Сибай институтының ғына түгел, Урал аръяғы тарихында мөһим эҙ ҡалдырыр иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиға шаһиты булдыҡ. Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә интерактив музей асылды.
Барыһы ла уҡыу йортоноң студенттары Татьяна Брендель һәм Илнария Минғазованың уҡытыусылары, доцент Юлиә Александровна Ҡолоева етәкселегендә Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың «Рәсәй йәштәре. Гранттар» проектында ҡатнашырға теләк белдереүенән башлана. Сибай институты етәкселеге, битараф булмаусы замандаштарыбыҙ ярҙамы менән был хыялдары тормошҡа аша һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе булып интерактив музей асылды. Алдан әйтеүебеҙсә, ул тотош Урал аръяғы өсөн әһәмиәтле. Сөнки музейҙа Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән, Учалы райондарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың белешмәләре һаҡлана. Шуның өсөн дә музейҙы асыу тантанаһында ошо район вәкилдәре ҡатнашты. Шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар, атап әйткәндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов, Бөрйән районының 2019-2024 йылдарҙағы хакимиәт башлығы Ғәзиз Манапов, Баймаҡ районының хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Нәҙерғолов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм башҡалар саҡырылған ине. Улар араһында махсус хәрби операциянан демобилизацияланып йә ялға ҡайтыусыларҙың, уларҙың ата-әсәләре булыуы сараға тулҡынландырғыс төҫ бирҙе.
Интерактив музейҙы асыу сараһына килеүселәр тәүҙә фойела осрашты. Бында Хәйбулла районында эшләп килгән ирекмәндәр штаты «Еңеү лентаһы» акцияһын ойошторҙо. Һәр теләгән кеше таҫмаға изге теләген яҙып, уны маскировка селтәренә бәйләп ҡуйҙы. Ошонда уҡ яугирҙәргә ярҙам йыйылды. Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы флагтары, Ҡыҙыл байраҡ, Шайморатов исемендәге батальон әләме тантаналы сығарылғас, Рәсәй һәм Башҡортостан гимдары яңғыраны.
Алып барыусылар ентекләп һәр ҡунаҡ менән таныштырып сыҡты, яугирҙәр хаҡында белешмә бирҙе, батырлыҡтарын һөйләне. Унан һуң килгән мәртәбәле ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Сараны асып Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы С.В.Озерцов үҙ халҡының рухи ҡиммәттәрен юғары ҡуйыусы халыҡ бер ҡасан да еңелмәй тип белдерҙе. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ф.Р.Нәҙерғолов иһә әлеге көндә яу яланында Баймаҡ районынан 600-ҙән ашыу егет булыуын әйтте.
—Класташым махсус хәрби операцияла һәләк булғас, һуңғы юлға оҙатырға барғайныҡ. Шунда уның әсәһе: «Минең улым үлмәне, ул батырҙарса һәләк булды»,—тигәйне. Һәләк булыусы егеттәрҙе онотмаҫбыҙ, иҫән ҡалған егеттәрҙе ташламаҫбыҙ. Улар иҫтәлегенә, уларҙың батырлығына дан йырлап музей асыусыларға оло рәхмәт. Яҡындарына түҙемлек теләйем, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын,—тине телмәрендә Фәнил Рәмил улы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Ураҙғолов—махсус хәрби операция зонаһына 32 тапҡыр ылау алып барып ҡайтҡан депутат. Бер барғанында яраланып та өлгөрҙө. Ул сараға килеүсе ата-әсәләргә рәхмәт белдереп, уларға сабырлыҡ теләне, ә институт етәкселегенә патриотик тәрбиәне юғары кимәлдә алып барғандары өсөн маҡтау һүҙҙәре еткерҙе.
Сығыштарҙан һуң, барыһы ла институттың бер кабинетында урынлашҡан музейға юл тотто. Бында ҙур сенсорлы экрандар ҡуйылған. Һәр береһендә яугирҙәр тураһында мәғлүмәт табырға була. Әлегә 300-ләгән егет хаҡында фотобелешмәләр тупланһа, киләсәктә улар һаны артасаҡ. Шулай уҡ экипировка, яугирҙәргә ебәрелгән әйберҙәр, бетеүҙәр, хаттар һәм башҡалары өҫтәлгә ҡуйылған. Уларҙы әҙерләүҙә Хәйбулла районы ирекмәндәре ҙур ярҙам күрһәткән. Киләсәктә башҡа райондарҙан да экспонаттар килер тип ышанғы килә.
Әбйәлил районынан килгән яугир әсәһе интерактив музейҙы күрергә килеүселәр алдында сығыш яһап, улы—Рәсәй Федарацияһы Геройы Тамерлан Илһамовты һәм уның яуҙаштарын онотмауҙарына рәхмәтен белдерҙе.
—Минең улым Сибай институтын тамамланы. Ул өс тапҡыр контракт төҙөнө, Сирияла, Таджикстанда булды һәм Украинала ғүмере өҙөлдө. Уның хаҡында китап та яҙҙылар, кинофильм да төшөрҙөләр,—тине күҙенә йәштәр алып Айгөл Милләт ҡыҙы Илһамова.
Интерактив музей асыу сараһының икенсе өлөшө акттар залында барҙы. Бында танышыуҙар дауам итте. Яугирҙәрҙе—бер маҡсат, әсәләрҙе бер хәсрәт берләштерә ине һәм уларҙың барыһы ла әлеге музейҙың булдырылыуына ыңғай ҡарашын белдерҙе. Эйе, халыҡ үҙ батырҙарын онотмаҫҡа тейеш. Бының өсөн Сибай институты бар көсөн һалып эшләргә, артабан да белешмәләр йыйыуын дауам итергә, музейҙы тулыландырырға маҡсат ҡуйған.
Яңы нимәлер асылһа, ғәҙәттә ул байрам төҫө ала. Был юлы бында күңел һыҙланыуы, һағыш һәм ауыр тойғолар биләп алды. Сығыш яһаусы һәр кемдең телмәрендә лә был һиҙелә ине. Концерт номерҙары ла яуҙа йөрөгән батырҙарға арналды. Тетрәндергес шиғырҙарҙы күҙ йәштәрһеҙ тыңлап булманы. Яугирҙәрҙең, уларҙың әсәләренең сығышы иһә берсә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, берсә тәрән уйҙарға һалды.
Әйҙәгеҙ, фекерҙәргә ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.
Илнур Ҡарабулатов, Әбйәлил районының «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы: Сибай ҡалаһында тыуғанмын, Әбйәлил районы Хәлил ауылында үҫтем. Сибай институтында уҡыным, биолог һөнәрен алдым. Әрмелә хеҙмәт иткәндә контракт төҙөнөм. 16 йыл дауамында илгә хеҙмәт иттем, 6 ҡыҙыу нөктәлә ҡатнаштым. Украиналағы махсус хәрби операцияла өс ай булдым. Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Рәхмәт хаты бар, «Хәрби фиҙакәрлек өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалдары бар. «Геройҙар дәүере» халыҡтар ассамблеяһы проекты ҡатнашыусыһымын. Сибай институтында интерактив музей асыуҙарына, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү юҫығында эшләүҙәренә шатмын.
Гөлназ Заманова, Баймаҡ районының «Ватан һаҡсылары» фондының социаль кординаторы: Сибай институтында интерактив музей асыу сараһына Баймаҡ районынан делегация килдек. Улар араһында 5 демобилизацияланған яугир, 5 ялға ҡайтыусы батырҙарыбыҙ бар. 8 ата-әсә килде. Беҙҙең фонд 2023 йылдың ноябрендә асылды, яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Бөтә тейешле социаль түләүҙәрҙе алырға, юлларға ярҙам итәбеҙ. Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләһенә булышлыҡ күрһәтәбеҙ. Шифаханаларға юлланма юлларға өйрәтәбеҙ, юғалғандарҙы эҙләшәбеҙ. Әйткәндәй, Сибай институтында музей асылыуҙы хуплап, Даян Мурзин исемендәге батальондың флагын бүләк иттек.
Мәҙинә Игебаева, Хәйбулла районынан ике яугир әсәһе: Өлкән улым «Дошман» исеме аҫтында 2023 йылдың июнендә хәрби операцияға юлланды. Жуков миҙалы менән наградланды. Кесе улым «Башҡорт» ҡушаматы аҫтында ил һаҡлай. Ул ғүмеренең 17 йыл хәрби хеҙмәткә бағышлай. Сирияла булғайны, әле Украинала. Ағаһы һымаҡ уҡ Жуков миҙалы менән бүләкләнгән, башҡа наградалары ла күп.
Валентина Гонтарь, Сибай ҡалаһынан яугир әсәһе: Минең улым Павел Гонтарь махсус хәрби операцияла һәләк булды. Бик аҡыллы ине ул. Хаттар яҙғанда барыһын да тәфсирләп яҙҙы, шәм яҡтыһында ултырғанын да әйтә ине. Ата-олатайҙар ҙа ошолайтып ултырғандыр инде, ти торғайны. Балаларҙан килгән хаттарға ҡыуаныуын йәшермәне. Фронтта эт көсөгө табып алғанына, уны ҡулына эйәләштергәненә лә һөйөнә ине. Тормошто яратты, миңә гел генә: «Һин яҡшы әсәйһең, мине бына ошолай тәрбиәләгәнһең инде»,—ти торғайны. Үлгәндән һуң генерал Шайморатов орденын бирҙеләр. Хәҙер иҫтәлеккә хаттары ғына ҡалды, уларҙы уҡыйым да илайым, яҙыусылар, шағирҙар кеүек оҫта яҙған. Балалары атайһыҙ ҡалды. Көн дә һуғыш тиҙерәк тамамланһа ине, тип теләйем.
Дилә Ғәлиуллина, Әбйәлил районының «Ватан һаҡсылары» фондының социаль координаторы, яугир әсәһе: Улым, лейтенант Таминдар Ғәлиуллин Асҡарҙың 1-се мәктәбен тамамланы, унан Омскиҙа танк училищеһында уҡыны. Спортты яратты, хәрби хеҙмәт менән ҡыҙыҡһынды. 2022 йылдың 17 авгусында махсус хәрби операцияла һәләк булды. Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнеләр. Бер мәл төшөмә инде лә: «Әсәй, егеттәрҙең ата-әсәһенә ярҙам ит инде»,—тине. Шуға мин әлеге фондҡа социаль координатор булып килдем.
Рәил Ямантаев, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан яугир: 2024 йылда үҙтеләгем менән киттем. Кемдер илде һаҡларға тейеш бит инде. Беҙ һаҡламаһаҡ, уны кем һаҡлай? Ике тапҡыр яраланып та өлгөрҙөм. Тәүгеһендә яурынға тейһә, әле аяҡтар. Ялға ҡайттым.
Шәриф Ямантаев, Баймаҡ районы Мерәҫ ауылынан хәрби хәрәкәттәр ветераны: Мобилизацияға тиклем үк үҙ теләгем менән киткәйнем. Һауа-десант ғәскәрҙәре рядовойымын. Әле демобилизацияландым, аяҡтар яраланған. Тиҙҙән илебеҙҙең баш ҡалаһына операцияға юлланам. Үҙем ошо Сибай институтында уҡыным. Егеттәр исемен мәңгеләштереп музей асыуҙарына шатмын.
ҺҮҘ АҘАҒЫНДА
Эйе, һәр кемдең үҙ күңел яраһы. Яугирҙәребеҙ уны күрһәтмәҫкә, һиҙҙермәҫкә тырыша, ә әсәләр түгелеп илай... Йылдар үтер, һуғыш та туҡтар, бәхәстәр ҙә тымыр. Тик күңел яралары онотолмаҫ шул. Алда беҙҙе яҡты, тыныс киләсәк көтһөн. Балаларыбыҙ аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәһен һәм бөгөнгө яугирҙәрҙе онотмаһын! Әйткәндәй, Сибай институтында асылған интерактив музей артабан да мәғлүмәттәр йыясаҡ, тикшерәсәк һәм халыҡҡа махсус хәрби операция тарихын һөйләйәсәк. Һәр кем уны тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә ала.
РЕЗЕДА УСМАНОВА.
Мәҡәләне авторҙың рөхсәтенән тыш башҡа гәзиттәр сайтына алыу тыйыла.
Мәҡәләнең тулы варианты гәзитебеҙҙең 16 октябрь сығасаҡ һанында.