АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
24 Февраль 2021, 22:30

СУХОМЛИНСКИЙ ИЛАР ИНЕ

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе артҡы планға күсеп кенә ҡалманы, уға ҡарата туранан-тура һөжүм башланды. Хәҙер мәктәп уҡыусыларына класс иҙәнен йыуырға ярамай, таҡта һөртөргә ярамай, мәктәп яны баҡсаһында эшләргә ярамай һ.б. Шулай итеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ауыҙҙарына әҙерҙе һалған, өҫтәренә яңынан-яңы кейемдәр алып кейҙергән ялҡау, әрәмтамаҡ балалар үҫтерҙек. Ҡулдарынан ҡыйбатлы телефондар төшмәй. Көндәр буйына шуға ҡаҙалып ултыралар.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған саҡта яҡташым, педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан бик тә уҡымышлы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Тутыя Ағзам ҡыҙы Бикҡужина апай беҙгә, студенттарға, шундай һорау бирҙе: мәктәптә беренсе урында нимә торорға тейеш: белемме әллә тәрбиәме? Беҙ, белем, тинек. Ул ни өсөн беренсе урында тәрбиә торорға тейешлеген бик аңлайышлы итеп төшөндөрҙө. Ә тәрбиә нимәнән башлана, тип һораны. Төрлөбөҙ төрлөсә яуап бирҙек. Хеҙмәт тәрбиәһе төп урында торорға тейеш, тине ул.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе артҡы планға күсеп кенә ҡалманы, уға ҡарата туранан-тура һөжүм башланды. Хәҙер мәктәп уҡыусыларына класс иҙәнен йыуырға ярамай, таҡта һөртөргә ярамай, мәктәп яны баҡсаһында эшләргә ярамай һ.б. Шулай итеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ауыҙҙарына әҙерҙе һалған, өҫтәренә яңынан-яңы кейемдәр алып кейҙергән ялҡау, әрәмтамаҡ балалар үҫтерҙек. Ҡулдарынан ҡыйбатлы телефондар төшмәй. Көндәр буйына шуға ҡаҙалып ултыралар. Бәғзеләре вуз бөтәләр ҙә ни эшләргә теләмәйҙәр, ни эш таба алмайҙар. Ата-әсә елкәһен кимереп ятыусылары ла етерлек. Юғары белем тураһындағы ҡатырғы ғына һине уңған, егәрле яһай алмай икән шул. Әгәр елкәң булмаһа. Советтар Созының иң арҙаҡлы педагогы, "Йөрәгемде балаларға бирәм", "Гражданиндың тыуыуы" китаптарының авторы, хеҙмәт тәрбиәһе биреү буйынса файҙалы педагогик хеҙмәттәр яҙған Василий Александрович Сухомлинский был хәлдәрҙе күрһә, башын тотоп ултырып илар ине. Йөрәге, түҙмәй, шартлар ине. Кемдәрҙе үҫтерәбеҙ беҙ? Был бит ғаилә киләсәгенә генә түгел, милләт киләсәгенә, дәүләтебеҙ именлегенә янаған бик ҙур ҡурҡыныс.
Тәлғәт Шаһманов.
Фото интернеттан.