Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Октябрь 2022, 16:25

АҠТАШТА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Хәйбулла районы Аҡташ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

АҠТАШТА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ
АҠТАШТА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итәләр:

 

Аҡташта ауыл халҡының инициативаһы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бәләкәй генә Аҡташтан егерме һигеҙ кеше яуға оҙатыла һәм уларҙың тик яртыһы ғына кире әйләнеп ҡайта. Бөгөнөгө сара бер нисә маҡсатты үҙ итә: бер яҡтан яуҙа һәләк булған яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереү булһа, икенсе яҡтан үҫеп килгән быуынға хәрби-патриотик йүнәлештә тәрбиә биреү.
Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа ошондай һәйкәлдәр күпләп яңыртыла һәм асыла. Ошо биләмәгә ҡараған Пугачевка ауылында ла яңыраҡ ҡына яңы һөйкәл ҡалҡып сыҡҡайны. Изге эште дауам итеп, Михайловка ауылында ла хәтерҙе мәңгеләштререргә ниәтләй Ивановка ауыл биләмәһе халҡы.

 

Фото: Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәренән.

Автор:Резеда Валиева