Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Ноябрь 2020, 17:35

Ҡәбере бағыулы хәҙер

Яугир хеҙмәт иткән хәрби часть Украинала бендеровсыларға ҡаршы алыштарға йәлеп ителә. Шунда ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булыуын, ҡатыны уның улын алып икенсе кешегә тормошҡа сығыуын, балалар табыуын ишетә. Янындағылар:“Ҡайтып кеше донъяһын бутап йөрөмә инде, юғалғанһың икән юғалғанһың”,-- тигәс, ул Украинала ҡала. Шулай итеп Әхиәр Мирғаяз улы Башҡортостанға 1954 йылда ғына ҡайтып төшә. Күңел яраларын ҡуҙғатмаҫ өсөн тыуған яҡтарынан мөмкин тиклем алыҫҡа китергә тырышып 1954 йылда Сибайға юллана.

Сибай ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ташландыҡ ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү дауам итә. Үткән аҙнала ғына “Бер кем дә онотолмай” проекты сиктәрендә ике яугирҙең мәңгелек төйәктәре рәтләнеүен хәбәр иткәйнек.
84 йәшлек әүҙем йәмәғәтсе, спорт ветераны Әхмәт Барит улы Юнысов үҙенең хеҙмәттәше, элекке 34-се һөнәрселек-техник училищеһының хәрби эш буйынса етәксеһе Әхиәр Мирғаяз улы Хәкимовтың ҡәберен иҫке зыяратта бик оҙаҡ эҙләй. Уның 1981 йылда баҡыйлыҡҡа күскән шәхестең мәңгелек төйәге ташландыҡ хәлдә булыуын яҡшы белеүенең, шуға ла уны ипкә килтереп ҡуйыуҙы маҡсат итеүенең сәбәбе лә бар—Әхиәр Хәкимовтың Сибайҙа бер туғаны ла, яҡыны ла юҡ.
--1915 йылда Борай районының Ҡайынлыҡ ауылында тыуған Әхиәр Хәкимов 1938 йылда әрме сафына алынған. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа ебәрелгән. Контразведканың оперуполномоченныйы 202-се һауа-десант бригадаһында хеҙмәт иткән. Һуғыш ваҡытында оператив-розыск хеҙмәтен башҡарған, немец шпиондарына һәм диверсанттарға ҡаршы көрәшкән. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Ҡаты бәрелештәрҙә бер нисә тапҡыр ҡаты яраланған. Дошманды Берлинғаса ҡыуып барып етһә лә ул һуғыш тамамланғас та тыуған яҡтарына ҡайтмаған,--тип һөйләй уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алып Әхмәт Барит улы.
Яугир хеҙмәт иткән хәрби часть Украинала бендеровсыларға ҡаршы алыштарға йәлеп ителә. Шунда ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булыуын, ҡатыны уның улын алып икенсе кешегә тормошҡа сығыуын, балалар табыуын ишетә. Янындағылар:“Ҡайтып кеше донъяһын бутап йөрөмә инде, юғалғанһың икән юғалғанһың”,-- тигәс, ул Украинала ҡала. Шулай итеп Әхиәр Мирғаяз улы Башҡортостанға 1954 йылда ғына ҡайтып төшә. Күңел яраларын ҡуҙғатмаҫ өсөн тыуған яҡтарынан мөмкин тиклем алыҫҡа китергә тырышып 1954 йылда Сибайға юллана. Ошо мәлдә Сибай ҡасабаһында ФЗО асыла һәм ул шунда хәрби етәксе булып эшләй башлай. 1955 йылда Сибайға ҡала статусы бирелгәс, физик культура һәм спорт комитетын етәкләй. Ике эшен бер юлы тигеҙ алып барған, йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырған шәхес күптәргә оло спортҡа юл аса. Эшсе һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙҙар-егеттәр уның йүнәтлмәһе буйынса физкультура техникумына, хәрби училещеға уҡырға инә.
Йәш саҡта нисек тә йәшәй кеше, олоғайғас ветеранға көн итеүе ауырлаша. Етмәһә, һуғыш, күңел яралары тынғы бирмәй. Ҡарт һалдатты коллегалары даими баға, унан һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙата. Вафатына 39 йыл үткәс тә һаман шул хеҙмәттәштәре уның иҫтәлеген яңыртыу зарурлығын, ҡәберен тәртипкә килтереү инициативаһын күтәреп сыға. Элекке 34-се һөнәрселек-техник училищеһы, хәҙерге Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы коллективы Әхмәт Юнысовтың башланғысын хуплай. Уҡыу йорто студенттары ветерандың ҡәберен сүп-сарҙан таҙарта, селеген ҡырҡа, ҡәбер ташын, кәртәләүен нығыта.
Шулай уҡ контразведканың оперуполномоченныйы Әхиәр Хәкимовтың ҡәберен рәтләүгә Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте идаралығының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлеге вәкилдәре ҡушыла. “Башҡортостан Республикаһының дәүләт именлеге органдары ветераны” хәйриәлек фонды ҡәбер өҫтөнә ҡуйыуға яңы таҡтаташ, кәртәләү эшләтә. Төҙөлөш һәм сервис колледжы директорының административ-хужалыҡ буйынса урынбаҫары Салих Шәһит улы Тимербулатов етәкселегендә мәрмәр таҡтаташ, тимер кәртәләү ҡәбергә урынлаштырылған. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы етәкселеге бүлгән плитәләрҙе студенттар һалдаттың мәңгелек төйәге өҫтөнә теҙеп һалған.
Ошо көндәрҙә уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, “Йәш патриот” хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, йәмәғәтсе Әхмәт Юнысов, именлек хеҙмәте вәкилдәре яңыртылған ҡәберлектә булып, отставалағы капитанды ҡәҙерләп иҫкә алды. Хәтер һәм ҡәҙер сараһында ҡатнашыусылар уны икенсе тапҡыр ерләгәндәй тойғо кисерҙе.
Әхмәт Барит улы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнгән тарихи осорҙа изге эштең осона сығыуына ифрат ҡыуана һәм ҡәберлекте рәтләүгә тос өлөш индереүсе һәр кемгә оло рәхмәттәрен белдерә. Ул шулай уҡ тыуған еренең азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән яугирҙең ҡәберен туғандары, яҡындары килеп күреренә өмөтөн өҙмәй.
Читайте нас: