Китап уҡырға яратҡан, уның менән дуҫ булған кеше – бәхетле кеше. Уның аҡыллы, изге, тоғро дуҫы – китап. Китаптар яҡшы мәғлүмәттәр бирә, көлкөлө лә ,ҡыҙғаныс та, мажаралы ла, мауыҡтырғыс та донъяға сәйәхәткә алып китә.
Февраль башында Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһына ҡаланың 9 –сы лицейының 5 «А» класс уҡыусылары, класс етәкселәре Гөлдәр Мостафа ҡыҙы кластан тыш дәрескә килде.
--Балалар "китапхана", "китап фонды", "китап уҡыусы формуляры", уҡыу залы" кеүек һүҙҙәрҙең мәғәнәләре менән танышты. Шулай уҡ китапты нисек ҡулланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк,--ти китапханасы Зөлфиә Әмир ҡыҙы Хәсәнова. -- Был сараның төп маҡсаты --китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Кластан тыш дәрестә балалар китап тураһында мәҡәлдәр, төрлө йомаҡтар систе, «Кем күп уҡый, шул күпте белер» викторинаһында әүҙем ҡатнашты, шиғырҙар һөйләне, ҡайһы берҙәре үҙҙәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатай-ҡартатайҙары тураһында һөйләп үтте.
Дәрес аҙағында балалар китапханаға яҙылып, үҙҙәренә оҡшаған әҙәбиәтте һайлап алып таралышты.