Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы янындағы иҫ китмәле матур түңәрәк күлде Киндер күле тип йөрөтәләр, сөнки элек бында күпләп киндер үҫкән. Быйыл йәй ошо ауыл егете, Себер тарафтарында “Сургутнефтегаз” ойошмаһында эшләп йөрөүсе яҡташыбыҙ Рәүф Әмир улы Хәмзин ярҙамы менән ауылдаштар уны кәртәләп алғайны. Был хаҡта "Атайсал" гәзите аша хәбәр иткәйнек.
Үткән ял көндәрендә ошо күлде асыу тантанаһы ойошторҙоҡ. Халыҡ өсөн был ҙур сара булды, байрам булғас байрам төҫө сағылһын тип шарҙар, флагтар, Ғаилә йылы эмблемаһы, башҡа төрлө яҙыуҙар элдек. Еҙ самауырҙар ҡуйҙыҡ.
—Мәүлит айының беренсе көнөндә изге эштә, яҡшы ниәттә, күркәм башланғыста торабыҙ,—тине үҙенең сығышында ауыл мәсетенең имам-хатибы Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов.—Рәүф улыбыҙҙың дәртле булыуы, тыуған ерен, атайсалын шул тиклем яратыуы беҙҙе ҡыуандыра, бәләкәй генә ауылыбыҙҙы тағы ла бергә туплай, бер бөтөн итә. Киндер күлен бик тарихи урын. Миңә 5-6 йәш самаһы булғанда ошо көҙ ваҡытында, киндер өлгөргәндә, инәйҙәр ошонда килеп киндерҙе әсетеп, аҙаҡ күптереп, унан киндер ебен алалар ине. Күмәкләшеп киндер епте урап ултырғандары әле лә күҙ алдымда. Бик боронғо урын был ерҙәр, ошо тирәлә генә Ҡыҙылъяр ауылы булған. Шунан Ҡыҙылъяр тауы ҡалған да инде. Тарихи ер ҡот биреп торһон, ауылыбыҙҙы биҙәһен, үҙебеҙҙе рухландырһын, күңелебеҙҙе нурлаһын, сафландырһын. Бында төрлө саралар, байрамдар үткәрербеҙ, Аллаһы бирһә, Рәүф улыбыҙға ҙур рәхмәт.
Сәләмләү сығышынан һуң, матур музыка һәм ауылдаштарының көслө алҡыштары аҫтында ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов һәм Рәүф Әмир улы Хәмзин ал таҫманы киҫеп барыһын да күл биләмәһенә саҡырҙы.
Байрамдың артабанғы өлөшөндә күл тирәләй ағастар ултыртылды. Йәшел ҡарағайҙар алдан әҙерләнгән булһа ла ауылдаштар үҙҙәре алмағас, миләш, балан үҫентеһе тотоп килде һәм дәррәү генә күл тирәләй ултыртып сыҡты. Артабан ошо эштә әүҙемлек күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләп үттек. Ниғәмәт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминевтың Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләген ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов тапшырҙы. Ниғәмәт ауыл биләмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, Түбәнге Яйыҡбай ауылы үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн Рәүф Хәмзинға, ауыл мәсете имам-хатибы Рәмил Хәсәновҡа, Ир-егеттәр ҡорона етәксеһе Айрат Бибиниязовҡа, ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙға, һәр башланғысты хуплап тороусы, өмә ваҡытында сәй табыны әҙерләүсе Рәйлә Хәмзә ҡыҙының ғаиләһенә, килене Лилиәгә, ауылыбыҙҙың ағинәйҙәренә (етәксеһе Хәсәнова Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы) дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ күптән түгел күркәм юбилейын билдәләгән Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙын да тәбрикләп иң изге теләктәрен еткерҙе. Байрамға килеүсе балаларға ла тәмлекәстәр бирелде.
Артабан Рәүф Әмир улы күл буйлап балаларҙы кәмәлә йөрөттө. Ул арала ағинәйҙәр барыһында табынға саҡырҙы. Мәүлит айы башланыу айҡанлы һәм йорт-ил тыныслығы хаҡына ауылдашыбыҙ Гөлнара Хажина сарала ҡатнашыусыларға ҡорбан ашы әҙерләне, ағинәйҙәр еҙ самауырҙан сәй тәҡдим итте.
Киндер күлен асыу тантанаһы һәр кемдең күңелендә тик йылы уйҙар, киләсәккә матур өмөттәр, хыялдар уятты. Унда ҡатнашыусылар шул тиклем рухланып, ҡанатланып, ҡыуанып йорттарына тарлышты.
Хәҙерге мәлдә һәр ҡаланың, һәр ауылдың үҙенә генә хас байрамдары бар. Беҙҙең дә "Айыҡ ауыл” конкурсы барышында ошонда “Күл буйына килһәң ине” тигән ретрофестиваль үткәреү теләге бар ине. Уның тәүге этабы—күлде кәртәләү эше атҡарылды. Тимәк, киләсәктә бында тағы ла матур байрам сараһы буласаҡ...
Рәүилә Хәсәнова, Сибай институты хеҙмәткәре, сараны ойоштороусыларҙың береһе.