АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
18 Март 2019, 11:34

Әкиәт терапияһы

Балаларҙың телмәрен үҫтереү—балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу тәрбиәселәрҙең төп бурысы.Телмәр—төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү—мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү—балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу-тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу тәрбиәселәрҙең төп бурысы.
Телмәр—төп аралашыу сараһы һәм фекерләү формаһы. Дөрөҫ телмәр төҙөй белеү—мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Ошо осорҙа баланың аң кимәле үҫешә, тәүге күҙаллауы барлыҡҡа килә, тирә-йүндәге ябай бәйләнештәр тураһында белеме формалаша. Баланы тирә-йүн менән таныштырыу телмәр үҫтереү менән бергә алып барыла.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙлек запасын байытыуҙа, һүҙбәйләнештәр төҙөүҙә, фекерләү ҡеүәһен, логик фекерләүен үҫтереүҙә әкиәттәр ярҙамға килә.
Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәрҙе әкиәттәр менән таныштырыу, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн заман талаптарына тап килгән технологиялар бик күп. Шундай технологияларҙың береһе булып әкиәт терапияһы тора.
Әкиәт—бөтә халыҡтарға хас, элек-электән килгән халыҡ ижадының бер төрө. Уны ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый. Әкиәт һәр ваҡыт баланы тик яҡшылыҡҡа ғына әйҙәй, дуҫ булырға өйрәтә.
Тәрбиәсе булараҡ, баланың телмәрен үҫтереүҙә әкиәт терапияһын үҙ иттем һәм эшемдә ҡуллана башланым. Был йүнәлештәге эшемде кескәйҙәр төркөмө балалары менән башлап ебәрҙем. Иң тәүҙә үҫтереүсе мөхитте төрлө битлектәр, башлыҡтар, кейем элементтары, бармаҡ театры, өҫтәл театры, сағыу һүрәттәр һәм башҡа менән тулыландырҙым. Әкиәттәрҙе, эшмәкәрлек темаларын тәрбиәләнеүселәрҙең үҫеш кимәлдәренә, ҡыҙыҡһыныуҙарына, йәш үҙенсәлектәренә ярашлы һайлап алдым.
Мәҫәлән, белем биреү эшмәкәрлек барышында бала үҙен әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итһен өсөн тылсымлы таяҡ, балаҫ-самолет, әкиәт геройҙарын, ҡоштар, тәбиғәт тауышы фонограммаһын ҡулланам. Шулай уҡ төрлө режим ваҡытындағы эшмәкәрлектә театр атрибуттарын ҡулланып балаға таныш булған әкиәтте сәхнәләштереү, ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, шиғыр, йырҙар өйрәнеү, күрһәтмә материалдар ҡулланыу телде үҙләштереүҙә, баланың һөйләү һәләтен үҫтерәм.
Әкиәт терапияһын ҡулланыу балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә бик ҙур һөҙөмтәләр бирә. Балалар бер-береһен тыңларға, эҙмә-эҙлекле итеп тасуирлап һөйләргә өйрәнә, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә һәм телмәрҙе нығытырға өлгәшә. Башта балалар йүнәлешле һорауҙар, төрлө схемалар ярҙамында әкиәт ижад итһә, аҙаҡ улар күп осраҡта бер ниндәй ярҙамһыҙ бәләкәй әҫәр ижад итергә лә дәртләнә.
Әкиәт терапияһы алымдары баланың телмәрен, ижад итеү һәләтен үҫтерә, тасуири саралар аша (мимика, интонация, ым-ишара) образға инеү һәләтен формалаштыра, геройҙың эмоциональ торошон аңларға һәм тойорға, башҡа персонаждар менән ролле ғәмәлгә инергә өйрәнә.
Ф.Ш.Ҡоломбәтова,
Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.