сауабы ҙурыраҡ. Икенсенән, әгәр кешегә йәшереп кенә саҙаҡа ҡалдырһалар, ул «шул түгелме икән, был түгелме икән» тип бар таныш-
белештәрен барлап, уйлап сыға. Был иһә кешеләрҙең араһын яҡынайта.
Илдар хәҙрәт Хәйруллин,
"Ваҡыт!"
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.