Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Июнь 2020, 20:15

НИКАХТЫ МУЛЛА ҒЫНА УҠЫЙМЫ?

Ә иң хәйерлеһе—атай-әсәйҙең балаларына ҡылған доғаһы. Был доғаның ҡабул булыуына шик юҡ...

Ҡыҙыбыҙ кейәүгә сығырға ниәтләй. Әммә илдәге хәүефле хәл арҡаһында туйҙы кисектереп килдек. Әле йәштәр беҙҙе көтмәҫкә булды, ҡыҙыбыҙ буласаҡ кейәү менән баш ҡалала бергә йәшәй башлаясағын әйтте. Аптырауға ҡалдыҡ. Ҡунаҡ йыймай ғына никах уҡытырға булырмы икән? Вирус мәлендә ҡунаҡ йыйыу ҙа тыйыла бит…
Рәсимә. Йылайыр районы.

һорауға яуап итеп Нәзир Сабитовтың яҙғандарын тәҡдим итәбеҙ:
Нимә ул никах? Никах–ул иғлан (белдереү) ҡылыу. «Беҙ өйләнешәбеҙ», тип халыҡҡа белдереү. Был–никахтың асылы. Хатта йәштәрҙең ЗАГС-ҡа барып шаһиттар алдында яҙылыуы, башҡаларға хәбәр итеп ғаилә ҡороуы ла никах тип һанала.
Йәштәребеҙ динебеҙҙең талаптарын үтәһә яҡшы инде. Шулай ҙа муллаһыҙ никах үткәреүҙә лә, хатта туй мәжлесе үткәрмәйенсә өйләнешеүҙә лә бер гонаһ юҡ. Әлбиттә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) һарыҡ салып булһа ла туй үткәрегеҙ тигәне–ул халыҡ белһен, һыйлағандың әжер-сауабы йәштәргә булһын тигән мәғәнәлә. Икенсе бер хәҙисендә туй емеш-еләк менән үтте, тигәне лә бар.
Аллаһ Тәғәлә Ислам динен ҡыйын ҡылманым тигән. Никахта ҡыйынлыҡтар тыуҙырмағыҙ, никах-туйҙарҙа ҙур килемдәр сығарып мәшәҡәтләнмәгеҙ. Кешеләр алдында улым-ҡыҙымдың ғүмерендә бер тапҡыр никахлашыуы тип, эске-аҙғынлыҡ ойоштороп, урамда аҡырышып-тыпырҙап йөрөү мосолман булған башҡорттоң аҙғынлыҡҡа төшөүен күрһәтә. Никах-туйҙарығыҙ рия (показуха) булмаһын, Аллаһ Тәғәләнең ҡарғышын алмағыҙ. Балаларығыҙға Аллаһы Тәғәләнең ризалығы, бәрәкәте үә ниғмәте булһын, бәхет һәм иҫән-һаулыҡ насип итһен, тип йәшәгеҙ.
Никах–ул ир менән ҡатындың бергә тормош ҡорорға килешеүе. Ул ике яҡтың да ризалығы менән төҙөлә. Никах килешеүен төҙөгәндә аҡылы теүәл, балиғ ике мосолман ир-егет, йәки бер ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ шаһит (свидетель) булырға тейеш. Кейәү кеше ошо ҡыҙҙы шаһиттар алдында ҡатын итеп алдым, ә ҡыҙ кеше ошо егеткә ҡатын булып барҙым тиһә—шуның менән никах вәссәләм, үтәлгән була. Никах мәжлесе йыйыу йә туй үткәреү һеҙҙең теләгеҙгә һәм кеҫәгеҙгә ҡарап башҡарыла.
Мулланың йәштәрҙең никахлашыуында бер ҡыҫылышы юҡ. Ул урыҫ поптары һымаҡ Аллаһ һәм кешеләрҙең араһындағы посредник түгел. Шуға никах мәжлесенә мулланы саҡыраһығыҙмы-юҡмы—был һеҙҙең эш. Беҙҙең боронғо башҡорт йолаһы буйынса мулла никахлаша торған йәштәргә килеп нәсихәт—доға-теләк ҡылған. Никах доғаһын мулла ғына уҡырға тейеш, йә мулла ғына никах үткәрергә тейеш тигән бер ниндәйҙә дәлил—хәҙис юҡ. Һәм никах доғаһы уҡылырға тейеш тигән хәбәр ҙә мәғлүм түгел. Никах доғаһы ул—Ҡөръән аяттарынан алынған бер-нисә аят, уны теләгән кеше уҡый ала. Ә иң хәйерлеһе—атай-әсәйҙең балаларына ҡылған доғаһы. Был доғаның ҡабул булыуына шик юҡ. Теләһә, никах хөтбәһен кейәү кеше лә уҡый ала.
Читайте нас: