Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Апрель , 19:55

ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ

Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған. Сөнки, улар тыныс урын эҙләгән. Ә тыныс урынды ошолай табалар: көмөш тәңкәне ауыртмаҡ кеүек итеп епкә таҡҡандар ҙа шуны ҡулға тотоп йөрөтөп сығалар. Тәңкә бәүелә башлаһа, ул ер оҡшамаған. Бәүелеүҙән туҡтаған ерҙә нигеҙ ҡорорға була.

ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ
ЙОЛА ТОТҠАН ХУР БУЛМАҪ

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ХӘБӘР ИТӘ:

 

Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубы ауыл мәҙәниәт йорттары һәм мәҙәниәт клубтары араһында үткәрелгән “ХХI быуат "КЛУБ’оk” республика бәйгеһендә ҡатнашты.
Бәйгенең төп маҡсаты булып, ауыл мәҙәниәт йорттарының һәм клубтарының эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу, яңы кимәлгә сығарыу, ижади ҡаҙаныштарын дәртләндереү, мәҙәни-ял өлкәһендәге башланғыстарын яҡлау, имиджын формалаштырыу һәм үҫтереү, эштә яңы алымдар ҡулланыу, эҙләнеү, сараларҙа ауыл менән ҡатнашыуға ирешеү, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең абруйын, хөрмәтен арттырыу тора.
Был бәйгене баһаларға Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәгенең клуб эштәре методикаһы буйынса белгестәре, мәртәбәле жюри Фирҙәүес Фәрит ҡыҙы Расаева һәм Альбина Ишдәүләт ҡыҙы Хисматуллина килделәр. Шулай уҡ Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Мөғлетдин улы Юнысов ауыл тормошо, уның демографик хәле тураһында белешмә бирҙе һәм арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурланды.
Һаҡмар-Наҙарғол ауылы борон-борондан тыуғанлыҡ ептәренең ныҡлығы, ярҙамсыллығы, бар эште бергә күмәкләп бшҡарыуы, егәрлелеге, уңғанлығы менән дан тота. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Элвира Юнысова тормош иптәше Вил Әхмәт улы менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтереп, кәртә тулы мал аҫырап, баҡса тултырып картуфын сәсеп, үҙ ҡулдары менән һалып ингән, бар уңайлыҡтары булған, иркен, яҡты, ҙур өйҙә ауылдаштарының оло абруйын яулап, дан ғаилә булып донъя көтәләр. Күптән түгел улдары Фәнисте өйләндереп, бына тигән килен әйттерҙеләр!
Бәйгенең шартына ярашлы, “Ғаилә байрамын” күрһәтеү маҡсатында, Элвира һәм Вил Юнысовтарҙың барлыҡ яҡын тыуғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, күрше-күләндәре, ауылдаштары, яңыраҡ өйләнгән улдары Фәнистең яңы йортона нигеҙ һалыу өсөн, өмәгә йыйылды. Нигеҙ урыны алдан уҡ һайланып ҡуйылды.
Өйгә нигеҙ һалыу – ғаилә тормошонда мөһим урындарҙы биләй.
Башҡорт ауылдарында борон йорттар урам буйлап теҙелеп ултырмаған: береһе эстәрәк, икенсеһе тыштараҡ һалынған. Сөнки, улар тыныс урын эҙләгән. Ә тыныс урынды ошолай табалар: көмөш тәңкәне ауыртмаҡ кеүек итеп епкә таҡҡандар ҙа шуны ҡулға тотоп йөрөтөп сығалар. Тәңкә бәүелә башлаһа, ул ер оҡшамаған. Бәүелеүҙән туҡтаған ерҙә нигеҙ ҡорорға була.
Шулай уҡ, тыныс урын һайлар өсөн, мал ебәргәндәр: ҡайһы урынға күп ятһа, шунда нигеҙ ҡорғандар. Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ нигеҙ ташы, артабан өрлөк башына көмөш тәңкә һалалар, нигеҙ йыланын тынысландырыр өсөн аҡ эсемлек ҡоялар.
Өмәсе ҡатын-ҡыҙҙар буш ҡул менән килмәгәндәр, һәр береһе әҙ генә булһа ла ярҙам булһын, тип, күстәнәстәрен тотоп килгән. Өмәгә күрше Әбеш ауылынан ата-әсәһе, һеңлеһе менән кейәүе, ике тыуған ағаһы, ҡоҙаһы ла килеп етте. Бәләкәс Ислам да өмәнән ситтә ҡалманы. Нигеҙ ҡороуға аят бағышланып, фатиха бирелгәс, эш башланып та китте. Һәр кемгә эш етәрлек ине. Өмә мәрәкә һүҙҙәр, йыр-бейеүҙәр, таҡмаҡтар менән аралашып барҙы. Эшләһәң- эш ҡарышмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде, һә тигәнсе, нигеҙ ҡоролоп та ҡуйҙы! Күмәкләгән-яу ҡайтарған шул! Бына ошондай күмәкләп башҡарылған эштәр тыуғандарҙы нығыраҡ берләштерә, араларҙы нығыта, ауылдаштарҙың ҡәҙерен белдерә!

Автор:Резеда Валиева