АТАЙСАЛ
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Декабрь 2019, 20:35

АҠЫЛЛЫ УҠЫУСЫ

Бер дини белем биреүсе мөғәллимдең күп уҡыусылары булған. Шуларҙың береһен бик ныҡ яратҡан икән был. Ҡалған уҡыусылар быға көнләшеп ҡара-ған. “Ул бит артыҡ бер нәмә лә эшләмәй! Нимә менән бәйле һуң был?!”—тип аптырашҡан улар.

Бер дини белем биреүсе мөғәллимдең күп уҡыусылары булған. Шуларҙың береһен бик ныҡ яратҡан икән был. Ҡалған уҡыусылар быға көнләшеп ҡара-ған. “Ул бит артыҡ бер нәмә лә эшләмәй! Нимә менән бәйле һуң был?!”—тип аптырашҡан улар. Көндәрҙән бер көндө остаздарынан был турала һорарға булып киткәндәр, ти. Мөғәллим уйланып ултырған-ултырған да: “Һәр берегеҙ берешәр тауыҡ салһын. Тик ҡарағыҙ уны: салғанығыҙҙы бер кем күрергә тейеш түгел,”—тигән. Икенсе көнөнә бөтә уҡыусылар ҙа һуйылған тауыҡтарын тотоп килгән. Тик теге яратҡан уҡыусыһы ғына тере тауыҡ килтергән икән. Бөтәһе лә ҡыҙыҡ күреп бынан көлә башлаған.
Шунан мөғәллим: “Йә, шәкерттәрем, һөйләп ебәрегеҙ: кемегеҙ ҡайҙа һәм нисек салды тауығын?”—тип һораған. Һәр береһе кемуҙарҙан тауыҡ салыу тарихын һөйләп биргән. Кемеһелер һарайға йәшенгән, кемеһенәлер ҡаланан ситкә сығырға тура килгән. Яратҡан уҡыусыға сират барып еткәс, малай тыныс ҡына: “Эй, остазым, тауыҡты бер кем дә күрмәҫлек итеп йәшенеп кенә салыр урын тапманым шул. Ҡайҙа ғына булһам да, Аллам күрә бит мине,”—тип яуап биргән. Шул ваҡыт мөғәллим уҡыусыларына
мөрәжәғәт итеп: “Ни өсөн ошо уҡыусымды бөтәгеҙгә лә ҡарағанда нығыраҡ яратыуымды хәҙер аңланығыҙмы инде?!”—тигән хикмәтле генә итеп.
Ниндәй генә яҙыҡ эш ҡылырға теләһәк тә, шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ: Аллаһ барыһын да күрә. Кеше күҙенән ҡасырбыҙ, әммә Унан йәшенә алмаҫбыҙ.