АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Апрель 2021, 12:00

Тарихи үткәндәргә байҡау

2021 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә тарихи үткәнебеҙгә байҡау яһап “Башҡорт халҡының фәжиғәһе - Һөйәнтөҙ” тигән темаға һөйләшеү үтте. Сараға гимназия-интернат уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары саҡырылды.

2021 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Шул уңайҙан Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә тарихи үткәнебеҙгә байҡау яһап “Башҡорт халҡының фәжиғәһе - Һөйәнтөҙ” тигән темаға һөйләшеү үтте. Сараға гимназия-интернат уҡыусылары һәм Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары саҡырылды. Башҡорт халҡының ҡанлы тарихы тураһында Сибай институтының иҡтисад факультетында теория, хөкүмәт тарихы һәм хоҡуғы кафедраһы доценты, Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов йөкмәткеле сығыш яһаны. Мәмдүҙә Илбаҡованың башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙе моңло итеп башҡарыуы һоҡландырҙы. Шулай уҡ Һөйәнтөҙ фәжиғәһенә таянып төшөрөлгән тарихи музыкаль нәфис фильмды ҡарау тамашасыларҙы тағы ла рухландырҙы.
#Башҡорттарихыйылы#Башкирскоедолголетие#ГодздоровьяРБ