Йәмғиәт байыҡтырыу фабрикаһын яңыртырға ниәтләй һәм уның ҡеүәтен арттырып, Көнсығыш-Семенов ятҡылығында алтын табыу маҡсатын ҡуя.
Фабриканың етештереүсәнлеге модернизациянан һуң йылына 1,11648 млн т сеймал тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 600 мең т алтын кварц рудаһы һәм 516,48 мең т флотация “ҡойроғо” (хвостов) алтын-баҡы –цинк рудаһы буласаҡ.
II сират проекты составына буяу һәм зарарһыҙландырыу майҙансыҡтары, компрессорҙар; десорбция һәм электролиз бүлеге; реагентлар склады; инженерлыҡ селтәре инә. Юғарыла үлсәнгән алтын кварц рудаһы һәм флотация “ҡойроҡ”тары беренсе сиратта эшкәртеләсәк. Икенсе сиратта предприятие мәғдәндән 62,72% һәм “ҡойроҡ”тан 14,1% алынған лигатур алтынын аласаҡ. Фабриканың беренсе сираты йылына 300 мең тонна мәғдән проект ҡеүәтенә эйә һәм баҡыр–цинк концентраттар алып алтын –баҡыр – цинк рудаларын байытырға иҫәпләнгән.
“Семеновск руднигы” уаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2020 йылдан алып эшләй. Предприятие Көнсығыш –Семенов ятҡылығын эшкәртә, 1,99 кв км майҙанды биләгән ятҡылыҡтың запасы 3,27 млн тонна мәғдән, 3,285 тонна алтын, 40,3 тонна көмөш тәшкил итә.
Шулай уҡ “Семеновск руднигы” етәкселеге райондың социаль проблемалырын хәл итеүҙә үҙ өлөшөн индерә, күп кенә мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға, мәктәптәргә, ойошмаларға һәм ижади коллективтарға, махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ылау туплауҙа, яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар алыуҙа, район һабантуйы. “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалдәрен үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Билдәле булыуынса, сәнәғәте үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими иғтибар үҙәгендә. Әйткәндәй, Радий Фәрит улы сәнәғәт темаһына тәрән үтеп ингән, производстволағы етәкселәрҙең барыһын да таный һәм белә, әгәр ҙә инде берәй сетерекле мәсьәлә килеп сыҡһа, уның буйынса һәр береһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә. Республика етәксеһе тарафынан эре корпорациялар ҡатнашлығында беҙҙә үткәрелгән "Сәнәғәт сәғәте", "Инвестиция сәғәте", даими уҙғарылған ведомство-ара комиссия ултырыштары тураһында ғына һүҙ бармай, әлбиттә. Радий Хәбиров, ул тормошҡа ашырылғанға хәтлем, проекттарҙың бөтәһен дә күҙәтеүе аҫтына алған. Һүҙ ҙә юҡ, комплекслы һәм эҙмә-эҙлекле алып барылған эштәр һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Ысынлап та, Башҡортостандың беренсе баҫҡысҡа күтәрелеүе - беҙҙә сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәле бойомға ашырылыуына дәлил.
Кәримә Усманова