Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
13 Август 2019, 12:24

ФОЛЬКЛОР УЙЫНДАРЫ ҠУЛАЙЛЫ

Тәжрибәм күрһәтеүенсә, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр фольклор уйындарын бик ярата. Улар бәләкәстәрҙең һүҙ байлығын арттыра. Ә телмәре үҫешкән бала үҙенең хис-тойғоһон, хәл-торошон, уй-фекерҙәрен тулыраҡ әйтеп бирә ала.

Балалар фольклоры халыҡ педагогикаһы менән тығыҙ бәйләнгән. Уйнаусыларҙы тигеҙ итеп ике яҡҡа бүлгән йәки сираттарҙы билдәләгән һанашмаҡтарҙы, йырлы, һүҙле, сюжетлы һәм ҡағиҙәләргә ҡоролған хәрәкәтле уйындарҙы мин үҙ эшемдә яратып ҡулланам.
Тәжрибәм күрһәтеүенсә, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр фольклор уйындарын бик ярата. Улар бәләкәстәрҙең һүҙ байлығын арттыра. Ә телмәре үҫешкән бала үҙенең хис-тойғоһон, хәл-торошон, уй-фекерҙәрен тулыраҡ әйтеп бирә ала.
Йырлы-бейеүле, хәрәкәтле уйындарҙа иһә балалар әүҙемләшә. Улар коллективҡа ылыға. Бындай күңелле уйындар балаларҙы әүрәтә, тынысландыра, балалар баҡсаһына тиҙерәк өйрәнеп китергә булышлыҡ итә, дәртләндерә, йырға, бейеүгә, хәрәкәткә булған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә.
«Әкиәт» балалар баҡсаһында беҙ, тәрбиәселәр, эшебеҙҙә «Йәшермәм яулыҡ», «Аҡ
тирәк, күк тирәк», «Наза», «Һеҙҙә нисек—беҙҙә шулай», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош», «Беҙ ун ике ҡыҙ инек» кеүек ашҡорт халыҡ уйын фольклорынан тыш, рус халҡының ижадын да тәржемә итеп ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, мин үҙ практикамда рус халыҡ ижадын башҡорт теленә тәржемә итеп һамаҡлап уйнатам: «Әтәскәй» («Петушок»), «Ялбыр эт» («Лохматый пес»), «Тауыҡ һәм себештәр» («Курочка и цыплята»), «Ҡуянҡай–йомшаҡҡай» («Заинька») һ.б.
Шулай итеп, системалы рәүештә тәрбиә эшендә уйын фольклорын ҡулланыу балаларҙы ишетеп аңлау һәләтен, телмәр байлығын үҫтерә, уйын ҡағиҙәләрен үтәргә, бергәләшеп уйнарға өйрәтә, ойоштора.
Лениза Хоҙайбирҙина, «Әкиәт» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: