Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Апрель , 08:35

КҮП ТЕЛЛЕ МӘКТӘП

Һәр белем усағының үҙ тарихы, яҙмышы бар. Мәктәп булһынмы ул, юғары уҡыу йортомо, барлыҡҡа килә, йәшәй, үҙ кимәленән сығып, ғилем тарата. Олпатлылары бар уҡыу йорттарының, йәштәре, яңы нығынып килгәндәре, ҡыҙғанысҡа күрә, ябылғандары, юҡҡа сыҡҡандары ла бихисап. Кем йәшәтә, нимә бар итә уҡыу йорттарын? Өҫтән төшөрөлгән пландар, уҡыу программаларымы, бюджет аҡсаһымы? Әллә уҡы-тыусылар коллективымы? Бәлки, етәкселәлер бар ғиллә? 2023-2024 уҡыу йылында полилингваль статусында эшләй башлаған Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән әңгәмә ҡорғанда мәктәп тарихы, уҡыу йортоноң йәшәйеше нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.  

ЯҢЫ ЙҮНӘЛЕШ

2019 йылдың апрелендә үт-кән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезында  Башҡортостан Респуб-ликаһы Башлығы вазифаһын ваҡыт-лыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров, башҡорт теле популяр бу-лырға тейеш, туған телдәрҙе үҫте-реү маҡсатында республикала полилингваль мәктәптәр асыласаҡ, тигән ҡыуаныслы хәбәр менән сығыш яһаны. Бындай иғтибарҙы күптән көтә инек, сөнки туған телде юғары кимәлдә ҡурсалағанда ғына үҫеш буласаҡ. Күптәр, полилингваль мәктәптәрҙә сит ил телдәрен өйрәтәләр, тип яңылыша. Һис тә улай түгел, был мәктәптәр ту-ған телде һаҡлау өсөн барлыҡҡа килә. Республикала башта шундай ун биш мәктәп юл башлай. Улар бөтөн яҡтан, йыһазландырыу яғынан да, төҙөклөгө менән дә, көслө педагогтар коллективы менән дә башҡаларға үрнәк булырға тейеш. Яңы программалар буйынса эш башлар алдынан уҡытыусыларға өҫтәмә рәүештә махсус квалификация күтәреү курстары үткәрелә, мәктәп-тәр яңы китаптар менән байытыла.Ҡыҫҡаһы, яңы мәктәптәргә ҙур иғтибар бүленә, улар бөтөн яҡтан алдынғы булырға тейеш. Беҙҙең мәктәптең полилингваль йүнәлешкә күсерен алдан белдек, бының өсөн киләсәктә яңы, заманса проект буйынса гимназия-интернат бинаһы төҙөлөргә тейеш. Әлегә элекке йортобоҙҙа ҡалдыҡ, яңы бина булыр, тип өмөт итәбеҙ.

МӘКТӘП ТАРИХЫ

Сибай ҡалаһында мәктәп-интернат 1960 йылда төҙөлә. (Әле унда “Ирәндек” лицейы урынлашҡан) Бөтә талаптар-ға яуап биргән өс ҡатлы уҡыу бинаһы, иркен ашханаһы, айырым төҙөлгән ятағы булған был интернат республика Хөкүмәте Ҡарары менән асыла, мәктәптә Юрий Гагарин исемендәге пионер дружинаһы төҙөлә. Балаларҙы Урал аръяғы райондарынан йыялар һәм 1963 йылда тәүге сығарылыш була, улар араһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ға-рипова ла бар, ул 8-се класты тамамлап, артабан уҡырға китә. Мәктәп тарихында төрлө мәлдәр була, бер осор ул атай-әсәйһеҙ ҡалған етем балалар өсөн интернат була. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, асылған көнөнән алып ул башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүе менән башҡа мәк-тәптәрҙән айырылып тора. 1992 йылда гимназия статусы алғас та дауам итә был изге йола. 1984 йылдан 1998 йылға тиклем мәктәп директоры булып эшләгән Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсин бик күп көс һала был этәргескә. Гимназия булғас, һәләтле балаларҙы йыйып уҡытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. 2003 йылда әлеге мәктәп төҙөлөп бөткәс, бөтә уҡытыусылар коллективы, балалар менән ошонда күстек. Тураһын әйтергә кәрәк, был күсенеү бөтөнләй дөрөҫ булманы. Ни өсөн? Элекке мәктәпкә капиталь ремонт кәрәк ине, шуға күрә, яңы бинаға күсерҙеләр. Ә бында бөтә кабинеттар ҙа майҙаны буйынса бәләкәй, 10-12 балаға иҫәпләнгән, сөнки был бина коррекцион мәктәп өсөн төҙөлгән, спорт залы ла, класс кабинеттары ла тар. Яңылыҡҡа яңы ла ул, әммә беҙҙең талаптарға яуап бир-мәй. Бында хәҙер 20 йыл йәшәйбеҙ, күп сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ошо мәктәпте үҙҙәренең өйө һанай, тыуған интернатым, тип йән атып тора. Мин эшләй башлағанда урта белемде элекке бинала алғандар бында килмәй, тәүге мәктәптә осраша торғай-ны. Һуңынан бер осрашыу ваҡытын-да уларҙы саҡырып әйттем, дуҫтар, ғаилә яңы өйгә күскәндә, бөтәһе лә бергә күсә, әйҙәгеҙ, был йортто яңы өй, тип һанағыҙ. Шунан бында килә башланылар. Элекке мәктәпте ҡала үҙенә алып, ремонтлап, муниципаль мәктәп асты.

УҠЫТЫУСЫЛАР

2008 йылда директор итеп тәғәйенләнгәс, әйҙәгеҙ, кире тәүге мәктәп бинаһына күсәйек, ул типовой итеп эшләнгән, кабинеттар-ҙың майҙаны ҙур, дөйөм ятағы бар, тип хаттар яҙҙыҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа булды, баҡтиһәң, дөйөм ятаҡбүлмәләренә йәшәргә урындарыбулмаған уҡытыусыларҙы урынлаш-тырғандар, улары шул осор закондарына таянып, бүлмәләрҙе хосусилаштырып өлгөргәндәр. Хәҙер ун-да күсеүҙең мәғәнәһе юҡ, замансатөҙөлгән мәктәп-интернат кәрәк беҙгә. Шулай үкенесле тарихыбыҙ бар. Коллективҡа килгәндә, бө-тәһе лә бында күсте. Бөгөн өлкән уҡытыусыларыбыҙ күп, яңы мәктәптең таянысын, нигеҙен улар тәшкил итә, 80 процент уҡытыусыларыбыҙ юға-ры категориялы, 15 кеше мәғариф отличнигы. Атҡаҙанған уҡытыусыла-рыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Данлы, тырыш коллектив эшләй беҙҙә, күпселеге сибайҙар.

УҠЫУСЫЛАР

Уҡыусылар Урал аръяғынын йыйыла, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан килеп уҡый-ҙар, Межгорьенан, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да бар, төрлө яҡта йәшәгән башҡорт бала-лары килә гимназияға. Иң күбеһе Баймаҡ менән Әбйәлилдән. Беҙҙә уҡырға теләгәндәрҙе төплө әңгә-мә үткәреү нигеҙендә алабыҙ, яҡшы белем биреп, үҙаллы тормошҡа әҙерләйбеҙ. Коллектив һәр яҡтан тырышып эшләй, ун баланың һигеҙе юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. 10-11-се класта ике профиль бу-йынса уҡытабыҙ: береһендә, тәбиғи фәндәр профилендә, химия-биология йүнәлеше, икенсеһендә технология профиле буйынса физика-математика йүнәлеше. Икенсе йүнәлештәгеләрҙең бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Химия-биологияныҡылар, ғәҙәттә, медицина институтына, йә колледжына бара. Полилингваль гимназия статусы алһаҡ та,  профилдәр ҡалды, әлегә бөтә кластарҙы ла яңы ысулға күсермәнек. Башҡорт теленә иғтибар элекке кеүек ҡалды, дәрестәр, кластан тыш саралар, түңәрәктәр ту-ған телебеҙҙә алып барыла. Беҙҙә башланғыс кластарюҡ, күп телдәрҙе өйрәнеүҙе гим-назияға тәүбашлап аяҡ баҫҡан бишенсе кластарҙан башлайбыҙ. Уларбашҡорт, инглиз, ҡытай телдәрен өйрәнәсәк, мәктәп уставында шунса тел үтергә тигән һүҙ юҡ. Әлеге бишенсе класыбыҙ туғыҙға барып етеүгә, бөтәһе лә башҡорт телендә матур итеп һөйләшергә, фекер йөрө-тә белергә өйрәнәсәк. Бынан тыш, уларҙы йыр-бейеүгә, нәфис һүҙ һөй-ләргә лә өйрәтәбеҙ. Рус һәм инглиз телдәре уҡыу планы кимәлендә бул-һа, унан тыш бер-ике тел һөйләшә алыу кимәлендә булырға тейеш. Полилингваль мәктәптәрҙә балалар көноҙоно уҡый, шулай ҡаралған, төп дә-рестәрҙән тыш, төштән һуң да бала-лар төрлө түңәрәктәргә йөрөй.

АТА-ӘСӘЛӘР

Уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләре беҙгә һәр саҡ ярҙам күрһәтеп тора, уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Берәй яңылыҡ индерһәк, ихлас ҡа-бул итәләр. Шул уҡ полилингваль клас-тарҙы асҡанда иң тәүҙә ата-әсәләр менән кәңәшләштек, күп теллелектең ыңғай яҡтарын аңлаттыҡ. Риза булып ҡабул иттеләр. Шайморатовсылар класын асҡанда ла был кластарҙың ябай булмауын, төрлө мәшәҡәттәр буласағын, физик көсөргәнеш артыуын, уҡыусылар йыш ҡына төрлө яҡтарға сәфәр ҡылыуын, яңы формалар, атрибуттар эшләүгә аҡса кәрәк буласағын аңғартып торҙоҡ. Педаго-гик коллектив ата-әсәләр менән бер-ҙәм булғанға әүҙем эшләйбеҙ, шуға алға китеш бар, буласаҡ!

ТУҒАН ТЕЛГӘ ИҒТИБАР

 Полилингваллек беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл түгел, бының бу-йынса коллектив менән алдан уҡ һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, Мәскәү эргәһендәге “Сколково” инновацион үҙәгендә үткәрелгән курстарҙа булдыҡ, Осетиялағы полилингвальмәктәптәрҙең эшен ҡараныҡ, Үз-бәкстанда булдыҡ. Мәғариф министр-лығы шундай файҙалы командировкалар ойоштороп, таныштырғас, хәҙер дөрөҫ йүнәлеште аңлайбыҙ, ориентирыбыҙ бар. Полилингваль мәк-тәптәргә, уҡытыусыларға туған тел-гә иғтибарҙы арттырырға рөхсәт ителгәс, таяныс булғас, эшләүе еңел. Башҡорт теле уҡытыусыларының форумында булғанда коллегаларыма, математика, география, йә иһә башҡа предмет уҡытыусыларына форум үткәреләме, тип һораным. Юҡ бит. Хөкүмәт кимәлендә туған тел уҡытыусыларына шундай ҙур иғти-бар бүленеүе ҡыуаныслы. 

ТӘРБИӘ

Беҙҙә уҡытыу менән бер рәттән тәрбиәүи мәсьәлә лә беренсе урында ҡала килә, шунһыҙ булмай. Уҡытыусы дәрестә тәрбиәләһә, таҙалыҡ өсөн яуаплы булған йыйыштырыусы ла мәктәпте нисек тәртиптә тоторға өй-рәтә. Ашнаҡсы апайҙары ла тәрбиә-ләй, йәғни, тәрбиә һәр яҡлап була, сөнки тәрбиәле бала тәрбиәһеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ уҡыясаҡ. Егет-тәребеҙ һәр саҡ костюм-салбарҙа йөрөй, бәләкәйҙән үк аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып йөрөргә өйрәтәбеҙ, ҡыҙҙар сәсәтәрен матур итеп үреп, эш стилендә кейенә. Ата-әсәләр менән бәйләнеш яҡшы, сөнки улар үҙҙәре һәйбәт, улар бит интернаттағы матур традицияларҙы белеп килә, балаларының тәрбиәле булыуын теләй. Гимназияла көслө белем биргәндәрен дә аңлайҙар һәм үҙ теләктәре менән уҡырға бирәләр.

ЙОЛАЛАР

Гимназиябыҙҙың тик үҙенә генә хас йолалары бик күп. Бишенсе класҡа килеп уҡый башлағандарҙы бер айҙан матур итеп гимназист итеп алабыҙ һәм уҡыу йылында гимназистар парады үткәрәбеҙ: кем ҡайҙа, ниндәй сарала ҡатнашҡан, нисек итеп үҙен күрһәткән, матур итеп тәбрикләйбеҙ. Йыл һайын республика кимәлендәге Таңсулпан Ғарипова исемендәге ижади конкурс үткәрәбеҙ. Йомғаҡлау-ға Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы шәхсән үҙе бүләктәрен тотоп килә. Балалар бик әүҙем ҡатнаша, йәш ижадсылар һаны ике йөҙгә барып етә. Ҡасандыр мәктәп эсендә башланған конкурс, үҫә килә, рес-публика кимәленә күтәрелде. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы буйынса үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларыбыҙ ҙа төбәк-ара кимәлдә үтә хәҙер. Йыл да сентябрь айының берәй йылы көнөндә бөтә мәктәп менән ҡырға сығып ял итәбеҙ, төрлө ярыштар үткәреп, йырлап-бе-йеп, Сәләмәтлек көнө үткәрәбеҙ. Сара бөтөүгә һәр кемгә туңдырмалар таратабыҙ, инде нисәмә йыл шулай дауам итә!

Радик Өмөтҡужин яҙып алды.

Автор: