Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә билдәле әҙип, яугир, мөғәллим Әмир Фәттәх улы Моратовтың яҡты иҫтәлегенә арналған күркәм сара үткәрелде. Әҙиптең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, алыҫ ерҙе яҡын итеп, Йылайыр районынан килеп еткән яҡташтары, ҡалабыҙҙың әҙәбиәт һөйөүселәре, студенттар ҡатнашҡан был кисә иҫтәлек-хәтирәләре менән йыр-моңға үрелеп, бик матур күңел байрамына әйләнде.
Йондоҙҙар балҡышы тип аталған был кисәлә Әмир Фәттәх улы Моратовтың тормошона, данлы яу юлына, ижадына байҡау яһалды.
Әҙиптең ҡыҙы Флүрә Әмир ҡыҙы Бураншина ( башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һөнәри техник белем биреү отличнигы), улы Венер Әмир улы аталарының тормошо һәм яу юлы, мөғәллимлек эше тураһында бик матур итеп, тәфсирләп һөйләнеләр. Уларҙың сығышынан беҙ Әмир Фәттәх улының батыр яугир, иң күркәм сифаттарға эйә булған ысын ир-егет, өлгөлө ғаилә башлығы, үҙенең эшен, балаларҙы яратҡан ысын уҡытыусы, үтә лә ғәҙел, намыҫсан шәхес булғанлығы тураһында белдек. Әҙиптең кейәүе Әхмәтшәкир Зариф улы Бураншин (полицияның отставкалағы полковнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Рәсәй һалым полицияһының почетлы хеҙмәткәре, милиция отличнигы...), килендәре Гөлфинә менән Сөмбөл Моратовалар ҙа ҡайныларының шул тиклем кешелекле, баҫалҡы, ғәҙел кеше булыуы тураһында бәйән иттеләр, унан алған аҡыл, тормош һабаҡтары өсөн мәңге рәхмәтле булыуҙарын әйттеләр.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әмир Фәттәх улы тураһында Ҡашҡар ауылы биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина бик йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, киләсәктә уҡытыусы-яугирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса күтәрелгән тәҡдимде хуплап, ошо юҫыҡта эшләйәсәген белдерҙе... Кисәбеҙҙе Әмир Моратов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар биҙәне. Ҡашҡар ауылы клубы мөдире Зарифа Юламанова башҡарған "Түңгәүер гимны" н (Р.Шәрипов музыкаһы), Байғужа ауылынан килгән үҙешмәкәр композитор Дамир Солтановтың үҙе яҙған "Һалдат шинеле" йырын башҡарыуын йыйылған халыҡ алҡыштарға күмде.
Әмир Моратов та, ҡатыны Мәүлитбикә апай ҙа халыҡ йырҙарын ныҡ яратҡан булғандар. Килендәре, филармония йырсыһы Сөмбөл Моратова улар яратҡан халыҡ йыры "Бәҙеғолъямал" ды күңелдәргә үтерлек итеп башҡарҙы... Мәғариф ветераны Рүзидә Үтәшеваның Әмир Моратовҡа арнап яҙған "Дан йыры"шиғыры ла күңелдәргә хуш килде. Әҙиптең ейәне Ғәйсәр Моратов башҡарыуындағы "Үткән ғүмер" йырына бөтә туғандары ла ҡушылып, бергәләп тамамлап ҡуйҙылар. Тағы ла өҫтәп шуны әйтергә кәрәк : Ҡашҡар ауылында Әмир Моратовҡа музей асылған икән. Уның мөдире Мәҙинә Нәҙерғолова беҙҙең сараға музейҙан әҙиптең төрлө осорҙа төшкән фотоһүрәттәрен, портреттарын һәм башҡа ҡыҙыҡлы материалдар алып килгән ине.
Артабан ҡунаҡтар менән яҡындан аралашыу, әңгәмәләшеү сәй табыны артында дауам итте. Яугир, әҙип, журналист, мөғәллим, остаз Әмир Фәттәх улы Моратовтың хәтер кисәһенән туғандары, яҡындары, яҡташтары бик риза булып таралышты. Ошондай матур кисәне әҙерләп ойоштороусы, сценарийын төҙөүсе, алып барыусы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова- Кәримоваға, килгән ҡунаҡтарға бөтә уңайлыҡтар булдырып, уларҙы ихлас, яҡты йөҙ менән ҡаршы алған китапхана мөдире Рәйсә Закир ҡыҙы Ҡунаеваға, уның ярҙамсыһы Венера Мазһар ҡыҙы Ҡунаҡҡоловаға ихлас рәхмәт белдерҙеләр.
Әҙиптең дә рухы шат булһын инде.
“Йондоҙҙар балҡышы” исемле сараның исеме есеменә тура килеп торҙо. Әмир Моратов заманында бик күптәрҙең юлында маяҡ булып торған, туғандары, яҡындары, уҡыусылары өсөн йондоҙ булып балҡыған. Ул һалған йондоҙло, нурлы һуҡмаҡтан әле лә атлап киләләр һәм уны онотмайҙар. Әйткәндәй, бер ейәне улына Әмир тип исем биргән. Ул ҡарт ҡартатаһының исем-фамилияһын ғорур йөрөтә. Киләсәктә затлы нәҫелдең йондоҙҙары тағы ла балҡыр әле, тигән ышаныстамын.
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.