Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Темәс ауылында урынлашҡан психоневрология интернатына нигеҙ һалыныуға 60 йыл тулды.
Темәстәге инвалидтар йорто 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы приказына ярашлы асыла. Тәүге директоры Ғәбит Һиҙиәт улы Сағынбаев етәкселегендә корпустарға һәм биналарға ремонт эшләнә. Ә ошо йылдың 1 майынан Башҡортостандың төрлө райондарынан инвалидтар ҡабул ителә башлай. 1969 йылда ул психоневрология интернаты тип үҙгәртелә. 1986 йылда интернат территорияһында башҡа өҫтәлмә биналар төҙөлә. Учреждение эшмәкәрлеге мәлендә бер нисә етәксе алмашына. 2016 йылдан бында Жанна Зөбәйер ҡыҙы Ирмәкова етәкселек итә, ул—филология фәндәре кандидаты, юрист, клиник психолог. Тәжрибәле етәксе учреждениены яңы ҡоролмалар, техник саралар менән йыһазландырған, интернат эстән дә, тыштан да яңы төҫ ала бара. Бөгөн бында 490 кеше йәшәй, шуларҙың 14-е 90 йәштән уҙған.
Интернатҡа 60 йыл тулыу уңайынан байрам сараһы уҙғарылды. Видеобәйләнеш аша хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәбрикләп, бында күңел йылыһын йәлләмәгән, мәрхәмәтле кешеләр эшләүен билдәләне һәм өй мөхите булдырып, мохтаждарға күп яҡлы ял һәм шөғөл ойошторған коллективҡа рәхмәтен белдерҙе.
—Интернат бинаһында ла, тыштағы территорияла ла таҙалыҡ, йәм хөкөм һөрә. Саф һауала йөрөүселәр юлында асфальт бар, эскәмйәләр ҡуйылған. Ҡыуаҡтарҙың күплеге, сәскә түтәлдәренең матурлығы иғтибарҙы йәлеп итә. Хатта паркты хәтерләтә,—тип белдерә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арсланов.
Әйткәндәй, байрам сараһында хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрик иттеләр, күптәргә Почет грамотлараы һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Мәҫәлән, пациенттарҙы хәстәрләүселәр (сиделка) Зифа Муллағолова менән Елена Зиянбирҙинаға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
—Бөгөн интернатта элекке хеҙмәттәштәребеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәре эшләй. Улар медицина шәфҡәт туташы, сиделка йә бухгалтер. Барса коллегаларымды түңәрәк дата менән ҡотлап, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем,—ти Жанна Ирмәкова.
60 йыл аҙ ваҡыт түгел. Ошо дәүерҙә бында күптәр үҙенә ҡарау һәм яҡлау тапҡан. Интернат үҙ ишеген асҡан мәлдә бында шарттар бөтөнләй булмай, ул барактарҙа урынлашҡан була. Һыу торбалары һуҙылмаған, канализация булмаған, яғыулыҡ бирелмәгән мәлдә хеҙмәткәрҙәр барыһын да ҡул көсө менән атҡара. Мейескә ут яға, керҙе ҡул менән йыуа. Йылдан-йыл интернат үҙгәрә барып, бөгөн заманса төҫ алған. Инфраструктура үҫешкән, медицина блоктары, ашхана, мунса, реабилитация бүлеге, дини бүлмәләр, заманса аппаратура менән тәьмин ителгән акттар залы эшләй, актив ял өсөн тренажерҙар бар. Уҙған йыл тыш яҡтан тулы ремонт эшләнгән, корпустар йылытылған. Бынан тыш медицина ҡорамалдары, ашхана һәм мунса өсөн кәрәк-яраҡтар, автопарк даими яңыртыла. Иң мөһиме күңел йылыһын йәлләмәгән, иғтибарлы һәм ихтирамлы, түҙемле һәм мәрхәмәтле хеҙмәткәрҙәр тупланған.
Сығанаҡ: "Баймакский вестник" гәзите сайты