АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Ноябрь 2022, 11:45

БЕҘ ТЫНЫСЛЫҠ ЯҠЛЫ!

Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы халҡы марафон ойоштороп ебәргән...

БЕҘ ТЫНЫСЛЫҠ ЯҠЛЫ!
БЕҘ ТЫНЫСЛЫҠ ЯҠЛЫ!

Урамдар округтарға бүленеп, сара үткәрә икән.

--"Тыныслыҡ һәм муллыҡ" марафонын дауам итеп Түләш һәм Ш.Бабич урамдары бик йөкмәткеле, фәһемле сара ойошторҙо. Илебеҙҙең тыныслығын, егеттәребеҙҙең имен һау йөрөп ҡайтыуын теләп Әхәт ағай Килдеғошев доға ҡылып, илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғаларға байҡау яһаны. Фирҙәүес апай Мырҙабулатованың "Илде иман ҡотҡарыр" шиғырын тыңлағандан һуң уйларырға урын бар икәнлеге аңлашыла ине. Имам хатиб Ишбулат ағай Йәндәүләтов мәсеткә йома намаҙҙарына йөрөргә әйҙәне, иман менән бөтөн бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоп булыуын аңлатты. Йөкмәткеле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙеләр.
Был урамда мул уңыш алыусы баҡсасылар бик күп, улар - Әхәт Килдеғошев, Рәмилә Дәүләтбирҙина, Нурзилә Ғәлина, Зиннур Килдеғошев, Миңнур Килдеғошева. Балыҡсы Зәбир Ғәлин балыҡтарын сығарып һалды. Ҡыҙыҡ фигура яһап үҫкән кишергә "Татыу ғаилә ил терәге " тигән исем ҡушып яҙып ҡуйылған, борщ йыйынтығы кәрзине бит матур эшләнгән . Нурзилә апай емештәрҙән төрлө йәнлектәр, томбойоҡтар эшләгән, Гөлназ Килдеғошова бешергән "Көҙгө уңыш" пирогы ныҡ тәмле булды . Оҫта итеп тәмле ҡыҫтыбай, ҡоймаҡтар, икмәктәр, пирожки бешереп сәй эсереүселәр Гөлйемеш Әбилева, Раяна Аккужина, Клара Килдеғошова, Гөлназ Килдеғошова, Рәмилә Дәүләтбирҙина, Нурзилә Ғәлина, Зилә Байегетова, Миңнур Килдеғошеваларға ҙур рәхмәт белдерәм,--тип яҙа ауыл клубы хеҙмәткәре.

Автор:Резеда Валиева