Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
12 Июль 2019, 12:28

ИМАНЛЫ БУЛҺЫН БАЛАЛАР!

Иман барҙа—әҙәп бар, тиҙәр. Динен һөйгән илен дә һөйә. Шуға күрә киләсәк быуынды әхлаҡле итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү маҡсатында Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете эргәһендә балалар өсөн йәйге лагерь ойошторолған. Унда 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп ял итә ала.

Иман барҙа—әҙәп бар, тиҙәр. Динен һөйгән илен дә һөйә. Шуға күрә киләсәк быуынды әхлаҡле итеп үҫтереү һәм тәрбиәләү маҡсатында Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсете эргәһендә балалар өсөн йәйге лагерь ойошторолған. Унда 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп ял итә ала. Тәүге осорҙары улар бергә ял итһә, хәҙер инде ял ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым ойошторолған.
Ҡыуанысҡа күрә, ял итеүсе балаларҙың һаны арта бара. Башта егермеләп бала йөрөһә, быйыл улар ҡырҡ самаһы булып киткән.
Лагерҙы ойоштороусылар балаларға Аллаһтың барлығын һәм берлеген аңлатыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бала күңеле—аҡ ҡағыҙ. Уға башта ни яҙаһың, шул ҡала. Фиҡһ фәне уҡытыусыһы Фәниә абыстай әйтеүенсә, ул үҙе ғүмер буйы был донъяға килеүебеҙҙең мәғәнәһе ниҙә тигән һорауға яуап эҙләй. Уны ул, хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына, Ҡөрьәндән уҡып таба. «Өләсәйҙәребеҙ биргән дин дәрестәре йөрәктә ташҡа яҙылған һымаҡ ныҡ уйылып ҡалған. Шуға күрә балаларға бәләкәй саҡтан иман, әхлаҡ төшөнсәләрен аңлатып үҫтерергә кәрәк. Улар пәйғәмбәрҙәрҙең кемлеген, уларҙың тарихын да белеп үҫергә тейеш»,—ти ул.
Fөмүмән, лагерҙа балалар аҡыда, фиҡһ, пәйғәмбәрҙәр тарихы фәндәре буйынса белем ала. Бынан тыш һәр дәрес һайын файҙалы доғалар һәм Ҡөрьән аяттарын ятлайҙар, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнәләр. Белем биреүсе абыстайҙар бил-дәләп үтеүенсә, уларҙың хәтеренә һоҡланырлыҡ. Балалар бирелгән материалды шунда уҡ отоп ала, бер нәмә лә яҙмаһалар ҙа, киләһе дәрестә үткән темалар буйынса шартлатып яуап бирә. Шуға күрә ошонан файҙаланып, бәләкәй саҡтарында уҡ кәрәкле ғилем биреп ҡалырға кәрәк. Бигерәк тә, 5-6 йәшлектәр отҡорлоҡтары менән айырылып тора икән. Әммә бындай йәштәгеләрҙе айырым осраҡта ғына лагерға ҡабул итәләр.
Балалар дәрестәргә бик теләп йөрөй һәм уҡытыусы абыстайҙарын ихлас ярата. Был турала мәсеткә ингән ерҙәге стендҡа яҙылған теләктәр һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре һөйләй. Шулай уҡ унда балаларҙың «Аллаһҡа ни өсөн рәхмәтлеһең?», «Пәйғәмбәрҙе күрһәң, нимә эшләр инең?», «Бөгөн ниндәй яҡшы эштәр баш-ҡарҙың?» кеүек һорауҙарға бик эстәлекле һәм ҡыҙыҡлы яуаптары ла урынлаштырылған.
Лагерҙа дәрестәрҙән тыш төрлө мауыҡтырғыс конкурстар һәм викториналар ойошторола. Балалар Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләп, хыялдарындағы мәсетте һүрәткә төшөрөп, ожмахты нисегерәк күҙ алдына килтереүҙәре хаҡында иншалар һәм шиғырҙар яҙып, көс һынаша. Дәрестәрҙән бушаған арала «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһенән практикаға килгән Әҙилә һәм Юлиә апайҙары төрлө уйындар менән кескәйҙәрҙең күңелен күрә. Был мөләйем ҡыҙҙарҙың береһе Ханты-Манси ҡалаһынан, икенсеһе—Ишембайҙан.
Балалар бәләкәй саҡтан хеҙмәт тәмен белеп үҫергә тейеш тигән маҡсат менән дә эш итә лагерҙы ойоштороусылар. Шуға күрә бәләкәстәргә ҡул эштәрен, бешереп алып килгән тәмлекәстәрен һатып аҡса эшләү мөмкинлеген бирер өсөн төрлө күргәҙмәләр, уйындар ҙа уҙғаралар. Шул уҡ ваҡытта Ислам дине буйынса дөрөҫ итеп һатыу итеү ҡағиҙәләрен дә өйрәтәләр.
«Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт лагерь эшен ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Руслан Йәрмөхәмәтовҡа һәм Юнир Аҫылбаевҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. «Балаларға Арҡайым ҡасабаһы мәсетенә ҡунаҡҡа барып ҡайтыу ҙа, музейҙағы ҡыҙыҡлы экскурсия ла бик оҡшаны»,—ти ул. Баҡтиһәң, күптәре быға тиклем музейҙа бер тапҡыр ҙа булмаған икән.
Балалар—беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә уларҙың күңелдәренә тик изгелек орлоҡтарын ғына сәсеү зарур. «Кескәйҙәр мәсеттә өйрәнгән доғаларҙы ғүмерлеккә иҫтәрендә ҡалдырыр, аҙаҡ беҙҙең өсөн доға ҡылыр. Балалар ошо дәрестәр арҡылы динде дөрөҫ итеп дауам итеүсе изге вариҫтарыбыҙ булһын ине»,—тигән изге теләктә ҡалды лагерҙа әхлаҡ ғилемен биреүсе Сания абыстай. Уның изге теләктәренең тормошҡа ашыуын, өмөттәренең аҡланыуын теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: