Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
24 Апрель 2021, 13:00

Иң ҙур бәхет – бала ҡыуанысы!

Йылайыр районының Һултантимер һәм Хәйбулла районының Атингән ауылдары араһын туғанлаштырып, Торсонбаевтар менән Дәүләтҡоловтарҙың ҙур ғаиләләре араһында шаулап-гөрләп туй мәжлесе үтте. Кәләш менән кейәүҙең туғандары шундай пар килгән ҡоҙалар булыуы менән бар халыҡты һоҡландырғандыр ул! Алыҫ араларҙы яҡын итеп, ике яҡта ла өс көн буйына уйын-көлкө, йыр-бейеү тантана итте. Манма тиргә батҡан гармунсылар алмаш-тилмәш гармун телдәрен һайратты, ә ҡоҙалар табандары уттай ҡыҙғансы бейешеп тә, тауыштары ҡарлыҡҡансы йырлашып та мас булды...Бөгөн килеп шул күңелле, онотолмаҫ мәлдән алып сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән, имеш...

Йылайыр районының Һултантимер һәм Хәйбулла районының Атингән ауылдары араһын туғанлаштырып, Торсонбаевтар менән Дәүләтҡоловтарҙың ҙур ғаиләләре араһында шаулап-гөрләп туй мәжлесе үтте. Кәләш менән кейәүҙең туғандары шундай пар килгән ҡоҙалар булыуы менән бар халыҡты һоҡландырғандыр ул! Алыҫ араларҙы яҡын итеп, ике яҡта ла өс көн буйына уйын-көлкө, йыр-бейеү тантана итте. Манма тиргә батҡан гармунсылар алмаш-тилмәш гармун телдәрен һайратты, ә ҡоҙалар табандары уттай ҡыҙғансы бейешеп тә, тауыштары ҡарлыҡҡансы йырлашып та мас булды...
Бөгөн килеп шул күңелле, онотолмаҫ мәлдән алып сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән, имеш... Кисәге йәштәр ҙә ғүмер уртаһын аша атлаған абруйлы уҙаман менән ханым инде... Бөгөн Рәүилә Ғәле ҡыҙы менән Әхмәт Сәлимйән улы Дәүләтҡоловтар Сибай ҡалаһында йәшәй. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында тир түкһә, хужабикә ҡаланың өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы. Дүрт бүлмәле иркен фатирҙа бик татыу йәшәй улар, үҙҙәренән кеше өҙөлмәй. Ике яҡтың да туғандарын берҙәй тигеҙ күреп, һәр береһен ихтирам итеп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йөшәүҙәре менән балаларына бик матур өлгө лә күрһәтә атай менән әсәй. Ир беләк, ҡатын терәк, тигән әйтем нәҡ ана шул Дәүләтҡоловтар кеүек ғаиләләрҙән сығып барлыҡҡа килгәндер ул! Һәр башланғысты уртаға һалып, кәңәшләшеп эшләгәнгә лә эштәре ыңғай, донъялары алға тәгәрләй уларҙың.
Баш балалары Раушания, ата-әсә ҡанатынан айырылып, үҙ аллы донъя көтә инде. Улдары Иҙел әле Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәй. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, ололарға ярҙамлашып үҫкән егет һалдат хеҙмәтендә лә һынатмай. Дәүләтҡоловтар ғаиләһенә ул хеҙмәт иткән ғәскәри часть командирҙарынан килгән рәхмәт хаты ла ошо хаҡта һөйләй. Тырыш егет бар яҡтан да булған, өлгөр һәм эшһөйәр, тип маҡтайҙар Иҙелде. Уның хәрби байраҡ янында фотоға төшөү хоҡуғына эйә булыуы нимә аңлатҡанын әрме хеҙмәтен үткән һәр ир-егет яҡшы белә. Ул – һалдат өсөн иң юғары награда! Ағайының шундай оло баһаларға лайыҡ булыуына ҡустыһы Алмас айырыуса ныҡ шатлана. “Мин дә ағайым кеүек буласаҡмын!” – ти ул ғорурлыҡ менән. Ә ошо көндәрҙә үҙенең алтын юбилейын билдәләүсе Әхмәт Сәлимйән улы өсөн ошонан да ҙурыраҡ һәм ҡәҙерлерәк бүләктең булыуы мөмкин дә түгел.
Ояһында ни күрһә, осҡанда ла шул була, тигәндәй, Дәүләтҡоловтарҙың иркәләп-һөйөп үҫтергән ҡыҙ һәм улдары ла ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгелдәр. Ҡыуаныстарығыҙ тағы ла күберәк булһын, йортоғоҙҙан изге хәбәрҙәр өҙөлмәһен, тип теләге килә уларға!
Мотал Рәмов.
Һүрәттә: Дәүләтҡоловтарҙың ишле ғаиләһе; һалдат Иҙел Дәүләтҡолов.