Рәсми рәүештә ауылға 1774 йылда Пугачев ихтилалында ҡатнашҡаны өсөн мәжбүри христианлаштырыуҙан һәм язалауҙан ҡасып йөрөгән сыуаш крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип иҫәпләнә. Улар Өфө һәм Һамар губерналарынан күсеп килгән.
Башҡа сығанаҡтар буйынса, ауыл Йылайырҙа Преображенск баҡыр иретеү заводы ойошторолғандан һуң барлыҡҡа килгән. Мәғдән килтерелә була һәм уны заводҡа илтеү, әҙер продукцияны сығарыу өсөн Исәт юлы төҙөлә, ул Ырымбур ҡалаһын Преображенск заводы менән бәйләй. Был юлды хеҙмәтләндереү, һаҡлау өсөн крәҫтиән һәм һалдат тораҡтары төҙөлә. Бәрҙәш шулай уҡ юлы хеҙмәтләндереү өсөн булдырыла.
Ауыл тарихын артабан өйрәнеү уның иртәрәк барлыҡҡа килеүе тураһында фараз тыуҙыра. Был 1776 йылда билдәле географ И. П. Рычковтың ҡулъяҙма хеҙмәтендә раҫлана: 1770 йылдан һуңға ҡалмайынса нигеҙ һалына, халыҡ иҫәбен алыу буйынса 18 кеше иҫәпләнә.
Күскенселәр Бәрҙәш йылғаһы башында төпләнә. Уның исеме башҡорт телендәге “бәрҙе” (балыҡ) һүҙенән килеп сыҡҡан. Был үҙ сиратында ауылға исем бирә.
Күскенселәр төрлө урындарҙа, убала һәм йылға буйында төҙөлөш башлай. Уларҙың төрлө йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, кейемдәре була. Был уларҙың ике төрлө губернанан булыуын күрһәтә. Ҡайһы берәүҙәре – “тури”, икенселәре “анатри” тип атала. "Тури" – аҡ, “анатри” – зәңгәр сыуаштар.
Ваҡыт үтеү менән был ике бәләкәй ауыл үҫә һәм берләшә. Хәҙер ауылдың төҙөлөшөндә был яҡшы күренә, ике өлөш үҙәк тип аталған урам менән берләштерелгән кеүек. XIX быуат уртаһында ауылда халыҡ аҙ була. Ул Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда бында 97 йорт иҫәпләнә, халыҡ һаны 574 кешегә етә.
Хужалыҡ йәһәтенән ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. Арыш, арпа, бойҙай сәсеүлектәре өҫтөнлөк иткән. Техник культураларҙан етен, ҡәнәфер сәсәләр, сөнки улар кейем тегеү өсөн кәрәк була. Хужалыҡ алып барыуҙа баҡсасылыҡ, малсылыҡ һәм умартасылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә була.
Йорт һәм һөнәрселек кәсептәре әүҙем үҫешкән. Төп ҡоралдар, ҡорамалдар, өҫ һәм аяҡ кейеме, көнкүреш әйберҙәре, шулай уҡ үҫемлек сүстәрен, йөнөн, ағасын һәм башҡа аҙыҡ-түлекте эшкәртеүҙе ауыл халҡы үҙе етештергән башҡарған.
Киндер һәм буҫтау эшләү, туҡымаларҙы буяу, сигеү, кейем тегеү йорт кәсептәренең иң киң таралған һәм башлыса ҡатын-ҡыҙ төрҙәре булып тора. Сыуаштар кейем, таҫтамал, шаршау биҙәүҙә сигеүҙәрҙе киң ҡуллана.
XIX быуат уртаһында ауылда уҡытыу Георгий сиркәүендә алып барыла, ул Йылайыр ауылында урынлашҡан Спас-Преображенский ғибәҙәтханаһының теүәл күсермәһе булып тора. Балаларҙы уҡырға һәм яҙырға, шулай уҡ доғалар һәм мәҙхиәләр уҡырға өйрәтәләр.
1883 йылда сыуаш телендә уҡытҡан менән мәктәп төҙөлә. IV класты тамамлаған кеше ауылда иң грамоталы тип иҫәпләнә. Башлыса малайҙар уҡый. Мәктәптә дәрестәр октябрҙә, урып-йыйыу эштәре тамамланғас, башлана.
Сыуаштарҙың календарь циклы ҡышҡы Сурхури байрамынан башлана. Тәүге мәғәнәһендә был байрам рухтарға табыныуға бәйле боронғо мәжүси йола булып тора. “Саварни” байрамы ошондай уҡ күренеш булып тора, тәржемә иткәндә “Майлы аҙна” тигәнде аңлата. Яҙ башына тура килгән байрам “Манкуй” була. Күпләп суҡындырылғанға тиклем ул вафат булған ата-бабаларҙы иҫкә алыу йолаһын һәм хөрмәт итеүҙе аңлата.
Яҙғы йолаларҙың киләһе циклы баҫыу эштәренең башланыуы менән туранан-тура бәйле була. Уларға “варлах каларни” орлоҡтарҙы баҫыуға сығарыу, “Анна Пахти” беренсе яҙғы сәсеү һәм яҙғы һөрөү байрамы, “Акатуй” йолалары ҡарай, тәржемә иткәндә һабан туй тигәнде аңлата.
Ауыл үҫешендә киләһе мөһим этап XX быуатта башлана. Ауылда бер нисә тапҡыр атаман Дутовтың казактары, шулай уҡ ҡыҙылдар ҙа була. Халыҡ талауҙарға, көс ҡулланыуға дусар була. Ете ҡыҙыл армеец атып үлтерелә һәм дөйөм соҡорға ерләнә. Хәҙер был урын туғандар ҡәберлеге тип атала. 1919 йылда Колчак һәм Дутовҡа ҡаршы 68 кешенән торған ирекмәндәр отряды ойошторола, етәксеһе Ф. Степанов була.
Бәрҙәш ауылына – 250 йыл. Бөгөн унда 409 кеше теркәлгән, шуларҙың 76-һы – 18 йәшкә тиклемге балалар, 90 пенсионер, күп балалы 10 ғаилә, 180 йорт-ҡаралты.
Алты әсә – “Әсәлек даны” миҙалына эйә һәм бер атай “Атай ҡаһарманлығы” күкрәк билдәһе менән бүләкләнгән.
Социаль-мәҙәни учреждениелар уңышлы эшләй: дөйөм урта белем биреү мәктәбендә мәктәпкәсә төркөм бар мәҙәниәт һәм ял үҙәге, модель китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, участка урмансылығы бар. Биләмәлә өс магазин асылған. Өс шәхси эшҡыуар һәм ете крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлек алып бара.
Халыҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа әүҙем шөғөлләнә, башлыса малсылыҡ, умартасылыҡ (14 умарталыҡ) өҫтөнлөк итә. Ауылда ҡул эштәре һәм халыҡ оҫталары күп.
2021 йылда Бәрҙәш ауыл биләмәһе номинацияһында “Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсында “Халыҡ менән һөҙөмтәле кире бәйләнеште тәьмин итеү” беренсе урынды яуланы. Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсында ошо уҡ номинацияла 15 миллион һумлыҡ приз фонды менән икенсе урынды алалар. Ауыл биләмәһе ихтыяждарына аҫылмалы һәм фронталь ҡорамалдар менән МТЗ тәгәрмәсле тракторы һәм “Лада Гранта” хеҙмәт автомобиле, саралар үткәреү өсөн музыкаль аппаратура һатып алына. Бәрҙәш ауылы урамдарында 2152 метр оҙонлоғондағы асфальт һалынған. Хәҙер туғыҙ урамдың һигеҙендә асфальт түшәлгән.
Бәрҙәш ауыл биләмәһе 2014 йылдан “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” республика программаһында әүҙем ҡатнаша. Был йылдарҙа ете проект уңышлы тормошҡа ашырыла: Еровчинская урамынан мәктәпкә тиклем асфальт һалынған, халыҡ өсөн күпләп ял итеү урыны булдырылған, янғын һүндереүсе махсус техника һатып алғандар, ул – “УАЗ” базаһындағы янғын һүндереү машинаһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған ауылдаштарына яңы обелиск ҡуйғандар һәм уның эргә-тирәләге майҙанын төҙөкләндергәндәр. Тағы ла ауылдағы зыяраттар, хәрби һәм граждан ҡәберлектәре төҙөкләндерелгән.
Быйыл да Бәрҙәш ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Алдан үткәрелгән йыйылыштарҙа яр буйындағы урамға асфальт түшәргә тәҡдим итәләр. Конкурс буйынса һайлап алыуҙы үтеп, һайланған проектты тормошҡа ашыра алырына ышана халыҡ. Яңы Александровка ауылының бөтә урамдарында юлдарға таш түшәйҙәр.
Үрге Казарма ауылында Советтар Союзы Геройы Николай Романович Ириков тыуған һәм йәшәгән, Бәрҙәш ауылында уҡыған. Ошо ауылда реставрациянан һуң Николай Ириковҡа иҫтәлекле таҡтаташ асҡандар.
Махсус хәрби операция ла ауылды урап үтмәй. Бәрҙәш ир-егеттәре гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәй. Сергей Сергеев күрһәткән батырлығы өсөн Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Был награда уға Уҡытыусы һәм остаз йылында тапшырылыуы айырыуса ҡыуаныслы, сөнки уның ата-әсәһе, Тамара менән Владимир Сергеевтар күп йылдар инде Бәрҙәш урта мәктәбендә эшләй. Был – улының ата-әсәһенә лайыҡлы бүләге. Махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Никита Попов һәм Алексей Комаров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташтар асылған. Мәктәптә һәм китапханала үҙ мөйөштәрен булдырғандар.
Вайымһыҙ булмаған халыҡ махсус операцияла ҡатнашыусыларға даими ярҙам күрһәтә: йөн ойоҡбаш һәм өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләйҙәр, маскировкалау селтәрҙәре эшләйҙәр, окоп шәмдәре әҙерләйҙәр, өй туҡмасы ҡырҡалар, генератор кеүек кәрәкле әйберҙәр, гигиена кәрәк-ярағы һатып алалар.
Был Ирина Егоровна Терентьева етәкләгән ауыл биләмәһе хакимиәтенең, бөтә ойошмалар коллективтарының һәм, әлбиттә, халыҡтың ҙур берҙәмлеген күрһәтә.
Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА.
Бәрҙәш ауыл хакимиәте фотолары.