Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Февраль 2020, 13:05

Бөтәбеҙгә бер маҡсат

Көн дә иртәнсәк балаларҙы ҡабул итеп, ата-әсәләр менән әңгәмә ҡороп, балаларҙың күңелен табыу өсөн уйындар ойошторған ваҡытта ла уның башында төрлө уйҙар ҡайнай: яңы эҙләнеүҙәр, табыштар һәм асыштар. Кисен кескәйҙәрҙе оҙатып ҡалғандан һуң, кәрәк ҡағыҙҙарҙы йыйып алып өйгә ашҡыныу. Ә инде өйҙә аш бешереү бүлмәһендә бар эштәрҙе бөтөп, балаларҙы йоҡларға һалып, өйҙәге бөтә уттарҙы һүндергәндән һуң, көнө буйы уйлап йөрөгән уйҙарын аҡ ҡағыҙға һала, заманса әйткәндә, компьютерҙың аҡ ҡағыҙына баҫа ла инде тәрбиәсе... Бына шулай үтә тәрбиәсенең көнө. Шулай ул яңы асыштарға килә, яңы үрҙәргә күтәрелә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Көн дә иртәнсәк балаларҙы ҡабул итеп, ата-әсәләр менән әңгәмә ҡороп, балаларҙың күңелен табыу өсөн уйындар ойошторған ваҡытта ла уның башында төрлө уйҙар ҡайнай: яңы эҙләнеүҙәр, табыштар һәм асыштар. Кисен кескәйҙәрҙе оҙатып ҡалғандан һуң, кәрәк ҡағыҙҙарҙы йыйып алып өйгә ашҡыныу. Ә инде өйҙә аш бешереү бүлмәһендә бар эштәрҙе бөтөп, балаларҙы йоҡларға һалып, өйҙәге бөтә уттарҙы һүндергәндән һуң, көнө буйы уйлап йөрөгән уйҙарын аҡ ҡағыҙға һала, заманса әйткәндә, компьютерҙың аҡ ҡағыҙына баҫа ла инде тәрбиәсе... Бына шулай үтә тәрбиәсенең көнө. Шулай ул яңы асыштарға килә, яңы үрҙәргә күтәрелә.
Баймаҡ ҡалаһының “Миләш” балалар баҡсаһында өс йыл инде эксперементаль инновацион майҙансыҡ эшләп килә. 2017 йылда, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты бойороғо аҫтында, “Балалар баҡсаһында белем биреү эшмәкәрлеген ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу” темаһы өҫтөндә ғилми етәкселәребеҙ—балалар баҡсаһы етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Бикйәнова һәм педагогия фәндәре кандидаты, доцент Рида Хәниф ҡыҙы Гасанова менән дәррәү эҙләнеү эше башланып киткәйне. Өс йыл дауамында баҡсабыҙҙың педагогтары дөйөм темаға ярашлы эҙләнеү эштәрен алып барҙы. Ул ғына түгел, методик ҡулланмалар өҫтөндә эшләнек, балалар менән практикала ҡулландыҡ, йыйынтыҡҡа тупланыҡ. “Саф һауала йөрөү”ҙең картотекаһын төҙөнөк, сюжетлы-ролле уйындарҙың проектын төҙөнөк, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, йыллыҡ тематикаға ярашлы проект варианттарын булдырҙыҡ. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла бер урынға тупланды һәм баҫмаға тапшырылды.
Өс йыллыҡ эш һөҙөмтәһеҙ ҡалманы: ике йыйынтығыбыҙ донъя күрҙе. Ошо эш һөҙөмтәбеҙҙе рәсми рәүештә билдәләп үтергә лә насип булды. Ғинуар айының һуңғы көндәрендә баҡсабыҙҙа ҙур сара үтте. Был сарала ғилми етәксебеҙ Рида Хәниф ҡыҙы Гасанова, мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Әдиф улы Зәйнуллин, мәғариф бүлеге методисы Гүзәл Әнүәр ҡыҙы Абдуллина, ҡала һәм районыбыҙҙың башҡа балалар баҡсаһы етәкселәре, тәрбиәселәре, Сибай ҡалаһынан саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡунаҡтарыбыҙға өс йыллыҡ эш һөҙөмтәһен барлап асыҡ дәрестәр күрһәттек, эҙләнеү эшенең
һәр этабы, эш алымдары, һөҙөмтәһе буйынса сығыштар яһаныҡ, презентацияларыбыҙҙы яҡлап сыҡтыҡ, йәш үҙенсәлектәренә ярашлы тематик проект варианттарынан, донъя күргән методик ҡулланмаларыбыҙҙан күргәҙмә тәҡдим иттек. Эксперименталь майҙансыҡта һөҙөмтәле эш алып барыусы педагогтарыбыҙ Зәйтүнә Арыслан ҡыҙы Саптарова, Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы Мырҙағәлина, Ғәлиә Ғәйзулла ҡыҙы Раева, Гөлдәр Сәхий ҡыҙы Әлибаева, Гөлшат Әсҡәт ҡыҙы Күсәбаева, Фидәлиә Рәзин ҡыҙы Байегетова Мәғариф бүлеге һәм балалар баҡсаһының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Бик оҙаҡ әҙерләнгән яуаплы сарабыҙ уңышлы үтте. Барлыҡ ҡунаҡтарға, үҙебеҙҙең коллегаларыбыҙға, ғилми етәкселәребеҙгә рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, эшебеҙ ошоноң менән генә тамамланмай. Киләсәктә тағы бернисә йыйынтыҡ сығара иҫәп тотабыҙ.
Ләйлә Иҫәнбаева,
“Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.