Бер ҡараһаң–оҙон,
Бер ҡараһаң--ҡыҫҡа,
Бер ваҡыт шул кеше ғүмере
( йырҙан)
Ергә шаулап-гөрләп яҙ килде. Быйыл яҙ бигерәк тә үҙенсәлкле булды. Ҡыш көндәрендә тауҙай өйөлгән ҡар ҡапыл яуған ямғырҙан, һауа торошо йылып китеүҙән ҡапыл иреп бөттө. Бөтә тирә-яҡ йәмләнде, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып оя ҡора башланы, урман-ҡырҙарҙы ҡабатланмаҫ моңға күмде.
Тик Украинала махсус хәрби операциала ҡатнашҡан яугиҙәребеҙ Таһиров Фирғәт Хисмәт улы һәм Юламанов Иштуған Рәил улы ғына был матурлыҡты күреү, тойоу һәләтенән мәхрүм.
Таһиров Фирғәт Хисмәт улы 1982 йылдың 4 февралендә Йылайыр районы Һабыр ауылында Хисмәт һәм Сания Таһировтарҙың ишле ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә.1989 йылдың 1 сентяберендә 1-се класҡа барып, 1999 йылда 11-се класты уңышлы тамамлай. Йылайыр ауыл профтех училищеһында тракторсы-умартасы һөнәрен алғас, армия сафтарына саҡырыла. Өйләнә. Хәләл ефете менән ике улға ғүмер бирәләр.
Украинала махсус хәрби операция башланғанға тиклем Йылайыр урмансылығында тракторсы булып эшләй. 2022 йылдың 27 сентяберендә Рәсәй Федерацияһының Призиденты Указы менән махсус хәрби операцияға мобилизациялана. Хеҙмәт итеү осоронда үҙен ҡыйыу, дисциплиналы яугир итеп таныта, иптәштәре араһында тыйнаҡ, ихтирамлы булыуы менән айырылып торҙо. 2023 йылдың 26 сентяберендә хәрби бурысын үтәгәндә Украина территорияһында батырҙарса һәләк була. Уның хеҙмәте “За боевые отличия”, “Храбрость, Мужество, отвага” миҙалдары, үлгәндән һуң “Батырлыҡ“ ордены менән наградлана.
Юламанов Иштуған Рәил улы Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында Рәил һәм Садиҡа Юламановтар ғаиләһендә тәүге бала. 2004 йылда Ашҡаҙар тулы булмаған урта мәктәбеннә 1-се класҡа уҡырға бара, 9-сы кластан һуң Юлдыбай Урал аръяғы колледженда белем ала. Үҙен һәләтле спортсы итеп таныта. 2016 йылда армияға алына Һәм Тыуған иле алдында бурысын намыҫ менән үтәй, спортты, техниканы яратыуы менән айырылып тора.
2023 йылдың сентяберендә Юламанов Иштуған Рәил улы контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға алына. Гвардия һауа-десант дивизияһының 71211 хәрби ғәскәренең парашют-десант поллкында өлкән оператор булып хеҙмәт итә.
Артемьевск йүнәлешендәге һуғыштарҙа дисантниктар төркөмө штурмында батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң “ Батырлыҡ” һәм “Генерал Шайморатов” ордены менән наградлана.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙе ата-әсәһе, туғандары дуҫтары, ауыл халҡы онотмай. Улар менән ғорурлана. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Күптән түгел Фирғәт Хисмәт улының хөрмәтенә хәтер кисәһе үткәрелгәйне, Хайбулла районы артистары ҙур концерт күрһәтте. Иштуған Рәил улы иҫтәлегенә мини- футбол буйынса ярыш, ул уҡыған мәктәптә таҡтаташ асылды. Ә ер йәшәреп, көндәр йылыныу менән Фирғәт һәм Иштуған иҫтәлегенә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Унда мәрхүмдәрҙең тыуғандары, ата-әсәһе, дуҫтары, бар Һабыр ауыл биләмәһе халҡы ҡатнашты. Был изге эшкә Йылайыр урмансылығы мастеры, Һабыр ауылы старостаһы Солтанғужин Салауат Латиф улы ҙур көс һалды. Яугирҙәрҙең фотоһын әҙерләү, ҡарағай үҫентеләрен алып килеү, ыҙандар һөрҙөрөү—барыһын да үҙ өҫтөнә алып тейешле кимәлдә ойоштороп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Мәрхүмдәрҙең ата-әсәһе, туғандары ҡырҙа йылы аш ойошторҙо, егеттәргә аят бағышлатты. “Тыныс йоҡлағыҙ беҙҙең ҡыйыу батырҙарыбыҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, бер ваҡытта ла онотмаҫбыҙ”,--тип таралыштылар килгән ауылдаштар.
Ҡарағайҙар ел-дауылдарға, бурандарға, ҡоролоҡтарға бирешмәй шаулап үҫеп китер, беҙҙгә батыр егеттәребеҙҙе иҫләтеп ғорур баҫып торор.
Гөлфиә Таһирова, Һабыр ауыл китапханасыһы.