Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Ғинуар 2023, 16:00

КЕСКӘЙҘӘР БАҠСАҒА ҠЫЙЫҠ ҺОРАЙ

33 йыл элек төҙөлгән балалар баҡсаһының ҡыйығы иҫкергән. Бөгөн уны яңыртыу эстетик яҡтан ғына түгел, хәүефһеҙлек йәһәтенән бик кәрәк.

КЕСКӘЙҘӘР БАҠСАҒА ҠЫЙЫҠ ҺОРАЙ
КЕСКӘЙҘӘР БАҠСАҒА ҠЫЙЫҠ ҺОРАЙ

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының «Миләш» балалар баҡсаһы 1989 йылдың 30 октябрендә ҡулланыуға тапшырылған. Бөгөн бында ике төркөм эшләй: төрлө йәштәге бәләкәйҙәр һәм өлкәндәр төркөмө. 33 йыл дауамында уңышлы эшләп килгән баҡсаның ҡыйығына әле килеп тейешле ремонт талап ителә. Сөнки ул төҙөлгәндән алып яңыртылмаған, туҙған. Шуға ла төҙөкләндереү, уны яңыртыу—бөгөн көнүҙәк.

Беҙ «Ҡыйығы барҙың—күсе ныҡ» тигән девиз аҫтында, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Районда белем биреү мәғариф учреждениялары араһында беҙҙең балалар баҡсаһы тәүгеләрҙән булып теләк белдерҙе. Балалар баҡсаһы–кескәйҙәрҙең икенсе йорто, улар илебеҙҙең киләсәге. Тәрбиәләнеүселәргә баҡсала төплө белем һәм тәрбиә бирелә, тиҫтерҙәре менән аралашыу өсөн шарттар тыуҙырыла, уйындар аша фекерләү ҡеүәһе үҫтерелә, ижади һәләттәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү буйынса эш алып барыла.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш үтте. Йыйылыш барышында ауыл хәкимиәте башлығы З.Р.Зәйнуллина программаның шарттары менән таныштырҙы һәм «Миләш» балалар баҡсаһының ҡыйығын яңыртыу ҡарар ителде. Проект бер тауыштан тиерлек хупланды.

Заманса ябылған ҡыйыҡ бинаға эстетик төҫ биреп кенә ҡалмай, иң мөһиме хәүефһеҙлек менән тәьмин итәсәк. Алдыбыҙға алған ниәттәребеҙ бойомға ашһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ҡашҡар ауылы «Миләш» балалар баҡсаһы коллективы.

Автор:Резеда Валиева