Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Апрель 2020, 15:05

Үҙҡамаланыуҙың файҙаһы

Балалар баҡсалары, мәктәптәр, түңәрәктәр барыһы ла үҙҡамаланыуҙа. Ситлектә ултырыуға тиң булған сараны бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балалар ауыр кисерә.Был мәлде нисек итеп файҙалы үткәрергә?

СЧ
«Өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ!» һуңғы аҙнала Сибай халҡы ғына түгел, ә бөтә ил һәм донъя ошондай девиз аҫтында йәшәй.
Балалар баҡсалары, мәктәптәр, түңәрәктәр барыһы ла үҙҡамаланыуҙа. Ситлектә ултырыуға тиң булған сараны бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балалар ауыр кисерә.
Был мәлде нисек итеп файҙалы үткәрергә? Бәләкәстәр өсөн төп эшмәкәрлек төрө – ул уйын, ә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы уйындарҙы хатта аш бүлмәһендә лә ойошторорға мөмкин. Бындай уйындар баланың фантазияһын, хәтерен, фекерләү ҡеүәһен, ваҡ маторикаһын үҫтерә, уның хәрәкәтен көйләй.
Беренсе уйын өсөн бары тик төрлө формалағы макарон (фасоль, төрлө ярмалар ҙа алырға була) һәм буш һауыттар кәрәк. Балағыҙға макарондарҙы формалары буйынса айырып һалырға тәҡдим итегеҙ. Уйынды ҡатмарлаштырып йә ҡалаҡ, йә пинцет ярҙамында ла айырып һалыуҙы алырға була. Уны дауам итеп ҡайһы бер макорондарҙы епкә теҙеп, муйынсаҡ эшләп, уны буяп, өйҙәгеләрҙең береһенә бүләк итеү, йә ҡурсаҡҡа кейҙереп ҡуйыу бала өсөн ҙур ҡыуаныс буласаҡ.
Аш өҫтәлендә күңелле хоккей уйынын да ойошторорға була. Бының өсөн батмус, духовканың яҫы табаһын, тәпәш ҡумта алырға кәрәк. Уның ике яҡ ситенә ҡатырғанан эшләнелгән ҡапҡалар ултыртыла. Шайба урынына борсаҡ, ә сәкәнде һут эскән көпшәнән эшләргә була. Был уйынды, хатта өлкәндәр ҙә бик мауығып уйнай.
Батмусҡа манка ярмаһын түгәбеҙ һәм бармаҡтар менән төрлө һүрәттәр эшләйбеҙ. Был уйынды төрлө маҡсатта ойошторорға мөмкин: өндәрҙе нығытыу, мәҫәлән, билдәле өнгә предметтың һүрәтен төшөрөү, әкиәттәргә иллюстрация эшләү, бала менән әкиәт, йә бәләкәй хикәйә төҙөп, һүрәтен төшөрөү. Төшөрөлгән һүрәтте видеоға яҙҙырып алһағыҙ, был иһә һеҙҙең авторлыҡ анимацияғыҙ буласаҡ.
Бала алдына 5-6 предмет (аш-һыу бүлмәһендә нимә табыла) ҡуйыла ( баланың йәшенә күрә предметтың һаны кәметелә, йә күбәйтелә), предметтарҙың исемдәре аталғас, бала күҙен йома, шул арала предметтар урындары менән алмаштырыла, йәки уларҙың береһе алына. Аҙаҡ бала нимә етмәгәнен әйтергә, дөрөҫ итеп урынлаштырырға тейеш.
Ғаиләгеҙ менән ваҡытығыҙҙы фәһемле үткәрер өсөн бары тик теләк һәм фантазия ғына кәрәк: ғаилә театры (күләгә, бармаҡ, носки театрҙары һ.б.) макеттар (өйөгөҙөң, ҡаланың, төрлө билдәле биналарҙың), коллаждар эшләү, цирк, концерттар күрһәтеү, ҡыҙыҡлы фокустар уйлап табыу. Былар барһы ла үҙ-ара мөнәсәбәтте нығыта, баланы психологик яҡтан камиллаштыра, илһамландыра, үҫтерә.
Беҙ, өлкәндәр күпселек ваҡыт эш, ваҡ мәшәҡәттәр менән булышып, балаларыбыҙға иғтибарыбыҙҙы аҙ бүләбеҙ. Бөгөнгө хәл шуны төҙәтергә мөмкинлек бирә.
Зилиә Ишмөхәмәтова.
“Алтынай” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.