Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Март , 10:10

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә мең нурҙар һыйған

Ҡатын-ҡыҙҙар төҫтәрҙе тәьҫире хаҡында серләшкән.

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә мең нурҙар һыйған
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә мең нурҙар һыйған

Оҙаҡҡа һуҙылып, бигерәк тә беҙгә хас ҡырыҫ яҡта, ялҡытып киткән һалҡын ҡыштан һуң Билал ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙының ватсаптағы иғланы күптәрҙең күңелдәренә майҙай яғылғандыр тип уйлайым. Яҙҙың тәүге байрамы -8 мартҡа ҡарата үтәсәк был кисәнең исеме лә бик үҙенсәлекле--“Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә мең нурҙар һыйған” һәм талаптары ла икенсерәк: мотлаҡ сәскә, һыҙыҡтар, хәрефтәр менән сыбарланмаған, тик бер төҫлө (однотонные) күлдәктәр кейеп, ниндәй һөнәр эйәһе булып эшләп йөрөйһөгөҙ йәки эшләнегеҙ, иптәшкә шундай кешене эйәртеп, бер пар булып килергә. Исеме үк үҙенә тартып торған бындай байрам кисәһенән кемдең генә ситтә ҡалғыһы килһен инде?!Күп тә уйлап  тормай, тиҙ генә байтаҡ йылдар хаҡлы ялдағы башланғыс кластар уҡытыусыһы, йәнә улымдың беренсе уҡытыусыһы Нәсимә Әхмәт ҡыҙы Хөсәйенованың телефон номерын йыйҙым.Ул шунда уҡ шатланып риза булды.Бынан 38 йыл элек ҡулыма юғары белемле башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын тотоп, нәҡ ошо ауылға эшкә килгәйнем һәм мәктәп директоры мәрхүм Бикйән Рәхимйән улы Нәсимә апайҙың урынын тәҡдим итте.Башта ҡурҡып ҡына тотонһам да, тәжрибәле уҡытыусы ҡулында ике йыл тәрбиәләнгән 77 йылғы уҡыусыларым--минең тәүге “ҡарлуғастарым” һынатманы: мәктәпте көслө класс булып тамамлап, хәҙерге көндә һәр береһе үҙенең лайыҡлы урынын табып, төрлө өлкәлә эшләп йөрөйҙәр.Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!

Билдәләнгән ваҡытҡа бер-бер артлы парланышып ҡатын-ҡыҙҙар китапханаға йыйылды. Китапханасы уларҙы бер иш күлдәктәр төҫөнә ҡарап ултыртып сыҡҡас, гүйә, бүлмә йәйғор төстәренә мансылды ла ҡуйҙы! Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Һәр төҫкә ентекле аңлатма бирелгәндән һуң: “Бөгөнгө байрамға ниңә тап ошо күлдәгегеҙҙе һайлап кейҙегеҙ?”--тигән һорауға “йәшелдәр”: “Был--тынысландырыусы үлән төҫө, күңелгә һиллек бирә, башҡа төҫтәргә ҡарағанда уны яратып кейәбеҙ!”–тинеләр бер тауыштан. Коллегам  Нәсимә Әхмәт ҡыҙы: “Мин элек-электән йәшел төҫтө яраттым, нимә алһам да, иң беренсе шул төҫкә иғтибар итә инем, күлдәктәрем генә түгел, хатта ҡышҡы пальтом да йәшелдән булды,”–тине. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүсе ветеран-фельдшер Хәмиҙә апай Зәйнуллина ла уның фекеренә ҡушылды. Мәғариф ветераны Гөлдәр Сәлих ҡыҙы Әлибаеваның яуабы ла бик төплө яңғыраны: “Башҡорттарҙа төп төҫ-йәшел һәм сафлыҡ билдәһе--аҡ. Мосолмандар күберәк шул төҫлөнән кейенә, мәсеттәрҙә, манараларҙа ла шул төҫтәрҙе йышыраҡ күрәбеҙ. Ә һаулыҡ сигендә тороусы шәфҡәт туташтары юҡҡа ғына аҡ төҫтө һайламағандыр. Башҡортостан флагында ла ошо төҫтәр өҫтөнлөк итә. ”Әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе, аш-һыуға оҫтабикә, 8 мартта 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Нәсимә Зәйнуллина баштан-аяҡ күм-күк кейенеп килгән, ошо төҫтө ныҡ оҡшата икән ул. Шулай уҡ ошо көндә 82 йәшен тултырыусы, ҡул эштәренә бик маһир булған, матур-матур гөлдәр үҫтереүсе, 8 бала әсәһе, 21 ейән-ейәнсәр, 10 бүлә-бүләсәргә өләсәй, нисә ҡараһаң да йылмайып-көлөп йөрөгән, күңелде  күтәреүсе, бойоғоуҙың ни икәнен дә белмәүсе, оптимист ҡарашлы Сәрүәр апай Мөхәмәтйәнова үҙенең холҡона тап килтереп, асыҡ алһыу төҫтө һайлаған. “Һәүәнәк”, һуңыраҡ “Күгиҙел” совхозының алмаштырғыһыҙ бухгалтеры, хеҙмәт ветераны, ҡайынбикәм Зәкиә Хөсәйеноваға иһә үҙенә генә хас, ят, һирәк осрай торған күкһел-йәшел-бирюза төҫө яҡын икән. Ут кеүек балҡып торған сей ҡыҙыл, шәмәхә, көрән күлдәклеләр ҙә бар ине. Һәр төҫ үҙенсә ҡабатланмаҫ матур, сағыу, кәрәкле. Кейем һайлағанда төҫтөң уңай тәьҫире, энергия өҫтәүе бик әһәмиәтле. Ә бына шул төҫтәр кеше тормошонда ҙур роль  уйнауҙан тыш дауалау үҙенсәлектәренә лә эйә икән. Мысыр, Һиндостан һәм Ҡытайҙа төҫтәр терапияһы 1877 йылда уҡ үҫеш алған. Белгестәр, төҫтәр ауырыуҙы, хис-тойғо халәтен тулыһынса дауалай, ти. Дауаланыуҙа күп осраҡта ҡыҙыл, һары, зәңгәргә өҫтөнлөк бирелә, ҡыҙғылт һары, шәмәхә һәм йәшел төҫтәр ҡулланыла. Ҡыҙыл төҫ йылытыу үҙенсәлегенә эйә, ул йөрәкте һәм ҡан әйләнеше системаһын көйләй, бауыр эшсәнлеген яҡшырта. Үҙ-үҙеңә ышанысты, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Юғары ҡан баҫымлы, ҡуҙғыусан кешегә был төҫтө һайламау хәйерле. Һары кәйефте күтәрә. Аҡыл эшсәнлегенә һәм нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә. Ҡыҙғылт һары төҫ үпкәләрҙе дауалай, депрессияла, аппетит булмағанда булыша. Зәңгәр төҫ организмды һыуыта, баш ауыртҡанда ла ярҙамға килә. Йәшел төҫ тә нервыны тынысландыра һәм арығанлыҡты бөтөрә. Ул тетрәнеүҙән иң яҡшы сара һанала. Ошондай бай мәғлүмәтле төҫтәр терапияһы менән танышыуҙан тыш баш мейеһенә бик кәрәкле файҙалы гимнастика: аҡ ҡағыҙ битенә төрлө төҫлө шаҡмаҡтарға яҙылғанды яңылышмай ғына тиҙ-тиҙ генә дөрөҫләп әйтеү ҙә, йәки шиғыр юлдарының мәғәнәһен боҙмайынса, бер аҙ үҙгәртеп, пародиялау ҙа, кейемдәр төҫөнә ярашлы йырҙар йырлау, төҫлө ҡағыҙҙан берәр элементты ғына өҫтәп, коллектив сәскә эшләү ҙә ситтә ҡалманы был кисәлә. Йәйғор төҫөндәге матур күлдәк-яулыҡтарҙан күҙҙәр ҡамашты, күңелдәр күтәрелде. Ә кисә аҙағында һәр һөнәр эйәһе үҙенең парын табып, ҡушарлап алға баҫты. Уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, бухгалтер, һатыусылар, йыйыштырыусылар, ашнаҡсылар... Намыҫ менән тыуған илгә хеҙмәт иткән, хәҙерге көндә күптәрҙең хаҡлы ялда булһа ла, төрлө йәмәғәт эштәренән, өмәләрҙән ситтә ҡалмай, әле лә әүҙем тормош позицияһын алып барыуҙары бик ҡыуаныслы хәл. Миҫал өсөн: ветеран уҡытыусы Илдүсә Азат ҡыҙы оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе, Ҡоролтай башлығы булһа, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, ветеран һатыусы Миңсылыу Әхмәҙина, хужабикә Нәсимә Зәйнуллина, әлеге көндә клуб хеҙмәткәре лә, йыйыштырыусы ла, ҡарауылсы ла булып эшләгән Сәғилә Ғайсина һәр саҡ хәрәкәттә, ниндәй генә саралар үтһә лә, уртаһында ҡайнаусылар, ойоштороусылар, ауыл китапханасыһы Р.Э.Булатованың “уң ҡулдары” улар.

Быу бөркөп, ҡайнап ултырған самауырлы табын артында ла йәнле һөйләшеү, күңелле көлөшөү оҙаҡ ҡына дауам итте. Тормошобоҙҙа ҡара төҫтәргә урын аҙ булһын, уның һәр биҙәге аллы-гөллө төҫтәрҙән генә туҡылһын ине. Һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күңелендә лә һәр саҡ сағыу төҫтәр балҡыһын!

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы,  мәғариф ветераны.

Баймаҡ районы Билал ауылы.

Автор: