Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Апрель , 08:50

Әбештәрҙең еңеүгә теләктәре көслө

Республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Хәйбулла районы йыл һайын ҡатнаша. 2021 йылда Бәләкәй Арыҫланғол ауылы—беренсе урын, 2022 йылда Әбүбәкер ауы-лы икенсе урынды алһа, быйыл иһә Оло Әбеш ауылы халҡы конкурста еңеү яуларға дәрт иткән. “Күршеләрҙән беҙ кәмме ни?”—тигән сәм менән тотонған улар был ярышҡа. Әйҙәүсеһе булғас, ҡушылыусыһыта былыр, тигәндәй, кемдеңдер был һүҙе әбештәргә етә ҡалып, шунда уҡ ауыл халҡы дәррәү күтәреп тә алған. Хәйбулла районының тарихҡа бай иң боронғо ауылдарының береһе ул—Оло Әбеш. Райондың ур-ман зонаһына ҡараған ауыл үҙенең матурлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәғрүр тауҙар, ҡуйы урмандар ҡосағында, таҙа Һаҡмар йылғаһы буйында бер уйпатта ғына урын алған алған тө-бәкте икенсе Швейцария менән дә сағыштыралар.

Оло Әбеш ауылы район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Йорттар төҙөк, урамдар киң, халыҡ иркен йәшәй. Күбеһе мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Районда сәнәғәт предприятиеларының күп булыуы ла ауыл халҡы өсөн уңайлы: күпселек ир-егеттәр вахта ысулы менән шунда эшләй. Ауылда Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемендәге урта мәктәп, “Йәйғор” балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, стоматология кабинеты, мәҙәниәт йорто, почта, китапхана, ике шәхси магазин, ике крәҫтиән-фермер хужалығы, мәсет бар. Бөтәһе 98 хужалыҡта 350-гә яҡын кеше йәшәй. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән ауыл менән яҡындан танышыу маҡсатында Оло Әбеш ауылбиләмәһе башлығы Таһир Юнысовҡа мөрәжәғәт иттек. Әйткәндәй, Таһир Мөғлетдин улы—районда иң оҙаҡ эшләгән хакимиәт башлыҡтарының бе-реһе. Был вазифаһында 2006 йылдан алып эшләй.

“Теләһәк, булдырабыҙ!”

—Күршеләрҙең, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урын яулап алған “миллион”дарына бер нисә объектты сафҡа индереүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе әбештәр. Унда ауылды йәмләп балалар майҙансығы барлыҡҡа килде, хоккей майҙансығы яңы төҫ алды, урам сәхнәһен төҙөп, мәҙәниәт йортон кәртәләп ҡуйыуға ла өлгәште улар. Бынан тыш, урамдарҙы яҡтыртыу, стела урынлаштырыу кеүек эштәр ҙә башҡарылды. Былай ҙа төҙөк, күркәм ауыл тағы ла йәмләнеп, йәнләнеп ҡалған күршеләренә ҡыуанып та, бер аҙ сәмләнеп ҡуйҙыҡ. Үткән йыл Яңы йыл кисәһендә конкурсҡа ҡатнашырға тәҡдим индергәс тә бары-һы ла бер тауыштан бәйгелә ҡатнашыуҙары ха-ҡында белдерҙе һәм “Теләһәк булдырабыҙ!” тип изге эшкә ҡушылды.

Беҙҙә һәр кем дәртләнеп һәм сәмләнеп донъя көтә. Кемделер өгөтләү ҙә кәрәкмәй, тик ойоштороу ғына булһын. “Айыҡ ауыл”дың тәүге муниципаль этабында ғына әллә күпме эштәр башҡарылды, һөҙөмтәһе лә көттөрмәне–беҙҙең ауыл республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ. Бының өсөн беҙҙә уңайлы шарттар етерлек. Иң мөһиме—халыҡ эскелеккә бирелмәгән, һәр кем үҙенсә донъя көтөргә тырыша, эшен таба, йүнен күрә. 1-2 буйҙаҡ ирҙән башҡа араҡы эскән кеше юҡ, тип ышаныс менән әйтә алам. Хәҙер ул буйҙаҡ ирҙәр ҙә айыҡ тормош-ҡа йөҙ бара, беҙҙең өгөт-нәсихәттәр килешәме, әллә ауылдаштарының “Айыҡ ауыл”да ҡатнашыу-ҙары ыңғай һөҙөмтә бирәме, улар ҙа һуңғы ваҡытта төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашып, хә-мергә ҡул һелтәп йәшәргә тырыша.

Ҡышҡы каникул көндәрендә лә һәр көн тиерлек бер сара үтеп торҙо, ауыл халҡы хәҙер үҙҙәре өйрәнеп тә алды, тиҙ генә ниндәйҙер конкурс булһынмы, осрашыумы, мәҙәни, спорт, аңлатыу сараһымы йәһәт кенә ойоштороп та ебәрә, ҡатнашыусы-лары ла тиҙ генә йыйыла,—ти Таһир Мөғлетдин улы.

“Йәнтөйәк” ауылға йәм бирә

"Йәнтөйәк" фольклор ансамбле ауылға йәм һәм йән өрә, ти ауылдаштары. Шулай булмайса: ансамблдең һәр сығышын тамашасылар көтөп ала, йыр-моңдарын яратып тыңлай. Ансамбль ағзалары ауылдаштарына йыр-моң өләшеп кенә ҡалмай, ә ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә йылы бирсәткәләр, ойоҡбаштар бәйләй, уларға аҙыҡ-түлек хәстәрләп, һалма йәйеп, уны ҡырҡа, тәмле өй күстәнәстәре—сөсө икмәк, сәк-сәк, бәлештәр бешереп ебәрә.

Ансамблдең етәксеһе Әлфиә Асылбаева әйте-үенсә, бында бөтәһе 12 кеше йөрөй. Күбеһе—хаҡлы ялда булған ағи-нәйҙәр. Күптән түгел "Йәнтөйәк"тәр яугирҙәр өсөн маскировкалау сел-тәрҙәре эшләгән.

Миңзәлә Мөхәмәтова, Рәзилә Илембетова, Зөл-фиә Сәйфуллина, РиммаНамазова, Фәниә Заһи-ҙуллина һәм ЗемфираИсмәғилевалар—ансамблдең иң әүҙем ағзалары.

Алдан әйтеүебеҙсә, “Айыҡ ауыл” конкурсына әбештәрҙең ҡатнашырға ниәтләүҙәре быйыл ғы-на тыуған теләк түгел. Үҙҙәре әйтмешләй, быға әҙерлек күптән бара. “Йәнтөйәк”тәрҙең һәр сығышы, улар үткәргән мә-ҙәни саралар, төрлө кисәләр халыҡтың рухын күтәреүгә, айныҡ тормошто пропагандалауға, сәләмәт йәшәүҙе үҙ итеүгә ҡайтып ҡала. Шуға кү-рә маҡсаттары аныҡ, йүнәлештәре маҡсатлы.

Ишле ғаилә—ауыл киләсәге

Иң ҡыуаныслыһы шул: ауылда күп балалы ғаиләләр байтаҡ. Тимәк, ауылдың киләсәге бар. Мәҫәлән, Инсаф һәм Рәүилә Әминевтарҙың татыуғаиләһендә ете бала тәрбиәләнә. Лилиә менән Гөлиә—студенттар, Камил менән Ләйсән—мәктәп уҡыусылары булһа, ҡалған өсәүһе бәләкәс.

Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Йылайыр районы Япарһаҙ ауылынан килен булып төшкән. Ауыл халҡының ихлас күңеллелегенә, уңғанлығына, ярҙамсыллығына һөйөнөп бөтә алмай. Ҡәйнәһе Гөлниса Әхмәтғариф ҡыҙы ла балалар тәрбиәләшеүҙә ярҙам итә. Бәхетле әсәнең күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй.

—Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Ишле ғаи-ләлә балалар ярҙамсыл, хәстәрлекле булып үҫә, туғанлыҡ хисе көслө, өлкәндәре бәләкәстәренә терәк,—ти хужабикә.

Ғаилә башлығы Инсаф Ислам улы Хәйбулла тау сәнәғәт компанияһында вахта ысулы менән эшләй. Тырыш ғаилә ҙур хужалыҡ тота, балалар хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә.

Ышаныс бар

Әлбиттә, бер яҙмала ғына тотош ауыл халҡының йәшәйешен һәм булмышын, уның эшсән һәм уңған халҡы хаҡында тулыһынса яҙыу мөмкин түгел. Әммә әбештәрҙең уңған һәм сәмле, дәртле һәм ихлас булыуҙарын күрергә, “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яуларға шул тиклем көслө ынтылыштары һәм теләктәре булыуын һиҙемләргә була, бының өсөн уларҙың мөмкинлектәре лә, тырышлыҡтары ла бар.

Ауылда ирҙәр ҡоро (етәксеһе—Йәмил Илем-бәтов), ветерандар советы (Фазылйән Сурин), ауыл муллаһы (Дамир Исмәғилев), ағинәйҙәр ҡоро (Әл-фиә Асылбаева), ауыл старостаһы Йыһаннур Те-үәлбаев, мәктәп коллективы (Гөлнара Мөхә-мәтйәрова) һәм башҡа ойошма, коллективтар бер-береһенә ярҙам итеп, үҙ-ара кәңәшләшеп эш алып бара. Кәңәшле ил тарҡалмай, тигәндәй, ур-таҡ теләк, бер уй менән янған әбештәрҙең “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүенә ышанысы ҙур.

Кәримә Усманова.

"Атайсал" , №4, 24 ғинуар

Автор: