Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Ноябрь 2019, 22:07

ИКМӘК ВАЛСЫҒЫ БЕҘҘӘН ОЛО

Өләсәйем Зәйнәп Иҫәнгилдинаның һәйләүенсә, иң элек ауылда эттәр, бесәйҙәр бөтә. Яҙ етеү менән халыҡ тирә яҡтағы хайуандарҙан тыш, йомрандарға һунар итеп, улар ҙа юҡҡа сыға.

Белеүебеҙсә, илебеҙ ауыр аслыҡ йылдарын кисергән. Хатта ғаиләләре менән дә ҡырылыусылар булған.
Өләсәйем Зәйнәп Иҫәнгилдинаның һәйләүенсә, иң элек ауылда эттәр, бесәйҙәр бөтә. Яҙ етеү менән халыҡ тирә яҡтағы хайуандарҙан тыш, йомрандарға һунар итеп, улар ҙа юҡҡа сыға. Ни хәл итмәк кәрәк, тамаҡ тамуҡҡа кертә, тигәндәй, ҡайһы бер ауылдарҙа кеше ашауға тиклем барып етеүселәр ҙә булған.
—Беҙҙең бер генә бөртөк һыйырыбыҙ булды. Күҙ ҡараһылай һаҡлап көттөк уны. Кеше һуйып ашап ҡуймаһын, тип соланыбыҙға индереп, йәшереп ҡуя инек.
Бына шундай иҫ китмәле хәлдәр тураһында һөйләй ололар. Ә хәҙер шөкөр генә итеп йәшәргә ине лә ул. Ләкин барҙың ҡәҙерен белмәүселәр ҙә табыла. Әҙер тамаҡты исраф итеүселәр күп. Урамда китеп барған саҡта юлда тапалып ятҡан икмәк киҫәктәрен күреп, йән әрней.
—Икмәктең бер генә валсығы ла һеҙҙән оло,—ти торғайны өләсәй менән ҡартатайым.
Үҙҙәре шул аслыҡты ишетеп кенә түгел, үҙ иңдәрендә татығанға ла ризыҡ ҡәҙерен белгәндәрҙер.