Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Апрель , 21:50

ЛАЙЫҠЛЫ ӨМӨТБАЕВСЫЛАР ҮҪӘ!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында ғалим, яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, арҙаҡлы шәхес Рамаҙан Ғимран улының тыуыуына 100 тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте. Уның сиктәрендә "Өмөтбаев уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеү яулаусылар тәбрикләнде, лицейҙың иң яҡшы уҡыусыларына Р.Өмөтбаев премияһы бирелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Өмөтбаевтың ижадын, эшмәкәрлеген өйрәнеүселәр араһында алыҫ Асҡын, Шаран, Баҡалы һәм башҡа райондарҙан барҙар ине. Мәҫәлән, Асҡындан 2-се класс уҡыусыһы Әмирә Ғәлиева әҫәрҙән өҙөк һөйләп ишеттерҙе.

ЛАЙЫҠЛЫ ӨМӨТБАЕВСЫЛАР ҮҪӘ!
ЛАЙЫҠЛЫ ӨМӨТБАЕВСЫЛАР ҮҪӘ!

Мәғариф

Өмөтбаевсылар үҫә!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында бик мәртәбәле сара үтте. Ул арҙаҡлы шәхес, ғалим, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуыуына 100 тулыуға арналды. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ошо белем усағының уҡытыусылары, уҡыусылары, мәғариф ветерандары ғына түгел, ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге вәкилдәре, шәхестең исемен мәңгеләштереүгә өлөш индереүселәр һәм уның туғандары йыйылды.

Сара Рәсәй, Башҡортостан һәм лицей гимндарын тыңлауҙан башланды. Әйткәндәй, уларҙы лицей уҡыусылары үҙҙәре башҡарҙы. Артабан хәтер кисәһенә килеүселәр ғалим хаҡында йылы һүҙҙәре, хәтирәләре менән уртаҡлашты. 1924 йылда донъяға килеп, беҙҙең ата-бабалар кеүек ауырлыҡтар үтеп, бәләкәйҙән эшләп үҫһә лә уҡыуҙан баш тартмаған, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында булып, оло сынығыу алған, унан һуң да һынмаған, ябай эшсенән юғары вазифаларға тиклем үрләгән шәхестең исемен йөрөткән лицейҙа белем алыуҙарына был көндө уҡыусылар тағы бер ҡат ҡыуанғандыр. Рамаҙан Ғимран улының һәйләгәндәрен һаҡлаған видеояҙманы экранда күреп беҙ, ололар ҙа, һоҡланып ултырҙыҡ. Шундай дәрәжәле, абруйлы, рухлы шәхесебеҙ бар һәм уның исемен башҡорт лицейы йөрөтә! Ғорурланырлыҡ!

--Рамаҙан Ғимран улы күптән арабыҙҙа булмаһа ла ул беҙҙе ошондай рухлы сараға йыйып берләштерә. Хәтер кисәһенә бик шатланып килдек. Башҡорт балалары ошондай матур, яҡты, йылы, тарихи лецейҙа белем алыуҙарына ифрат шатбыҙ. Рамаҙан Өмөтбаев минең әсәйем Сәлимәнең бер туған ағаһы. Ул һәр ваҡыт милләтем, халҡым тип йәшәне. Башҡорттарҙың белем алыуҙарын хупланы, ситтә йөрөүҙәренә борсолдо. Беҙ бөгөн дә уның кәңәштәрен тотоп йәшәргә тейешбеҙ. Әле беҙ әсәйебеҙ уҡытып киткән гимназия-интернатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенән иң юғары уңыштарға өлгәшеүсе уҡыусыларға әсәйебеҙ исеменә премия булдырҙыҡ. Был лицейҙа Рамаҙан Ғимран улының премияһы тапшырылып килә. Киләсәктә бында бюст булдырыр кәрәк,--тине үҙ сығышында Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин.
Уның һүҙен ҡеүәтләп, 2005-2009 йылдарҙа Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында директор булып эшләүсе Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов сығыш яһаны:

--Рамаҙан Ғимран улы халҡым тип йәшәне. Видеояҙмала һөйләгәненән дә яңы күрҙегеҙ: ул беҙҙең байлыҡ—күп булыуыбыҙҙа, тине. Ошо лицейҙа уҡыуығыҙға ғорурланығыҙ, уның кеүек оло шәхестәр булығыҙ һәм үҙ ерегеҙҙә эшләп, уны күтәреүгә өлөш индерегеҙ,--тине уҡыусыларға ҡарап һәм тиҙерәк илда тыныслыҡ урынлашыуын теләне.

Матур-матур сығыштарҙан һуң, лицейҙа йыл дауамында барған конкурстарға йомғаҡтар яһалды. Әйткәндәй, “Өмөтбаев уҡыуҙары” 2014 йылдың 18 апреленән алып үткәрелә. Быйылғы фәнни-ғәмәли конференцияла 16 райондан, 8 ҡаланан 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан. Шуларҙың иң-иңдәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм Почет грамоталары тапшырылды. Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Нурания Йәнбирҙина (етәксеһе Гөлфиә Юнысбаева)--«Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында, Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класы уҡыусыһы Ансар Иҫәнбаев ( етәксеһе Рәсимә Моратова), Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 5-се класс уҡыусыһы Асҡар Сирбаев (етәкселәре Мәрйәм Вәлиева, Әлиә Шәймөхәмбәтова)--«Беҙ – Рамаҙан Өмөтбаев вариҫтары» номинацияһында, Баҡалы районы Баҡалы ауылы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслиә Инсаф ҡыҙы Ғәлиуллина--«Рамаҙан Өмөтбаев эҙҙәре буйлап» номинацияһында еңеү яуланы. “Башҡорт аты” номинацияһында, йәғни Рамаҙан Өмөтбаев әҫәрҙәренән рус теленә тәржемә итеүҙә Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 4-се класс уҡыусыһы Нурия Вәлиева (ғилми етәксеһе - Раушания Бәрәкәтова), Баймаҡ ҡалаһы 2-се мәктәбенең 5-се класы уҡыусыһы Сәлимә Хисмәтуллина (етәксеһе - Илгизә Байсурина), Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 9-сы класы уҡыусыһы Гөлгизә Вәлиева (етәксеһе - Сулпан Ғәбитова), Миәкә районы Әнәс ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрдиә Сәғәҙи ҡыҙы Дмитрюк еңеүселәр рәтендә булды. Инглиз теленә тәржемә итеҙә түбәндәге конкурсанттар билдәләнде:  Камила Мусина (Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 7-се класы уҡыусыһы, ғилми етәксеһе – Эльвира Шадаева), Алтынай Аҡҡужина (Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 9-сы класы уҡыусыһы, ғилми етәксеһе – Илүзә Ишмөхәмәтова), Гөлназ Илғыуатова (Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 10-сы класы уҡыусыһы, ғилми етәксеһе – Гүзәл Биктимирова), Илмира Сәмиғулина ( Шаран районы Шаран ауылы 2-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы).

«Өмөтбаевты уҡыйбыҙ. Тыңлағыҙ!» номинацияһында Әмирә Ғәлиева (Асҡын районы Асҡын ауылы 1-се мәктәбенең 2-се класы уҡыусыһы, ғилми етәкселәре – Эльвира Шәйхулова, Лилиә Ғәлиева), Сафия Таһирова(Белорет районы Абҙаҡ ауылы дөйөм белем биреү урта мәктәбенең 2-се класы уҡыусыһы, етәксеһе—Гөлсинә Ирғәлина) еңеүсе тип табылды.

Билдәле булыуынса, ҡала һәм республика олимпиадаларында, фәнни конференцияларҙа, төрлө бәйгеләрҙә еңеүсе уҡыусылар өсөн башҡорт лицейында Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия булдырылған. Был премия Рамаҙан Ғимран улының яҡындары һәм туғандары тарафынан йыл да тапшырылып килә. Быйыл 19-сы тапҡыр бирелгән премияға Рүзилә Айытбаева, Илйәнә Алламоратова, Айзилә Әминева, Иҙел Ҡотлобирҙин, Динар Хәмитов,  Рөстәм Кинйәбулатов, Ғилман Усманов, Айгиз Әбдрәшитов, Дамир Губашев, Асҡар Сирбаев, Камила Мусина, Әмилә Ғәзизова, Гөлгизә Вәлиева, Камила Юнысбаева лайыҡ булды. Нәҡ улар йыл дауамында төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, олипиадаларҙа еңеп, үҙҙәрен иң яҡшы уҡыусылар итеп танытҡан. Шулай уҡ йыл да лицейҙа иң яҡшы класс билдәләнә. Быйыл башланғыс кластар араһында 4-се Б класы (уҡытыусы Фәймә Кәримова) 5 мең һумға, урта һәм өлкән кластар араһында 11-се А класы (уҡытыусы Айгөл Хәмитова) 10 мең һумға лайыҡ булды.

--Башҡорт лицейына һәр саҡ шатланып киләбеҙ. Бында рухлы, тәрбиәле балалар уҡый. Шундай балаларҙы шатландырабыҙ тип, Рамаҙан Ғимран улының яҡты рухын ҡыуандырабыҙ тип премия булдырғанбыҙ. Туғандарыбыҙ һәр саҡ ихлас, ҡыуанып премияға өлөшөн индерә. Быйыл конкурстарҙа Асҡын, Шаран, Баҡалы һәм башҡа алыҫ райондарҙан ҡатнашыуҙары икеләтә ҡыуаныслы. Уҡытыусылар коллективына, уҡыусыларға рәхмәт. Лицей яҡты, йылы, бөхтә, уҡыу өсөн бөтә шарттар бар, ҡыуанып уҡығыҙ,--тине үҙ сығышында мәғариф ветераны, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифының атҡаҙан уҡытыусыһы Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙы Өмөтбаева.

Шәхесе булған халыҡ бөйөк, халҡын күтәргән шәхес мәңгелек, тиҙәр. Рамаҙан Ғимран улы кеүек рухлы, үҙ халҡын яратҡан, белемле, арҙаҡлы шәхестәребеҙ күберәк булһын, үҙ милләтенең ҡотон арттырһын. Нәҡ шундайҙар әлеге башҡорт лицейынан да бик күпләп үҫеп сығыр тигән ышаныстабыҙ.

 

 

Һүрәттә: Асҡын ҡыҙы Әмирә Ғәлиева әсәһе Лилиә Ғәлиева менән.

        

      

 

Автор:Резеда Валиева