Йүкәнән кѳнкүрештә кәрәкле булған бик күп төрлө әйберҙәр эшләргә мѳмкин. Башҡорттар шифалы йүкә балын ашап, уның йомшаҡ миндеген ҡулланып ҡына ҡалмаған, кѳнкүрештә лә киң ҡулланған. Мәҫәлән, башҡорт аттарын ҡәҙҽрләп, һаҡлап тотҡан, улар өсөн йүкәнән тышауҙар ишкән, сҽптәләр үргән. Балалар өсөн матур ҡурсаҡтар эшләгәндәр, аш- һыу өсөн йүкәнән төрлө һауыт һабалар ишкән.
Йылайыр йылғаһы буйында йәшәүсе аҡъюлдар йүкә балының һәм һалабаштан эшләнгән кѳнкүреш кәрәк-яраҡтарының баһаһын белә. Заман үҙгәреү менән ҡайһы бер йолалар һәм кәсептәр юғала башлаған кеүек. Септә үреү оҫталығын барыһы ла белеп бѳтмәй. Ә бына һалабаш һалып, сҽптә үрҽү Байғужин Әмир Әхмәтғәлҽ улы өсөн ят шөғөл түгел. Йыл да һалабаш һалып кәрәккә тотона, күршҽләрҽнә, килгән туғандарына бирҽп ҡыуандыра икән.
Ауылдың ағинәйе Фәнүзә Ишҽмғолова элекке ауыл тормошо, уның көнитмеше, нисек һалабаш һалып, йүкәһен файҙаланыу тураһында яҡшы хәбәрҙәр.
Оло инәй - апайҙар йүкәнән арҡан ишҽү, мунсала йыуынырға ышҡынғыс эшләү сҽрҙәрҽ мҽнән әле лә ихлас бүлҽшәләр ауылда. Йәштәргә халыҡ кәсеп-шѳғѳлдәрен күрһәтеү, уларҙы өйрәтеү маҡсат итеп алған улар үҙҙәренә.