Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Октябрь , 16:10

БАР БУЛМЫШЫ МЕНӘН ПЕДАГОГ ИНЕ

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Уҡытыусылар көнө алдынан иҫтәлекле ваҡиға булып үтте. Был сараны тынғыһыҙ, бөйөк һөнәр эйәләренә дан итеп тә ҡабул итергә мөмкин.

БАР БУЛМЫШЫ МЕНӘН ПЕДАГОГ ИНЕ
БАР БУЛМЫШЫ МЕНӘН ПЕДАГОГ ИНЕ

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Уҡытыусылар көнө алдынан иҫтәлекле ваҡиға булып үтте. Был сараны тынғыһыҙ, бөйөк һөнәр эйәләренә дан итеп тә ҡабул итергә мөмкин.

Илебеҙ үҙгәрештәр кисереп, республикалар суверенитет яулаған йылдарҙа Сибай ҡалаһында бихисап мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары асылды. Шуларҙың береһе—башҡорт мәктәбе. Ул саҡта белем усағы 13-сө һан аҫтында үҙ ишектәрен асһа, бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы тип атала. 1991 йылда уны булдырыу ҡарары сыҡҡас та төбәктә рухлы, тырыш, ныҡышмал педагог булараҡ дан алған Миҙхәт Шәкүр улы Рәжәповты директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бина төҙөтөү, йыһазландырыу, коллектив туплау, уҡыусылар йыйыу—барыһы ла уның оҫта етәкселеге арҡаһында атҡарыла.

Эйе, кеше намыҫлы хеҙмәте, изге ғәмәле менән мәңгелек. Миҙхәт Шәкүр улының да баҡыйлыҡҡа күсеүенә 20 йыл ваҡыт үтһә лә, бөгөн уны коллегалары, уҡыусылары онотмай. Шуның бер дәлиле булды бөгөнгө сара. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы стенаһында уның хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сарала мәктәп коллективы, мәғариф ветерандары, ҡала советы депутаты Р.А.Ғөбәйҙуллин, Башҡортостан Милли музейының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Илнур Бүләков, М.Ш.Рәжәповтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.

Тантаналы сара барышында барыһы ла Миҙхәт Шәкүр улын тик яҡты хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән телгә алды, уның янып-көйөп эшләгән изге эштәрен теҙҙе. Көйөргәҙе районы Абдулла ауылында тыуып, Темәс педагогия училищеһында уҡып, унан институтта тарих йүнәлешендә белем алып, йәнә Баймаҡ районына килеп бар көсөн мәғарифҡа арнаған шәхесте онотоу мөмкин түгел.

--Мин Темәс ҡыҙы. Шуға ла Темәс мәктәбендә эшләгән Миҙхәт Шәкүр улын яҡшы беләм. Янып эшләне ул, үҙ фәнен яратты, археология эштәре менән булышты. Ауылға ингән ергә ике яҡлап шыршылар ултырттырҙы. Ғаиләһе матур ине. Уны бөгөн дә онотмауҙарына ифрат шатмын,--тине Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы Өмөтбаева.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ғилми хеҙмәткәре Илнур Илдус улы Бүләков ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыған һәм тәүге сығарылыш уҡыусыларының береһе.

--Бөгөн кисәге уҡытыусыларым алдында сығыш яһау тулҡынландырғыс. Һәр береһен оло хөрмәт менән иҫкә алам. Минең тарих фәне буйынса китеүемдә Миҙхәт Шәкүр улының йоғонтоһо ҙур,--тине ул үҙ сығышында.

Тәүге директорҙың балалары—улы Илдар һәм ҡыҙы Альбина ла бик матур сығыш яһаны.

--Беҙҙең атайыбыҙ һүрәт төшөрҙө, моңло итеп йырланы, баянда, гармунда уйнаны. Ә иң төп таланты—ул ысынлап педагог ине. Эшләмәне ул, ошо булмышында йәшәне. Өйҙә булыуға ҡарағанда эшендә күберәк булғандыр. Әммә уның йылыһы беҙгә лә, башҡаларға ла етте. Темәстә йәшәгәндә лә беҙҙән кешеләр өҙөлмәне, кәңәшләшергә киләләр ине. Атайыбыҙ шунда уҡ беҙгә: “Сәй ҡуйығыҙ”,--тип фарманын бирә ине. Ныҡ иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле, кеселекле булды. Коллегаларын хөрмәт итте, уҡыусыларын исемләп белде. Беҙ уның менән ғоруланабыҙ,--тине Альбина Миҙхәт ҡыҙы.

--Беҙ әлеге сара хаҡында ишетеп шатланып, ашҡынып килеп еттек. Иғтибарығыҙ өсөн оло рәхмәтлебеҙ. Атайыбыҙ ғүмер буйына үҙ һөнәренә тоғро булды һәм бөгөн уны ҙурлап таҡтаташ асыуығыҙ беҙҙең өсөн оло һәм иҫтәлекле ваҡиға. Мин дә ҡасандыр ошо мәктәптә физик культура уҡытыусыһы булып эшләп киттем. Бөгөн мәктәп ныҡ үҙгәргән, заманса төҫ алған, әммә элеккесә башҡорт рухы, башҡорт мөхите. Атайыбыҙҙың эше дауам ителә икән—беҙ бик шат,--тине Илдар Рәжәпов.

Шәхесен ҙурлаған халыҡ үлемһеҙ, тиҙәр. Үҙ шәхесен онотмаған, улар өлгөһөндә балалар тәрбиәләргә тырышҡан белем усағының да ғүмере оҙон булыр.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: