Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Ноябрь , 16:55

Баймаҡ ирекмәндәре

Бөгөн махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү—көнүҙәк мәсьәлә. Ҡайһы ғына тарафҡа барма, халыҡтың бер маҡсат, бер уй. Һәр ҡалала, айырыуса ауылдарҙа халыҡ бер ергә тупланып нимәлер эшләй, ил һағында тороусы егеттәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыша.

Баймаҡ ирекмәндәре
Баймаҡ ирекмәндәре

Баймаҡ ирекмәндәре әү-ҙемлеге менән айырылып тора. Улар үткән йылдың октябрь айында район буйынса бер төркөмгә берләшә. Ә уға тик-лем һәр хакимиәт үҙаллы эшләгән. Хеҙмәттәшлекте, кәңәшләшеүҙе еңеләйтеү маҡ-сатында социаль селтәрҙә—ватсапта һәм телеграмм каналдарында чаттар булдырылған.
—Бер чатҡа 1023 кеше генә һыя, шуға икенсеһен асырға тура килде. Көн һайын аҡса йыйыу эше ойошторола. Айырыуса халыҡ кесе йома һәм йома көндәре әүҙем, аҡсаларын хәйер иҫәбенә күсерәләр. Егеттәр менән дә бәйләнеш бар, уларҙың теләктәре иҫәпкә алына. Эш башлағандан 4 мотоцикл, 2 «Нива», 1 «УАЗ-Патриот», 2 квадрокоптер, 1 антидрон, 17 генератор, 14 бензобысҡы, 6 евромискә, 30 көрәк, 95 меңгә блиндаж төҙөү өсөн материалдар, 30 йоҡо ҡапсыҡтары, 2 ноутбук, медикаменттар, кейем-һалымдар ебәрҙек,—ти Ярат ауылынан ирекмән Миләүшә Юлдашбаева.
Бынан тыш, һәр ауылда мас-кировка селтәрҙәре үрелә. Уларҙы ла ябай сепрәктән эшләп булмай. Ныҡлы һәм ышаныслы булһын өсөн махсус туҡыманан махсус схемаға ярашлы үреү кәрәк. Әйтергә кәрәк, районда маскировка селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бөгөн һәр төбәктә нәҡ шуның бу-йынса эшләйҙәр. Әлбиттә, был сығым һәм ваҡыт талап итә. Тәүҙә аҡса йыйыла, тауарға заказ бирелә, улар килеп еткәс тә ауыл әүҙемселәре бер урынға йыйылып үрергә тотона.
—Маскировка селтәрен дө-
рөҫ үреүҙе Ярат ауылында
башлап ебәреп, Ғүмәр, Йәр-
мөхәмәт ауылдарына өйрәт-кәйнек. Унан Мәмбәт, Сыңғыҙ, Икенсе Этҡол, Ниғәмәт ҡушылды. Хәҙер инде бөтә ауылдарҙа ла эш гөрләй. Йылым, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Үрге Яйыҡбай, Билал, Түбәнге Таһир, Мерәҫ, Төркмән, Кәрешкә, Иҫке Сибай, Бикеш, 1-се Этҡол, Әбделкәрим, Ишей, Абҙаҡ ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһында штабта үрәбеҙ.
Әле Ҡаратал, Сәйғәфәр
ауылдары материалға аҡса йыйып заказ бирҙе. Тимәк, ул ауылдарҙа ла эш башланасаҡ. Шулай уҡ пряжалар һатып алып инәйҙәргә бирәбеҙ, улар йылы ойоҡтар бәйләй. Йоҡо ҡапсыҡтары тегеүҙе яңы башлап торабыҙ, уны ла ныҡлап өйрәнеп алғас, район буйынса өйрәтербеҙ,—ти Миләүшә Азамат ҡыҙы.
Эйе, ирекмәндәрҙең һәр юҫыҡта үҙ «етәкселәре» бар. Миләүшә Юлдашбаева мас-кировка селтәрен үреүҙе контролдә тотоп, өйрәтеп торһа, аҡса йыйыу эшен Сорғот ҡалаһында йәшәүсе Ҡуянтау ауылы ҡыҙы Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизова үҙ иңенә алған.
—Сорғот ҡалаһында «Бер-ҙәм» үҙәгендә башҡорттарҙы йыйып алып эш башларға торам. Маскировка селтәрҙәре үрәсәкбеҙ, йоҡо ҡапсыҡтары тегә башлаясаҡбыҙ. Был яҡта башҡорттар, айырыуса баймаҡтар шул тиклем күп һәм үҙ-ара татыу. Олораҡтары йөн ойоҡтар бәйләй,—ти Гөлназ Булат ҡыҙы.
Төркөм эшләгән мәлдән генә 2 млн 300 мең һумдан ашыу аҡсаға кәрәк-яраҡтар алып ебәрелгән. Бынан тыш, райондан ылау сыға тигән хәбәр булыу менән һәр кем бешеренергә тотона.
Әлеге көндә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы база-һында дронға ҡаршы плащтар тегелә башлаған. Уның өсөн дә материалдар Новосибирск тарафтарынан заказ менән алына. Был да байтаҡ аҡса талап итә.
Халыҡтан аҡса йыйып, ошондай изге эште ойоштороп йөрөүселәргә бары рәхмәттәр белдерге килә. Тиҙерәк донъялар тынысланһын,ир-егеттәребеҙ имен-һау яҡындары янына ҡайтһын, тип теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: