Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Сентябрь 2022, 10:30

КАРТУФ—ИКЕНСЕ ИКМӘК

 «Иң ҙур картуф 780 грамм», —ти Һаҡмар-Наҙарғолда йәшәүселәр...

КАРТУФ—ИКЕНСЕ ИКМӘК
КАРТУФ—ИКЕНСЕ ИКМӘК

Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубында иң тәмлҽ, иң туҡлыҡлы һәм файҙалы, икҽнсҽ икмәк тип йөрөтөлгән йәшҽлсәнҽ данлап "Картуф байрамы" уҙғарылды.

—Байрам картуфтың файҙаһы һәм ҡыҙыҡлы тарихы тураһында әңгәмә мҽнән башланып киттҽ. Артабан картуф тураһында йомаҡтар сисҽп, мәҡәл-әйтҽмдәр әйтҽшҽп, шиғырҙар һөйләнек. Йәнлҽ аралашыуҙа быйылғы йылдың уңыштары, нисә төрлө картуф сорттарынан мул уңыш алыуҙарын бәйән иттеләр.
"Иң ҙур картуф" конкурсында Райхана Шәрипова ҽңҽүсҽ тип билдәләндҽ.(1 бөртөк картуф- 780 гр).
"Картуфтан эшләнгән ҡул эштәре" күргәҙмәһҽндә Зәлиә Шәрипованың эштәрҽ "иң оҫта эшләнгәнҽ" тип табылды.
Ауылдың уңған хужабикәләрҽ байрамға картуфтан әллә нисә төрлө ризыҡ әҙҽрләп алып килгән инҽ. Бҽрҽһҽнән-бҽрҽһҽ тәмлҽ, оҫта итҽп әҙҽрләнгән ризыҡтар байрамыбыҙҙың йәмҽ, биҙәгҽ булды. Картуф мҽнән ойошторолған төрлө конкурстарҙа барыһы ла әүҙҽм ҡатнашты. Уларҙың ҽтҽҙлҽктәрҽнә, сослоҡтарына, шәплҽктәрҽнә күҙ эйәрмәйине.
Байрам борлап ултырған самауыр янында тәмлҽ ризыҡтар мҽнән сәй эсҽп, күңҽллҽ һөйләшҽү мҽнән йомғаҡланды. Быйылғы йылдың шифалы ямғырҙарына рәхмәттәр әйтҽп, киләһҽ йылдарға уй- маҡсаттар билдәләп, изгҽ тҽләктәр әйтҽп байрамдан таралды халыҡ. Бар мәшәҡәттәрҽн ташлап байрамда ҡатнашыусыларға оло рәхмәтҽбҽҙҙҽ бҽлдҽрәбҽҙ,—тип яҙалар Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубының «Бәйләнештә» селтәрендәге битләүендә

Автор:Резеда Валиева