Бесәйҙәрҙе өнәп етмәйем, әммә ҡаҡмайым, һуҡмайым...Шулай ҙа ҡыҙым хаҡына бесәй алырға ризалаштым. Атаһы матур ғынаһын, бәләкәй генәһен табып алып ҡайтты. Бәләкәстәрен үҙем дә яратам былай. Ҡыҙыбыҙҙың шатлығы эсенә һыйманы, көнө-төнө мыяубайының янында булды. Тиҙ арала тәртипкә лә өйрәтеп алдыҡ. Ай үҫәһен көн үҫеп тигәндәй, тиҙ генә ҙурайҙы бесәйебеҙ. Үтә ныҡ шуҡ булды. Фатирҙың бер бүлмәһенән икенсеһенә ел тиҙлегендә йүгерә, диван башынан да саба, өҫтәлгә лә менергә тартынманы. Аш бүлмәһенә инһә, иҙәндә ултырған һауыты янына бармай, беҙҙең урынға ҡунаҡлап, түрә кеүек етди йөҙ яһап, йәйелеп ултыра (ысын кеше һымаҡ ултыра торғайны) ине ул. Уның ҡойолған йөнө, гөлдәрҙе соҡоуы, уларҙы ҡолатыуы бөтөнләй маҙаға тейә башланы. Шул саҡ өйҙәгеләргә шарт ҡуйҙым: йә бесәй артынан үҙегеҙ таҙалайһығыҙ, йә бесәйегеҙҙе юҡ итегеҙ! Юҡ итеү тигәндә бер кемгә биреүҙе күҙ уңында тотҡайным, әлбиттә. Мыжыуыма ирем түҙмәгән, ахыры. Бер көнө бесәйебеҙ юҡ ине. Баҡ тиһәң, ирем таң менән эшкә киткән саҡта бесәйҙе үҙе менән алған да, юл ыңғайы бер туҡталышыта ҡалдырып киткән. Ҡыҙыбыҙҙы алдарға тура килде: бесәй сығып ҡасҡан. Ҡайтыр тип йыуаттыҡ...Тик бынан үҙемә һис рәхәтлек килмәне. Өй бушап ҡалған һымаҡ булды...
- Эштән ҡайтышлай әлеге туҡталыш янынан үттем, ҡайҙа ҡалдырҙым - шул урында ултыра ул, әллә ҡыбырламаған да инде, - тине ирем.
Был һүҙе йәнде йәнә үртәне. Бәләкәйҙән фатирҙан сыҡмаған бесәй, урамдың нимә икәнен дә белмәй ине бит. Подъезд янына 1-2 сығарғайныҡ, өйҙә батшалай ҡыланған мыраубайыбыҙ тышта башҡа бесәйҙәрҙе күреп, бөтөнләй кесерәйеп, шиңеп ҡалғайны. Ошоно иҫкә төшөрөп, туҡталышта ҡалған бесәйҙе уйлап илар сиккә еттем...Нимә эшләй инде? Башҡа бесәйҙәрҙән үҙен нисек яҡлар? Нимә ашай?
Өндәшмәй өнһөҙ ятһаҡ та таңға ҡәҙәр ирем дә, мин дә йоҡлай алмай сыҡҡанбыҙ икән. Быны иртәгәһенә генә белдем. Эштә саҡта ирем шылтыратты:
- Мин иртәнсәк йәнә шул туҡталыш янына үттем, бесәй әле лә шунда. Таланған шикелле, бөршәйеп кенә ултыра...Асыҡҡандыр инде..., --тине лә шымып ҡалды.
Телефондың был осонда мин дә өнһөҙ ҡалдым. Нимә әйтәйем инде хәҙер? Үҙем бит бесәйҙе юҡ итеүҙәрен һорап айҙар буйы мыжыным... Уйҙарымды иремдең тауышы бүлде:
- Кис эштән ҡайтышлай кире алып ҡайтайым әле, йәме? - тине ул инәлгәндәй.
Шуны ғына көткәндәй, ҡыуаныстан: "Эйе, алып ҡайт ", - тинем.
Күңел күтәрелеп китте. Ҡыҙымды һөйөнсөләнем, йәнәһе бесәй табылған.
Кис йәнә бесәйле булдыҡ. Ирем уны алып ҡайтты, йыуындырҙыҡ. Бесәйҙең фатир буйлап, бөтә нәмәне пыран-заран килтереп, йөндәрен ҡойоп йүгереүен күҙәтеп кинәнес кисерҙек...
Ошо хәлде, шул саҡтағы кисерештәрҙе уйлайым да уйға ҡалам: бесәйҙе бер тәүлеккә тышта ҡалдырыу күңелгә бер минут та тынғылыҡ бирмәне. Бер тәүлек эсендә үҙебеҙҙе хыянатсы ише тойҙоҡ...
Ә бит бесәйен түгел, үҙ балаһын балалар йортонда, сүплектә, подъезда ҡалдырып китеүселәр бар. Быныһы бөтөнләй башыма һыймай...