Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
31 Октябрь 2022, 15:10

БУҘА—ЙӘНГӘ ДАУА

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Атингән ауылында үҙенсәлекле сара үткән. Унда Әлфиә Насырйән ҡыҙы шифалы эсемлек әҙерләү нескәлектәре менән таныштырған.

БУҘА—ЙӘНГӘ ДАУА
БУҘА—ЙӘНГӘ ДАУА

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ЯҘА:


«Буҙа –йәнгә дауа». Ошондай исем аҫтында Атингән ауылында үҙенсәлекле сара үтте. Уның барышында ошо ауылда йәшәүсе Әлфиә Насырйән ҡыҙы шифалы эсемлекте әҙерләү нескәлектәре менән уртаҡлашты, эсемлектең файҙаһы тураһында бәйән итте.
Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Автор:Резеда Валиева