АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Август , 13:50

“Аҡлан”ға рәхим итегеҙ!

Йылайыр районы ла республикала ҡарағай урмандары буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Урман зонаһына ҡараған төбәк үҙенең саф һауаһы, ҡуйы урмандары һәм хозур тәбиғәте менән һоҡландыра. Бөгөн күп туристар шаулы ҡала тормошонан бар аҙ арынып, тап тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе үҙ итә. Шуға күрә ҡала һәм район үҙәгенән ситтә урынлашҡан, үҙенең һиллеге һәм матурлығы менән һоҡландырған ҙур булмаған кемпинг, ял базалары өҫтөнлөклө була бара. 

“Аҡлан”ға рәхим итегеҙ!
“Аҡлан”ға рәхим итегеҙ!

Һуңғы йылдарҙа республикала туристик инфраструктура киң үҫеш ала бара. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Республикала "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек", “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” программалары эшләй башланы. Шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә туристарҙы йәлеп итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла.  Әйткәндәй, Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелгән төбәктәр араһына инде. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына республикаға 2 миллиондан ашыу кеше килгән һәм был һан миҙгелдән-миҙгелгә арта ғына бара.

"2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан килә. Бынан тыш, инвесторҙар өлкә үҫешенә 2,1 миллиард һум үҙ аҡсаларын индерҙе. Республика туристарҙы кемпингтарҙа, глэмпингтарҙа, ял базаларында ҡабул итеү өсөн 600-гә яҡын өҫтәмә урын булдырырға әҙер. Яңы туристик маршруттарҙы Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ишембай һәм Учалы райондары тәҡдим итә. Төбәктең матурлығы менән танышырға теләгән ҡунаҡтар өсөн электрон юл йөрөтөүселәр бар. Шулай уҡ турист мөхите һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә мөмкин. Башҡортостандың хозурлығын мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Тимәк, эске туризмды үҫтереү беҙҙең өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Киләсәктә лә республика халҡы һәм ҡунаҡтар үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итһен өсөн тырышасаҡбыҙ”,--тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республикабыҙҙа туризм йүнәлешендә инвестицион инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы алымдар ҡулланыла. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте"ндә шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм халыҡ мәнфәғәтенә эшләрҙәй, республикабыҙ үҫешенә өлөш индерерҙәйҙәрен мотлаҡ хуплай. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта Урал аръяғы райондарында ла эске туризмды үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр күбәйә. Уларҙың кемеһелер агротуризмды үҙ итә, икенселәр йәмле тәбиғәт ҡосағында этно-ихата, этно-ауыл төҙөй, бәғзеләре йылғаларҙа һалдарҙа ағыуҙы ойоштора. Республика халҡы сит илдәргә түгел, ә үҙебеҙҙә ял итеүҙе хуп күрә башланы. Ни тиһәң дә беҙҙә лә заманса шарттарҙа, арзан хаҡҡа рәхәтләнеп ял итеү урындары бар. Шуларҙың икәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

 

 

Туризм--килемле тармаҡ, күп илдәр үҙенең иҡтисадын тик ошо өлкәлә күтәрә һәм үҫтерә. Канар һәм Кипр утрауҙары, Төркиә, Мысыр, Греция, Таиланд һәм башҡа матур төбәктәр аҡсалыраҡ ватандаштарҙы үҙенә ылыҡтыра. Сит илдә ял итеүселәр туристарға ҡарата мөнәсәбәткә, булдырылған уңайлыҡтарға хайран ҡала. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте һис тә кәм түгел! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, Бөрйән районының хозурлығы Швейцарияға алмаштырғыһыҙ булһа, саф һыулы Талҡаҫ һәм Яҡтыкүл, Сабаҡты, Ҡарабаҡты күлдәре Урта һәм Ҡара диңгеҙҙән һис тә ҡалышмай. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ. Ә бына ситтән килгәндәр һоҡланыуын бер ҙә йәшермәй.

Йылайыр районы ла республикала ҡарағай урмандары буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Урман зонаһына ҡараған төбәк үҙенең саф һауаһы, ҡуйы урмандары һәм хозур тәбиғәте менән һоҡландыра. Бөгөн күп туристар шаулы ҡала тормошонан бар аҙ арынып, тап тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе үҙ итә. Шуға күрә ҡала һәм район үҙәгенән ситтә урынлашҡан, үҙенең һиллеге һәм матурлығы менән һоҡландырған ҙур булмаған кемпинг, ял базалары өҫтөнлөклө була бара. Тап ошо маҡсаттан Йылайыр районы Сосновка ауылында эшҡыуар Александр Чикунов 6 йорттан торған кемпинг эшләгән. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Аҡлан” кемпингы әле үк туристар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла.

Александр Владимирович кемпингтар һәм автокемпингтар урынлаштырыу өсөн модулле капиталь булмаған саралар булдырыуға үткәрелгән конкурста һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса 2,2 миллион һум күләмендә субсидия алыуға ирешә. Инвесторҙың үҙенең 2,6 миллион һум аҡсаһы тотонола. Тимәк, проекттың дөйөм хаҡы--4,6 миллион һум.

Ағас еҫе аңҡып торған экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы материалдан төҙөлгән алты йортҡа һорау һәр саҡ ҙур. Бында ял итергә теләүселәр бер ай алдан яҙылып килә. Ике йортта 2-шәр йоҡо бүлмәләре урын алһа, 4 йортта 4-шәр йоҡо бүлмәләре эшләнгән. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә махсус йорт төҙөлгән.

Теләгәндәр айырым майҙансыҡта шешлек бешерә ала, ут яғып, уның янында гитарала уйнап, киске хозурлыҡҡа һоҡланып, кинәнеп ял итеү мөмкинлеге бар. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған: кемдер эҫе мунсала шифалы миндектәр менән рәхәтләнеп сабынһа, икенселәре чанда кинәнес таба.

Уңайлы санитар блоктарҙа йәмғеһе 6 душ кабинаһы, унитаз һәм йыуыныу урындары бар. Ҡыш көнө ял итеүселәр өсөн ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү ойошторола.

Әле кемпинг биләмәһендә юл яны кафеһы төҙөлә, уны йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Шулай уҡ “Аҡлан”дың тирә-яғын төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса ла эшләнәһе эштәр бар әле.

Эшҡыуар өс кешегә эш урыны булдырған.  

 

КӘРИМӘ УСМАНОВА.



--Мин 80-се йылдар башында Болгарияла булдым. Шул саҡта уҡ ул ил 80% килемде туризмдан ала ине. Беҙҙә ул яңы үҫешә башланы. Хөкүмәттең, республика башлығы Радий Хәбировтың ошо тәңгәлгә иғтибарҙы йүнәлтеүен ыңғай баһалайым. Әле күп илдәр Рәсәйгә санкция индерҙе. Тимәк, туристар ситкә йөрөй алмай. Ошонан файҙаланып, эске туризмды үҫтереү бик кәрәк һәм көнүҙәк. Үҙебеҙҙә эш урындары булдырыуға, дәүләт бюджетын тултырыуға ла был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, --ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

Автор:
Читайте нас: