Ауылдың урта төшөндә мунсалай ғына өйҙә йәшәй инек, әсәйем ауыл осондағы ҡыртышлы ҡаҡланда уҫаҡтан апаруҡ ҙур бура буратып күтәртте. Ул саҡта силсәүит, колхоз рә-йесе, мәктәп директорының йорттары ғына транса ҡыйыҡлы, ҡалғандары һаламдан ҡоршалғайны, беҙ ҙә торлағыбыҙҙы яңы сабылған, әле генә һуғылған арыш менән яптырҙыҡ. Һалам ҡыйыҡ, тигәндәй, хәҙер ҙә шул сыпсыҡ ояһын хәтерләткән өйҙәрҙе һағынам, юҡһ-ынам, ашлыҡ һабаҡтарын баш осона өйөп ҡуйыу үҙе үк бәрәкәт, муллыҡ билдәһе ине бит! Ниһайәт эш төп өлөшкә, торлаҡтың ултырағына килеп төртөлгәйне, күрше малайҙ-арҙы өгөтләп, өмә яһап, нигеҙҙе ус аяһылай таштарҙан бурап тыҡтырғайным тыҡтырыу-ға, уны иртәгеһенә үк көтөүҙән ҡайтып инмәгән берәҙәк кәзәләр өйөрө һырпаланып еме-ргән, хәйерһеҙ. Мәгәр әсәйем, унан-бынан йыйып ташығаныбыҙҙы әрәм итмәне, бик тә ҡулай булды әле, тип, ҙур таштар һалып ҡабаттан тығылған нигеҙҙең тишек-тошоғон тыҡшырып бөтөрҙө. Хеҙмәтебеҙҙең, тырышлығыбыҙҙың бушҡа китмәүенә, өй өйөүгә өлөш индерә алыуыма үтә лә ҡәнәғәт ҡалдым. Балта оҫтаһы Насырйән ағай шул бурабыҙға тәҙ-рәләр уйып йөрөй, ә мин инде ир затынан булараҡ уның тирәһендә эшлекле ҡыланып йөрөп ятам. Оҫта йылмая биреберәк рөхсәтемде алыуҙы ла кәрәк тапты: “Йә, хужа, кәңәшеңде бир, тәҙрәләрҙе ҡайһылайыраҡ итеп уяйыҡ?” “Ҙур булһын, - тием етди ҡиәфәттә, - улар барыһы ла фәҡәт урам яҡҡа ҡараһын, өй эсенә таң менән ҡояш нурҙары инеп тул-һын, тормошобоҙҙа ни ҡылынғанын ауылдаштарым тотҡарлыҡһыҙ, үтәнән-үтә белеп-күреп торһон!”
Көнитмешебеҙҙә баҙар иҡтисады. Баҙарҙан ҡайтып киләм. Шуға иғтибар иттем - кирбес йорттар асыуҙан ҡылтайған кешеләй һырттарын ҡуйып теҙелгәндәр, рамлы уйымдар күренмәй, хас та ҡараштарын йәшергән уғры кеүектәр, билләһи! Тимер ҡапҡалы, йоҙаҡлы, тәҙрәләре ишек алдына боҫҡан, йәшеренгән торлаҡтар үтеп ингеһеҙ таш ҡәлғәне хәтерләтә. Осо-ҡырыйы күренмәгән ҡараңғы туннелдән китеп барғандай тоям үҙемде!
Әҙәм балаһы хәҙер үҙ донъяһына бикләнде, яҡтылыҡан ҡасып, яттар ғәменә битараф ҡалып ғүмер кисерә. Бынан ике йыл элек “Таҙа Һаҡмар” акцияһын үткәреп райондар гиҙәм. Нимәһе ғәжәп, бикләнеп йәшәүҙән ялҡыпмылыр, биҙрәпмелер, халыҡ эркелеп өмәгә, йылға буйына сыға, һабантуйға йыйынғандай ат егеп, арбаларға һағып, самауырҙар-ын, ҡашығаяҡтарын тейәп алғандар күптәр, йәш-елкенсәк коляскаларын этеп сыҡҡан хатта. Һәммәһе шат, һәммәһе күңел байрамы ойошторған беҙгә рәхмәттәрен белдерә. Ике ҡатын килеп ҡосаҡлашып алғас береһе былай тине: “Бер ауылда йәшәп тә йылға яҡын һине күргәнем юҡ ине, ҡайһылай ҡартайып киткәнһең!” Тегеһе йөҙөн моңһоуландырҙы: “Яңғыҙлыҡ хәсрәткә һала, әхирәт, бикләнеп йәшәү ҡартайта!”
Тәҙрәһеҙ йорттарҙы теүәлләп киләм, ә башымда өмөтлө уй сыуала: “Бер килеп берәйһе моғайын да ҡояш сығышына ҡаратып тәҙрә уйыр ул, мотлаҡ уйыр, сөнки әҙәм балаһы ғы-на түгел, бар тереклек, шытым биргән һәр ҡыяҡ яҡтылыҡҡа, нурға, ҡояшҡа ынтылыу өсөн яратылған!”