Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Май 2020, 13:05

Рухи тәрбиә–бейеүҙән...

Урал аръяғының иң көслө уҡыусыларын туплаған Сибай гимназия-интернатында байтаҡ йылдар бейеүгә һөйөү тәрбиәләнә. Бынан 10 йыл элек ойошторолған “Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамблендә малай-ҡыҙҙар бейеү нескәлектәренә төшөнә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә һөйөү менән бағырға өйрәнә.

Урал аръяғының иң көслө уҡыусыларын туплаған Сибай гимназия-интернатында байтаҡ йылдар бейеүгә һөйөү тәрбиәләнә. Бынан 10 йыл элек ойошторолған “Салтанат” өлгөлө балалар бейеүҙәре ансамблендә малай-ҡыҙҙар бейеү нескәлектәренә төшөнә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә һөйөү менән бағырға өйрәнә.
Йәш бейеүселәр Нурзилә Исхаҡова менән Тимур Таҡтаевты ла бында сәнғәттең был төрөнә булған һөйөү, күңел талабы килтергән.
—Бейеү менән 7-се кластан шөғөлләнәм. Гимназия-интернатҡа килгәс тә “Салтанат”ҡа йөрөй башланым. Күңелемә шунда уҡ ятты ла ҡуйҙы. Бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, берҙәм ҡыҙҙар-егеттәр йыйылған,—тип фекерҙәре уртаҡлаша Хәйбулла районы Петропавловск ауылы егете Тимур.—туғандарым араһында бейеүселәр юҡ. Шулай ҙа данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың нәҫеленән булыуыма ғорурланам. Был иһә миңә оло яуаплылыҡ тойғоһо өҫтәй.
Белем усағында уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнаған Нурзилә Баймаҡ районы Күгиҙел ауылынан. Бейеүгә йөрөп кенә ҡалмай, яҡшы уҡый, “Толпар” үҙидаралығы ағзаһы, көслө спортсы ла.
—Бейеү менән шөғөлләнеү теләге бала саҡтан оҙата килде. Шулай ҙа, хыялымды Сибайға килеп тормошҡа ашырҙым. Бындағы дүрт йыл эсендә күп яҡлап үҫтем, тип әйтә алам. Сөнки, сәхнә кешене ҡыйыулыҡҡа, үҙеңде тоторға өйрәтә. Ансамбль менән ҡайҙа ғына, ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһаманыҡ! Шулай ҙа иң иҫтә ҡалғаны 2018 йылдың йәйендә Анапа ҡалаһында Гран-при яулап ҡайтыу булғандыр,—ти Нурзилә.
Ысынлап та, ике йыл элек Ҡара диңгеҙ буйында үткән Халыҡ-ара ара мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижад фестивалендә Гран-при яулауҙы “Салтанат” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең иң юғары уңыштарының береһе, тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, илдең төрлө мөйөштәренән килгән коллективтар араһында яҡташтарыбыҙ һынатмай. Баһалама ағзаларын “Башҡортостан йәштәре” һәм “Төйәләҫ буйында” исемле башҡорт бейеүҙәре менән әсир итә. Ойошто-роусылар Сибайҙарға һоҡланыуын белдереп, уларҙы “Халыҡсанлыҡ өсөн” һәм “Иң яҡшы костюм” номинацияларында бүләкләй. Йәш бейеүселәр иһә ҙур сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалмай, матур урындар менән таныша, диңгеҙҙә һыу инә.
—Март айында Ырымбурға барған сәфәребеҙ ҙә бик оҡшаны,—тип әңгәмәгә ҡушыла Тимур.—Ошо уҡ фестивалгә Рәсәйҙең ижади коллективтары йыйылғайны. Беҙ республика намыҫын яҡланыҡ. Халыҡ бейеүҙәре төркөмөндә I урын яулау Санкт-Петербургта үтәсәк ярымфиналда ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Ә бына Карауанһарайға ҡылған сәйәхәтебеҙ күңелебеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр. Тышҡы матурлығы менән генә һоҡланып ҡалманыҡ, эскә үтеп, ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла мәғлүмәттәр алдыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә сәскәләр һалдыҡ.
Әлеге ваҡытта ансамблдә 80-гә яҡын йәш бейеүсе әҙерлек, урта һәм өлкән төркөмдәрҙә шөғөлләнә. Тәүгеһенә теләге булған һәр кем алынһа, ҡалғандарына “иләк” аша үткәрелгәндәре ҡала.
“Салтанат” һүҙенең ниндәй мәғәнәгә эйә икәнлеген беләһегеҙме,”—тип һорауыма: “Эйе,—тиҙәр улар бер тауыштан.–Ысынлап та, ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙән гел ошо хаҡта һорайҙар. Тылсымлы көскә эйә, ҡөҙрәтле, тигәнде аңлата.
Киләсәктә тормоштарын бейеү менән бәйләрҙәрме-юҡмы, әммә улар юғалып ҡалмаҫ.
—Сәнғәт юлын һайламаған осраҡта ла, бейеү беҙҙең ғүмерлек юлдашыбыҙ буласаҡ,—ти Тимур. Нурзилә лә уның фекерен хуплай.
—“Салтанат”ҡа нигеҙ һалған етәксебеҙ, тәжрибәле хореограф Фәнүзә Мәжит ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Сөнки, барлыҡ еңеүҙәрҙең башында ул тора. Шулай уҡ гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбованың туранан-тура хәстәрлеген тоябыҙ. Уның яғынан ярҙам булмаһа ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ инек,—тип рәхмәттәрен еткерә улар.
Нисек кенә булмаһын, бейеү милли рух тәрбиәһе биреп кенә ҡалмай, ә үҫеп килеүсе быуынға ҡанат ҡуя, алға әйҙәй. Сибай гимназия-интернаты уҡыусыларының нәҡ ошо юлдан барыуҙары ҡыуаныслы.
Данил Әбделғазин..
Һүрәттә: Н. Исхаҡова менән Т. Таҡтаев.