Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Ғинуар 2023, 20:10

ГӨРЛӘНЕ АУЫЛ УРАМЫ!

Хәйбулла йәштәре йәшлек һәм сәләмәтлек фестиваленә йыйылды...

ГӨРЛӘНЕ АУЫЛ УРАМЫ!
ГӨРЛӘНЕ АУЫЛ УРАМЫ!

ХӘЙБУЛЛА БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ХӘБӘР ИТӘ:

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған йәшлек һәм сәләмәтлек фестивале бөгөн райондың йөҙҙән ашыу әүҙем ҡыҙҙар һәм егеттәрен йыйҙы. Осрашыуҙың тап Әбүбәкер ерлегендә уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Был ауыл районда именлек, айыклыҡ территорияһы тип танылған ауылдарҙың береһе. Ауыл биләмәләре алты командаларға бүленеп, үҙ-ара таһыллыҡта, мәргәнлектә һәм етеҙлектә көс һынашты. Сылбыр менән тороп, ваҡытҡа быйма ташлауҙа хужаларға етеүсе булмаһа, уҡтан атыуҙа Өфө һәм Һамар ауыл биләмәләренең командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Бер саңғыла бер юлы бер нисә ҡатнашыусы тороп ярышыуҙа, әлбиттә, команданың берҙәмлеге, бер-береһен тойомлауы мөһим. Был һынауҙы Ивановка, Бүребай һәм Татыр-Үҙәк ауылдары йәштәренең командаһы яҡшы үтте. Арҡан тартышыуҙа Сиҙәм, Таналыҡ һәм Маҡан йәштәренә етеүсе булмаһа, ҡаршылыҡтар менән йүгереүҙә Аҡъяр һәм Яңы Ергәндәр командаһы иң етеҙҙәре булды. Бынан тыш уҡтан атыу һәм тиҙлеккә санала команда ағзаларын һөйрәп ярышыуҙа ла бөтә командалар ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Сараның икенсе өлөшөндә йәштәр райондың төрлө өлкәләрҙә эшләп уңышка ҡаҙанған һәм шул уҡ ваҡытта сәләмәт тормош алып барған йәштәре менән йәнле һөйләшеүҙә ҡатнашты. Уңышлы йәш эшҡыуарҙар Илшат һәм Гөлсәсәк Дәүләтҡоловтар, район Советы депутаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Тимур Ҡарасов һәм һәләтле йәш педагог Рәлиә Ғәзизова уңыш серҙәре менән уртаҡлашты, йәштәрҙе әүҙем һәм сәләмәт булырға саҡырҙы. Аҡъяр үҙәк дауахана табибы, Әбүбәкер ҡыҙы Айгөл Сынбулатова йәштәр алдында алкоголле эсемлектәрҙең зыяны һәм сәләмәт тормош алып барыуҙң өҫтөнлөктәре хаҡында сығыш яһаны. Күңелле һәм файҙалы үтте осрашыу. Йәштәр менән бергә ауыл биләмәһе хакимиәттәренең дә ҡатнашыуы был тәжрибәнең башҡа ерҙәрҙә таралыуына ла булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

 

СЫҒАНАҠ: ХӘЙБУЛЛА БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘГЕ БИТЛӘҮЕ

Автор:Резеда Валиева