Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Декабрь 2019, 14:00

Милләтебеҙ киләсәге хаҡына

Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” балалар баҡсаһында төрлө саралар үткәреп торабыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар башҡорт телен бөтөнләй тиерлек белмәй. Күбеһенсә русса һөйләшәләр. Шуға күрә, телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, Сибай ҡалаһының “Аҡһылыу” балалар баҡсаһында төрлө саралар үткәреп торабыҙ.
Мин үҙем театр түңәрәге алып барам. Был—кескәйҙәрҙең тел байлығын үҫтереү йәһәтенән бик отошло. Улар әкиәтте сәхнәләштереүҙә бик теләп ҡатнаша. Музыкаль етәксебеҙ Гөлйөҙөм Сәлимйән ҡыҙы балаларҙы ылыҡтыра белә. Ул—үҙ эшенең оҫтаһы.
Эшемде алып барыуҙа Фәнүзә Рәхмәт ҡыҙының да ярҙамы ҙур. Мөдиребеҙ Марина Александровнаның, методисыбыҙ Сулпан Фнүн ҡыҙының тырышлығы булмаһа, беҙ был эште атҡарып сыға алмаҫ инек. Хакимиәттең мәғариф бүлеге методисы Лилиә Шаһибал ҡыҙы ла тик рәхмәт һүҙҙәренә генә лайыҡ.
Балалар матур итеп һөйләшһен өсөн телмәрҙәре өҫтөндә Розалия Сәғит ҡыҙы эшләй.
Күптән түгел күмәк хеҙмәт менән “Ҡурайсы малай” әкиәтен сәхнәләштерҙек. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бик ҡәнәғәтбеҙ. Ошо эште атҡарып сығырға ярҙам иткәндәре, балалар менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнгәндәре өсөн ата-әсәләргә лә ҙур рәхмәт. Ки-ләсәктә лә телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән бергәләп эшләргә яҙһын.
Юлиә Мусина,
“Аҡһылыу”
балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.