АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Июль , 15:25

Ағай-эне дуҫ булһа…

Фермер егеттәр төбәктә туризмды ла үҫтерергә ниәтләй.

Ағай-эне дуҫ булһа…
Ағай-эне дуҫ булһа…

Республика Башлығы Радий Хәбиров, эш башлаған ваҡытында эске туризмды үҫтереү өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары булдырырға ҡушҡайны. Хәҙер был йүнәлеш төбәкте үҫтереүҙә өҫтөнлөклө ысул булып тора.

Түбәндә хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова бәйән иткән фермер егеттәр ауыл хужалығын ғына түгел, туризмды ла үҫтерергә ниәт иткән.




Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан ағалы-ҡустылы Илнур һәм Илназ Хәмитовтарҙың ҡымыҙ йәйләүе тәбиғәттең хозур ерендә, Матур шишмәһе янында урынлашҡан. Халҡыбыҙҙың мәҡәлендә әйтелгәнсә, ағай-эне татыу булһа, ат күп булыр, тигәндәй бында ат та күп, ҡымыҙ ҙа етерлек, ә тәбиғәтенең гүзәллеген тик үҙеңә килеп күрергә кәрәк.

Бала саҡтан ат һөйөп, ҡымыҙ эсеп үҫкәнгәме, Хәмитовтар үҙҙәренең тормошон атһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Ир ҡанаты ат була, тип юҡҡа әйтелмәгәндер. Ҡартаталары Мөхтәр Хәмитов данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында шанлы һуғыш юлын үтә. Бәләкәйҙән уның һөйләгән хәтирәләрен тыңлап, яуҙа аттарҙың ни тиклем сыҙамлы һәм яугирҙәр өсөн ышаныслы дуҫ булыуҙарын күңелдәренә һеңдерә, өләсәләре бешкән ҡымыҙ тәмен әле булһа хәтерләй улар. Аталары ла аттар тота, бәләкәйҙән улдарын һыбай йөрөтә, һәр саҡ дилбәгәне улар ҡулына бирә. Шуға күрә Илнур менән Илназдың аттарға ҡарата һөйөүен дә, уларҙың йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә теләктәрен дә аңларға була.

Баймаҡ районы—элек-электән йылҡысылыҡ тармағы үҫешкән төбәк, бында ҡымыҙ етештереүселәр ҙә күп, йылҡыны ит өсөн үрсетеүселәр ҙә бихисап. Күптәр ҡымыҙ йәйләүен агротуризмды үҫтереү йүнәлешендә лә уңышлы файҙалана. Әйткәндәй, Илназ үҙ эшен үҫтереүгә 4,9 миллион һумдан ашыу “Агростартап” гранты алһа, ағаһы Илнур туризмды үҫтереү буйынса 5 миллион һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Ағай-эне әле бергәләшеп йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештерә һәм ошонда уҡ агротуризмды үҫтереү маҡсатында этно-ауыл төҙөргә уйлай. Хәйер, быларҙың һәр береһе тураһында айырым һөйләргә була.

 

Йәш эшҡыуар Илназ Хәмитов “Агростартап” грантын алыу тәжрибәһе менән ныҡлап танышҡандан һуң, ата-әсәһе, ағаһы менән кәңәшләшеп, йылҡысылыҡты үҫтереү маҡсатында бизнес-план төҙөй. Тейешле инстанцияларҙы үткәндән һуң, уның проекты уңышлы тип табыла һәм дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.

—Дәүләт ярҙамына башҡорт тоҡомло бейәләре, МТЗ тракторы, һауыу аппараты һәм электр көтөүсеһе һатып алдыҡ. Әлбиттә, әле Илнур ағайымдың да йылҡылары менән бергә ҡымыҙ етештерәбеҙ, бер нисә йылҡы өйөрө бар. 60 баш һауын бейәһенән көнөнә 120-150 литр һөт һауыла һәм шунса ҡымыҙ етештерелә. Быйыл һауынды һуңыраҡ, 12 июндә генә башланыҡ, бейәләр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла. Беҙ көндәлек ҡымыҙҙы Өфө, Тоҙ-Илек (Соль-Илецк) ҡалаларына, Баймаҡтың бер-ике һатыу нөктәләренә оҙатабыҙ. Һорау ҙур, хатта әҙерләп тә өлгөрмәйбеҙ,—ти Илназ Ирек улы.

Ҡымыҙ йәйләүендә бар шарттар тыуҙырылған: бейәләр махсус урынға бер-бер артлы индерелә, һауын аппараттары менән уларҙы тиҙ арала бейә һауыусылар Гөлфиә Кәлимуллина менән Альмира Иҙелбаева һауып та сығара. Яңы һауылған һөт имән көбөгә бушатыла һәм бешкәк ярҙамында бешелә. Тәүҙә көбө ерек ағасы менән ыҫлана.

Бейә һауыусыларҙың да был шөғөлгә тотонуҙары тәүгә түгел, уларҙың иңендә ҡымыҙ бешеү тәжрибәһе етерлек, шуға күрә лә “Ирәндек ҡымыҙы” тигән исем менән һатыуға сыҡҡан баһадирҙар эсемлеге шифалы һәм сифатлы. Заказ биреүселәргә сейәле ҡымыҙ ҙа эшләп бирәләр, бының өсөн көбөгә ҡыр сейәһе һабаҡтары һалына һәм бергә бешелә.

—Көндәр ямғырлы, һыуығыраҡ булғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсемәй,—тип яфалана бейә һауыусылар.—Бөгөн мейескә утын тоҡандырҙыҡ. Бында эшләүебеҙгә бик шатбыҙ, бар уңайлыҡтар булдырылған, эш хаҡы ла һәйбәт. Сәхрәләрҙә ял итеп, бейәләр һауып, үҙебеҙҙең сәләмәтлекте лә нығытып ҡайтабыҙ.

Сәләмәтлек тигәндәй, һәр кем ҡымыҙҙың шифалы булыуын беләлер инде. Юҡҡамы ни Аксаков, Толстой башҡорт йәйләүҙәренә ҡымыҙ эсеп дауаланырға килмәгән.

Шулай уҡ туй, байрам тантаналары өсөн дә ҡымыҙға заказ бирелә. Һуңғы ваҡытта һатып алыусыларҙан ҡайһы саҡта ҡымыҙ алып, уға һыу йәки һыйыр һөтө ҡушылыуы, һөҙөмтәлә ҡымыҙ эсемлеге барлыҡҡа килеүе тураһында социаль селтәрҙәрҙә төрлө борсоулы яҙмалар осрай. Был хаҡта Хәмитовтарҙан һорамай булдыра алманым. Уларҙың икеһе лә бер тауыштан тиерлек: “Беҙ ҡымыҙға бер ниндәй ҙә ҡушылмалар өҫтәмәйбеҙ, иң сифатлы һәм шифалы ҡымыҙ беҙҙеке”,—тип яуапланы. “Алдап һатыу гонаһ була”, тип тә өҫтәнеләр. Үҙҙәре лә дин юлында йөрөгән был егеттәрҙең бар эштәре лә хәләл юл менән табыла, хәләл ризыҡ әҙерләнә.

Ҡымыҙ етештереү—миҙгелле шөғөл, ул сентябрь айына тиклем генә бара. Шуға күрә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күптәре был тармаҡтан итләтә лә, ҡымыҙлата ла табыш алырға күнеккән. Ҡолондар ҙа, тай-тулаҡтар айырым тәрбиәләнә. Был йәһәттән көтөүсе Ишдәүләт Батыршин үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

Йәнә йылҡысылыҡ тармағында күптән инде хәл итәһе проблема асыҡ килеш ҡала килә, ул да булһа аттарҙың юлға сығыуы һәм аварияларға сәбәпсе булыуы. Яуапһыҙ хужалар күп осраҡта аттарына махсус билдә һуҡмай, яҡтыртҡыстар ҡуймай. Был тәңгәлдә Хәмитовтарҙың аттары бар районға өлгө булырлыҡ.

Теләһәң, һыбай йөрө, уҡтан ат, Ғәҙелшаға юллан

Бөгөн республикала агротуризм йүнәлеше ныҡлап үҫеш ала. Күптәр хозур тәбиғәттә ял итеүҙе хуп күрә һәм әүҙем туризмды һайлай. Алдан яҙып үтеүебеҙсә, Илнур Хәмитов туризмды үҫтереү буйынса республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан 5 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.

—Ошо урынға 10 тирмә ултыртасаҡбыҙ, унда халҡыбыҙҙың көнкүреш әйберҙәре урын аласаҡ. Туристар өсөн тирмәлә йоҡлау урындары әҙерләнәсәк, улар урындыҡ булырмы, әлегә тулыһынса уйланылмаған. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙе бейә һауып, ҡымыҙ бешеп, уны эсер мөмкинлеге лә тыуҙырасаҡбыҙ. Бер нисә турист маршруттары әҙерләнек, мәҫәлән Мөжәүир хәҙрәттең тыуған ауылына, Манһырға, ат өҫтөндә һыбай барыу, йәмле Талҡаҫ күленә, Ғәҙелша шарлауығына, Ҡаттансыҡ, Йәнгүҙәй, Күсемташҡа менеү булһынмы, йә иһә уҡ атыу, һыбай йөрөү кеүек ҡунаҡтарға төрлө файҙалы, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс һәм халҡыбыҙҙың кәсеп-шөғөлдәрен, милли уйындарын күрһәткән саралар һәм экскурсиялар буласаҡ. Шулай уҡ балалар өсөн йәйге лагерь ойоштороу теләге менән дә янабыҙ,—ти Илнур Ирек улы.

Баймаҡ йүнселдәренең эшләйһе эштәре күп, хыялдары изге, маҡсаттары аныҡ. Иң мөһиме—теләктәре бар, дармандары етерлек. Бер-береһенә терәк һәм таяныс булып, улдарының һәр башланғысын хуплап, уларға кәңәштәрен биреп торған аталары Ирек Хәмитов яндарында. Үҙҙәренә ярҙамсы булып улдары үҫеп килә.

Белеүегеҙсә, ике йыл рәттән Баймаҡ районының Граф күле буйында “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә. Бында ла Илнур менән Илназ Хәмитовтар йыл һайын бейә һауыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, ҡымыҙ етештереүселәр конкурсында ҡатнашып, призлы урындар ала. Быйыл август айында үтәсәк “Башҡорт аты” фестивалендә ағалы-ҡустылы Хәмитовтар әленән үк төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Тимәк, Ҡаратал йүнселдәрәре менән йәнә бер тапҡыр осрашырға тура киләсәк әле.

Кәримә Усманова.

--Мин 80-се йылдар башында Болгарияла булдым. Шул саҡта уҡ ул ил 80% килемде туризмдан ала ине. Беҙҙә ул яңы үҫешә башланы. Хөкүмәттең, республика башлығы Радий Хәбировтың ошо тәңгәлгә иғтибарҙы йүнәлтеүен ыңғай баһалайым. Әле күп илдәр Рәсәйгә санкция индерҙе. Тимәк, туристар ситкә йөрөй алмай. Ошонан файҙаланып, эске туризмды үҫтереү бик кәрәк һәм көнүҙәк. Үҙебеҙҙә эш урындары булдырыуға, дәүләт бюджетын тултырыуға ла был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, --ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.

Автор: