Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Июль , 11:45

ЙОРТОНА ҠАРАП - ХУЖАҺЫН БЕЛ!

Ысынлап та, йорт-ҡоймаларҙың төҙөклөгөнә ҡарап был йортта кем йәшәгәнен самаларға була. Йүнсел, эшһөйәр хужаның ҡоймаһы ҡолап ятмаҫ, бөтмөр хужабикәнең ҡапҡаһы буяуһыҙ тормаҫ. Шулаймы? Әйткәндәй, Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында "Өлгөлө йорт" конкурсы үткән. Был хаҡта уҡытыусы Ләлә Рафиҡова хәбәр итә.

ЙОРТОНА ҠАРАП - ХУЖАҺЫН БЕЛ!
ЙОРТОНА ҠАРАП - ХУЖАҺЫН БЕЛ!

ЛӘЛӘ РАФИҠОВА ЯҘА:

Беҙҙең Йәнйегеттә ошондай матур конкурс үтте. Бер ай эсендә әҙерләнеп, бындай масштаблы проектты тормошҡа ашырыу тик булдыҡлыларҙың ғына ҡулынан килә.
Был проектты уйлап сығарып, план төҙөп, әҙерләнеп бойомға ашырыу башта мөмкин булмаҫ эш кеүек ине. Ләкин үҙ эшенең оҫталары бик юғары кимәлдә атҡарып ҡуйҙы.
Бындай эштә иң төп проблема- спонсорҙар табыу. Ә бағымсылар күп булып сыҡты: был эштең сауаплы икәнен аңлаған, зәҡәт бирергә тырышҡандар бар ул. Һәр береһенә рәхмәт, сауабын насип итһен.
Ауыл халҡы, көндөң ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, йорттарын рәтләп, баҡсаларын бағып, өй алдындағы үләндәрен сабып, конкурсҡа ихлас әҙерләнде. Һөҙөмтәлә ауыл матурайып ҡалды. Үҙебеҙ ҡыуандыҡ.
Йомғаҡлау кисәһенә 3 көн ҡала, баһалама ағзалары ярышта ҡатнашырға ғариза биргән йорттарҙы ҡарап сыҡты. Баймаҡ телевидениеһы матур йорттарҙы, Шәкир шишмәһен, Улаҡты төшөрөп алды. Баһалама ағзалары барыһы ла ситтән ине: күрше ауылдарҙың старосталары, Баймаҡ район хакимиәтенән А. Б. Шәрипов, ауыл хакимиәте етәксеһе Р. Ә. Иҙрисов, хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ И. Ф. Ғафаров, И.С. Хәмитов.
Шәкир шишмәһенең тәмле һыуын эскәндәр белә был урындың тарихын. Уны 1960 йылда Шәкирйән Ырыҫкилдин ҡаҙған булған. Был шишмәне Ишкилде Ғафаров кәртәләтте.
Иң тулҡынландырғыс көн дә етте. Хат еткән ергә хат, ат еткән ергә ат ебәреп ҡунаҡтар саҡырылды.
Көндөҙ Шәкир ҡоҙоғон асыуға уҡ ситтән ауылдаштар килеп етеп, самауыр сәйе эсеп, балалар уҡ атыу ярышында ҡатнашып ҡыуанды. Өфөнән уҡыусым Шатморат ҡайтып, балалар өсөн сәмле ярыш ойоштороп һөйөндөрҙө. Имамыбыҙ Даян хәҙрәт фәтихә бирҙе, һыуҙың әһәмиәте, һыуҙы һаҡлап тотоноу зарырлығы тураһында вәғәз һөйләне. Ир- егеттәр ҡалған шишмә- инештәрҙе лә таҙалап, кәртәләп алырға һүҙ бирҙе. Ир һүҙе бер була. Эште башҡарып сығырҙарына ышанам. Шишмәләр, һыу тип йәнем сыға яҙып йөрөгән минең өсөн был шул тиклем әһәмиәтле ваҡиға булды.
Кискеһен клубта "Өлгөлө йорт -2024" конкурсының йомғаҡлау этабы булды. Уны күрше ауылдарҙан килгән үҙешмәкәрҙәрҙең, ауыл йәштәренең номерҙары биҙәне. Бикәстәрем Гөлназ Мусина менән Айгизә Ҡарасова был мәртәбәле сараны бик матур итеп алып барҙы.
Бүләктәр мул булды, һәр ҡатнашыусы бүләкләнде. Еңеүселәргә триммер, болгарка, һыу насостары, термопот кеүек ҡиммәтле приздар тапшырылды.

Автор:
Читайте нас: